6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Баһау Нуриманов халыҡ хәтерендә тәрән эҙ ҡалдырҙы
12.05.06


       Өфөлә Коммунистик урамында бишенсе
       һанлы бәләкәй генә йорт һаҡлана. Был й ортта "Бында 1917-1918 йылдарҙа РСДРП б ашҡорт-татар төркөмө етәксеһе, Октябрь социалистик революцияһында һәм Гражданд ар һуғышында актив ҡатнашҡан Баһау Нури манов йәшәне" тигән башҡорт һәм рус тел дәрендә яҙылған таҡтаташ ҡуйылған.
       Башҡорт халҡының тоғро улы, революцио нер-коммунист, Баһау Нуриманов ни бары 25 йыл ғына йәшәй, әммә ул халыҡ хәтере ндә тәрән эҙ ҡалдыра.
       Баһау Нуриманов 1893 йылдың 12 майынд а Нуриман районы Яңы Күл ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы ба траҡлыҡта хеҙмәт итә. Күпмелер ваҡыттан
       һуң Нуримановтар ғаиләһе Силәбегә, аҙа ҡ Өфөгә күсеп китә. Баһау атаһы менән б уяусы булып эшләй. Ул крәҫтиән тормошон
       яшҡы аңлай.
       Баһау Нуриманов социал-демократтар ме нән яҡындан таныша, тыйылған әҙәбиәт ме нән мауыға, подпольщиктар ҡушҡан эште б ашҡара. Уға Өфө большевиктары А.Д.Цюруп а, А.И.Свидерский, Н.П.Брюханов ҙур йоғ онто яһай. Нуриманов февраль революцияһ ы көндәрендә большевиктар партияһы сафы на инә. РСДРП Өфө комитеты ағзаһы булар аҡ башҡорт һәм татар халҡы араһында аги тация эше алып бара, Өфө эшсе һәм һалда т депутаттары Советы исеменән сығыш яһа й, Петроградтағы ваҡиғалар тураһында һө йләй, Совет, һуғыш, тыныслыҡ һәм револю ция мәсьәләләре буйынса партия сәйәсәте н аңлата.
       РСДРП (б) алтынсы съезы ҡораллы ихтил алға курс ала. Өфө комитеты эше буйынса
       Баһау Нуриманов Көньяҡ Урал заводтарын а, башҡорт һәм татарҙар йәшәгән районда рға сыға. Ул башҡа большевиктар менән б ергә эшселәр һәм крәҫтиәндәр араһында а гитация алып бара, хәрби дружиналар бул дырыуҙа ҡатнаша.
       24 йәшлек революционер Өфө комитеты ҡ ушыуы буйынса Көньяҡ Урал татар һәм баш ҡорт большевиктарының съезын әҙерләй һә м уҙғара. РСДРП Өфө комитеты эргәһендә r`r`p-башҡорт төркөмө булдырыла. Уның м аҡсаты - туған телдә башҡорт һәм татар ҙар араһында социализм идеяларын тараты у. Баһау Нуриманов инициативаһы буйынса
       большевиктарҙың татар телендә "Алға" г әзите сыға. Гәзит РСДРП Уставын һәм Про граммаһын татар телендә баҫтыра, Башҡор тостан халҡы араһында большевиктар идея һын таратыуға ярҙам итә.
       Атаман Дутов менән көрәшкә Өфө, Һамар,
       Ҡазан эшселәре күтәрелә. Өфө губернаһы нда ойошторолған отрядтарҙың береһендә
       Баһау Нуриманов та була. Ул партия эше н генә алып бармай, ҡулына ҡорал алып Ы рымбурҙа һуғыша.
       1918 йылдың февралендә азат ителгән Ы рымбурҙа мосолмандарҙың хәрби-революцио н комитеты булдырыла, аҙаҡ инде губерна
       комиссариаты. Баһау Нуриманов башҡорт тар исеменән унда ебәрелә. Тиҙҙән ул ко митет етәксеһе итеп һайлана.
       1918 йылдың йәйендә Көньяҡ Уралда Гра ждандар һуғышы башлана. Баһау Нуриманов
       Ҡыҙыл Армия частарын булдырыуға күп ва ҡытын бүлә. Мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ул Мәскәүгә юллана. Унан әйләнеп ҡайтҡа с та сәйәси хеҙмәткәр сифатында Ҡыҙыл А рмия частары араһында була. Ҡыҙылдар Ыр ымбурҙан киткәс Орск ҡалаһында аҡтар ты лында эшкә ҡала. Бында Баһау Нуриманов ҡулға алына.
       Р.Кузеев үҙенең "Имена, ставшие леген дами" тип аталған китабында Нуримановты ң һәләк булыуы тураһында ентекләп яҙған . Ырымбурҙағы хәрби совет Нуримановтың ҡулға алыныуын белгәс тә уны атыу тураһ ында ҡарар сығара. Ҡулдары бәйләнгән Ну римановты арбаға ултырталар, Урал йылға һы артына алып китәләр һәм шунда аталар . Был хәл 1918 йылдың октябрендә була.. .
       Башҡортостанда Нуриманов районы бар. Скульптор З.Басыров Баһау Нуриманов пор третын эшләне. Өфөлә Нуриманов исемендә
       урам бар.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал