6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Талантлы башҡорт ҡыҙының үҙенсәлекле образы
10.05.06


       Тышта көн болотлап тора, ямғыр яуа. Ә Рәшиҙә Туйсина фатирында йылы һәм яҡт ы. Хужабикә сәй әҙерләй.
       Ҡунаҡсыл Рәшиҙә ханым ҡунаҡты ҡаршыла п иң беренсе сәй тәҡдим итә, аҙаҡ инде үҙ тормошо, эше һәм бөгөнгө көн мәшәҡәт тәре тураһында һөйләүгә күсә. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артис ткаһы, Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәш иҙә Туйсина республикала ғына түгел, ил дә лә билдәле. Ансамбль солисы илдең ме ңәрләгән аудиторияһын таң ҡалдырҙы.
       - Гастролдәр маршруты билдәләнгән кар та юҡмы - тип һорай ҡалдым.
       - Бындай картаны төҙөүе ауыр, - тип я уап бирҙе ул. - Карта тамғалар менә тул ыр ине. Элекке Советтар Союзында, Азия,
       Африка һәм Европа илдәрендә бейенем. У лар - Мали, Сенегал, Гвинея, Һиндостан,
       Монголия, Франция, Италия, Швеция, Гер мания, Польша, Финляндия, Испания, Дани я... Беҙҙең илдең ҡалаларын һанап бөтөр өп булмай.
       Төрлө телдә сыҡҡан гәзит биттәренә, к итаптарға күҙ һалам. Уларҙың барыһы ла халыҡ артисткаһы ижады, гастролдәре тур аһында һөйләй. Талантлы башҡорт ҡыҙының
       үҙенсәлекле образына һоҡланам.
       Рәшиҙә Туйсина 1942 йылдың 10 майында
       Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған. Ауыл элек Монас тип йөрөтөлгән. Ауыл ха лҡы 1812 йылда Ватан һуғышында ҡатнашҡа н. Улар араһында "Парижды алыуҙа. 1814 йылдың 19 марты" миҙалы менән бүләкләне үселәр ҙә булған.
       Рәшиҙәнең атаһы Бөйөк Ватан һуғышы йы лдарында фронтҡа алына. Тыуған ауылына ҡайтҡас вафат була. Рәшиҙәнең әсәһе ҡул ында дүрт бала ҡала. Мәрхәбә апай кесе ҡыҙына ҙур өмөттәр бағлай. Рәшиҙә бәләк әйҙән үк теремек була, бер эштән дә ҡур ҡып тормай, барыһын да эшләргә тырыша. Ул ямғыр һәм буранына ҡарап тормай, өс километр алыҫлыҡтағы мәктәпкә ашыға. Рә шиҙәне баймаҡ далаһы сыныҡтыра.
       Мәктәпте тамамлағандан һуң пионер вож атый булып эшләй. 1960 йылда Өфөгә вожа тыйҙар семинарына килә. Тап ошо йылда Д әүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсел әр ҡабул итеү тураһында иғлан итә. Кесе
       йәштән үк халыҡ йырына һәм бейеүенә ға шиҡ булған Рәшиҙә үҙ көсөн һынап ҡарарғ а була.
       Был турала ғалим һәм шағир Рәшит Шәкү р бына нимәләр һөйләй: "Рәшиҙә конкурст ың икенсе туры тамамланыуға килде. Уның
       күңел түренән сыҡҡан һорауы - "Ә мин" , "Заһиҙә" бейеүен бейергә әҙер булыуы - күп нәмә тураһында һөйләй ине. Жюри а зғалары Рәшиҙәгә бейеп күрһәтергә рөхсә т бирә. Ул өсөнсө турға үтә. Фәйзи Ғәск әров уны бейеү ансамбленә алып бер генә
       хаталанманы. Рәшиҙә Туйсина Кремль һар айында "Заһиҙә"не бейене. Съезд залында
       ултырыусылар уның һәр хәрәкәтен тын ал майынса күҙәтте. Бер нисә секундҡа тынл ыҡ урынлашты һәм зал уны алҡыштарға күм де.
       Рәшиҙә Туйсина 1968 йылда Софияла уҙғ ан йәштәр һәм студенттарҙың IX Бөтә до нъя фестивалендә ҡатнаша. Ҡурай моңо аҫ тында башҡарған "Заһиҙә" бейеүе фестива лдең алтын миҙалына һәм лауреат исеменә
       лайыҡ була. Рәшиҙә башҡарған "Гөлнәзир ә", "Ете ҡыҙ" бейеүе башҡорт хореографи яһының алтын фондына ингән".
       Туйсинаның Рогервикка сәйәхәте тураһы нда Әлфиә Сабитова бына нимәләр һөйләй:
       "Ҙур театрҙа концерт алып барыусы Рәши ҙә Туйсина сығышын иғлан итте. Сәхнәлә ҡурай моңо яңғырай, уның моңонда Рәшиҙә
       йөҙә, уның менән бергә Салауат батыр һ үҙҙәре күңелдәрҙә яңғырай. Туйсина бейе үе Башҡортостан тураһында, уның йәшел т уғайҙары, көмөштәй саф һыуҙары, йылға б уйҙарында йөрөгән йылҡы өйөрө хаҡында һ өйләй".
       Рәшиҙә Туйсина ижадына баһа биргән Рә шит Шәкүр һәм Әлфиә Сабитова һүҙҙәренә тағы ла нимәлер өҫтәүе ауыр...
       ... Беҙ уның фатирында әңгәмә ҡорабыҙ . Стеналағы сәғәт ваҡыт үтеүен иҫкәртә.
       Рәшиҙәнең дә тормош йылдары үтә... Сте налағы сәғәт тағы ла тынлыҡты бүлә. Бей еүсегә арналған альбом һәм гәзит биттәр ен тын ғына ябам.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал