6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу
12.05.06


       Ҡаҙаҡ халҡы менән мин беренсе тапҡ ыр Урта Азияға барған ваҡытта поезда та ныштым. Ҡаҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙары дөйә йөнөнә н бәйләнгән нәскиҙәр һәм ыҫланған балыҡ
       һата ине. Йәшерәктәре, пассажирҙарҙың иғтибарын йәлеп итеп, үҙ телдәрендә йы р йырланы. Эргәлә ултырып килгән Аманжо л менән һөйләшеп барам. Ярты сәғәт һөйл әшкәндән һуң: "Миңә кейәүгә сыҡ, ҙур ҡа лым түләйем". "Юҡ, Аманжол, - тинем мин , - мин һине яратмайым". Ул асыуынан ми ңә ҡарап алтын тештәрен күрһәтте лә: "Һ ин мине яратасаҡһың, бына күрерһең!", т ип ҡаты ғына әйтеп ҡуйҙы. Ә миңә инде н ыҡыш Аманжолды "тиҙҙән осрашырбыҙ" тип алдарға тура килде...
       Ошондай уҡ ныҡыш һәм ҡыҙыу Ҡоҙарҙы ми н Милли йәштәр театры сәхнәһендә осратт ым. Ул "Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу" ис емле мөхәббәт тураһындағы хикәйәттә Ҡуҙ ыйкүрпәс көнәркәше.
       "Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу" - ғүмер леккә бергә булырға теләгән ғашиҡтар ту раһында поэма. Әммә мөхәббәт утында янғ ан ике йәш йөрәк алдында кәртәләр тора,
       был кәртәләрҙе еңеп сығырға уларҙың кө стәре етмәй, ғашиҡтар һәләк була.
       Ике йәш йөрәктең мөхәббәт уты аҡындар ҙы, әҙәбиәтселәрҙе, драматургтарҙы, этн ографтарҙы һәм тарихсыларҙы дәртләндерә .
       Ҡ.Ҡыуанысбаев исемендәге Ҡаҙаҡ музыка ль драма театрының художество етәксеһе Ә. Мәмбәтов сәхнәләштергән тамаша Милли
       йәштәр театры сәхнәһендә Өфө тамашасыл арына күрһәтелде.
       - Ҡаҙағстан һәм Башҡортостанды күптән ге ижади дуҫлыҡ бәйләй. Ҡаҙаҡ музыкаль драма театры "Туғанлыҡ" II халыҡ-ара фе стивалдә ҡатнашты, - тине БР мәҙәниәт һ әм милли сәйәсәт министры урынбаҫары Зи нфира Әбделмәнова гастроль тантанаһын а сҡан ваҡытта. - Ағымдағы йылда уҙасаҡ т өрки телле театрҙарҙың "Туғанлыҡ" халыҡ -ара фестивалендә лә ҡаҙаҡ театры ҡатна шасаҡ. Милли йәштәр театры үҙ сиратында
       Астанала уҙасаҡ Халыҡ-ара театр фестив алендә ҡатнашасаҡ.
       - Сәнғәт - донъя илсеһе, ике республи ка ниндәй генә алыҫлыҡта ятһа ла, ул һә р ваҡыт юлда булһын, - тине ҡаҙаҡ театр ы директоры. - Башҡортостан тамашасылар ына алты спектакль тәҡдим итәбеҙ, улар араһында башҡорт драматургы Флорид Бүлә ковтың "Әбейҙәргә ни етмәй" тигән пьес аһын да өфөлөләр хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ . Көслө һөйөү хисе, мөхәббәткә тоғроло ҡ менән һуғарылған, азатлыҡҡа дан йырла ған "Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу" хикәй әте тамашасылар күңеленә хуш килер.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал