6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хәйриә

Мосолман икәнһең, дини тәғлимәттәр буйынса йәшә
15.12.03


       Башҡаланың "Ихлас" мәсетендә философия фәндәре докторы, Р әсәй фәндәр академияһы ағзаһы, Ҡөрьәнде рус теленә тәржемә и теүсе Валерия Порохова менән осрашыу кисәһе үтте. Ул көндө м әсет халыҡ менән шығырым тулы булды. Мәскәү ҡунағы менән мөһ им осрашыуға йәше лә, ҡарты ла килгән. Әлеге мауыҡтырғыс сар аны "Ихлас" мәсете имам - чатибы Мөхәммәт хәҙрәт Ғәлләм асты .
       1991 йылда Валерия Порохова ярҙамы менән Ҡөрьән рус телен ә тәржемә ителә.
       - Кеше тәржемә эше менән күберәк шөғөлләнгән һайын уға те ге йәки был телдең үҙенсәлектәрен аңлауы еңелерәк. Ҡөрьәнде руссаға тәржемә итер алдынан миңә мосолмандар күпләп йәшәгән
       байтаҡ төбәкбәрҙә булырға тура килде. Күптән түгел Тегеран мосолмандары менән осрашыуҙа булдым. Унда Ислам дине менән ҡ ыҙыҡһыныусы 31 илдән вәкилдәр килгән ине. Кеше ниндәй генә м илләттән булмаһын, ниндәй генә дин тотмаһын, үҙ асылын, тамр ыҙарын яҡшы белергә тейеш. Алла барыбыҙ өсөн дә бер. Шуны он отмаһаҡ ине. Милләтем буйынса рус булһам да, Ислам динен тот ам. Уның ҡанундарына буйһоноп йәшәргә тырышам. Ислам кешелек те изгелеккә, бер - береңә ҡарата мәрхәмәтле, шәфҡәтле булыр ға өйрәтә. Ғөмүмән, һәр кем үҙен мосолман тип һанай икән,ул балаларын дини тәғлимәттәр менән тәрбиәләргә тейеш. Күптән түгел был изге күңелле ханым хәҙистәрҙең тулыландырға н варианттағы йыйынтығын баҫтырып сығарҙы. Рус теленә тәржем ә ителгән был китап тиҙҙән магазиндарға һатыуға сығарыласаҡ.

15.12.2003
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал