6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Күңелдәрҙә халҡым байлығы
06.05.06


       Һәр ваҡыттағыса Башҡорт дәүләт фил армонияһында сираттағы ижад миҙгелен яб ыу сараһы иң яҡшы башҡарыусылар һәм ижа ди коллективтар ҡатнашлығында уҙа. Ағым дағы йылда 67-се концерт миҙгелен ябыу тамашалары ла күңелле булмаҡсы.
       17 майҙа уҙасаҡ тамашала филармонияны ң билдәле солистары - Флүрә Килдейәрова , Вәкил Йәләлетдинов, Фәдис Ғәниев, Гүз әл Измайлова, Радик Вәлмөхәмәтов, Нәзиф ә Ҡадирова, Вәхит Хызыров, Иҙрис Ғәзиев
       ҡатнаша. Республиканың билдәле ижади к оллективтары үҙ сәнғәтен күрһәтәсәк. Ул ар араһында Халыҡ инструменттары милли оркестры, Дәүләт академия хор капеллаһы , Эстрада-джаз оркестры һәм башҡалар ба р.
       Башҡорт дәүләт филармонияһының реклам а буйынса менеджеры Ләйсән Әхмәтшина һү ҙҙәренә ҡарағанда, концерт программаһы бай. Беренсе бүлектә әҙәби-музыкаль лек торий артистары башҡарыуында классик әҫ әрҙәр яңғыраясаҡ, концерттың икенсе бүл еге тағы ла күңеллерәк буласаҡ. Бында " Далан", "Ихлас", "Йәдкәр", "Карауанһара й" һәм "Ҡыҙыҡ-Мәҙәк" сығышы ҡаралған.
       Башҡорт дәүләт филармонияһының күркәм
       сараһына барырға онотмағыҙ, дуҫтар!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал