6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

"Еҙнәкәй" спектакле күңелдәрҙе күтәрә
18.05.06


       Һәйбәт кейәү табыу - еңелдәрҙән тү гел. Бындай кейәүҙе, режиссер Илдар Вәл иев Өфө "Нур" татар театрында ҡуйған "Е ҙнәкәй" спектаклендә генә осратырға мөм кин.
       Ғиззәт (Илһам Шәмсетдинов) Нәфисәне, Шәмсиәне һәм уларҙың ата-әсәләрен генә һоҡландырып ҡалманы, тамашасылар ҙа уға
       таң ҡалды. Эшкә урынлашырға ҡалаға кил гән Ғиззәт, бер сауҙагәр йортона хеҙмәт се булып урынлаша. Ул табыш объекты бу лырын аңламай. Бер байҙың кейәүгә сыҡма ған ҡыҙы була, уға 24 йәш. Икенсе байҙы ң йәш ҡыҙы һәр ваҡыт урынһыҙға һөйләнә торған була, йәғни ҡыҙҙың аҡыл яғы һайы раҡ. Бай үҙенең ҡыҙын кейәүгә бирергә у йлай. Әммә беҙҙең герой хужаһына ҡараға нда аҡыллыраҡ булып сыға: геройыбыҙ үҙе нең яҙмышын һөйгәне - Сажиҙә менән бәйл әй.
       Илдар Вәлиевтың Хәбибулла Ибраһимов п ьесаһын һайлауы осраҡлы түгел. Спектакл ь ваҡиғалары бөгөнгө көндә лә актуаль б улып ҡала. Спектакль персонаждары байлы ҡҡа, властҡа, һәм сит ил тормошона табы нып йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһы файҙа эҙ ләй, форсаттан файҙаланып ҡалырға ынтыл а.
       Был зәғиф йәмғиәткә ғашиҡтар Ғиззәт һ әм Сажиҙә яҡтылыҡ индерә.
       Сажиҙә ролен Башҡортостандың атҡаҙанға н артисткаһы Гөлназ Мөхәмәҙиева башҡара . Ул үҙенең матур тауышы менән күп тама шасыларҙың күңелен әсир иткән. Тамашала
       ҡатнашҡан Резеда Зарипова һәм Илһам Шә мсетдинов башҡарған йырҙар ҙа күңелдәрг ә үтеп инә.
       "Еҙнәкәй" комедияһын Сәлимә Әминева ( Ҡазан белгесе) хореографик номерҙар мен ән дә биҙәгән. Тамашала татар уйыны "Бе ҙ, беҙ, беҙ инек"тә онотолмаған.
       Бар актер ҙа үҙ ролен һәйбәт башҡара.
       Марат Мәҡсүтов (Низами) бейеүенә һоҡла нмаған кеше юҡтыр ул. Тамашасыларҙың: " Рәхмәт, Низами. Һин булмаһаң, беҙ ҡасан
       Төркиәне күрер инек", - тигән рәхмәт һ үҙҙәре яңғыраны.
       Башҡортостандың һәм Татарстандың халы ҡ артисткаһы Сәүиә Сираеваның һәр сығыш ын тамашасылар көтөп ала. Ул башҡарған ролдәр халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡлана. Л әйсән Ибраһимованың ҡысҡырыуҙары ла, Ре зеда Зарипованың танау тартыуы ла тамаш асылар хәтерендә ҡалыр.
       "Еҙнәкәй" спектаклен ҡараған һәр тама шасының театр бинаһынан күтәренке күңел
       менән өйҙәренә юлланыуына шигем юҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал