6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Мин бирешмәйем!
05.05.06


       Владимир Максимович Матвеев - Бөйө к Ватан һуғышы ветераны. Ул әлеге ваҡыт ҡа тиклем спорт менән шөғөлләнә, әңгәмә
       ҡорғанда уның ябайлығына һәм күңел күт әренкелегенә һоҡланаһың.
       84 йәшлек ветеран үҙе генә йәшәй, яҙм ыш уның балаларын төрлө ҡалаларға тарат ҡан. Улы - осоусы - Архангель өлкәһендә
       полк менән командалыҡ итә. Ҡыҙы - бала лар табибы - үҙ ғаиләһе менән Ҡазанда й әшәй. Балалары үҙ яндарына саҡырһа ла, Владимир Максимовичтың бер генә лә китә һе килмәй. Уның бында коллегалары, спор т буйынса дуҫтары, юл аша ғына "Марафон " йүгереүселәр клубы.
       Өлкән йәштәге ветеран тормош ауырлыҡт арына бирешмәй, Владимир Максимович күң еле һәр саҡ шат.
       - Миңә ауыр, әммә мин бирешмәйем! - ти ветеран.
       Ул тормош ауырлыҡтары алдында ҡаушап ҡалырға күнекмәгән. Был уға бала сағына н уҡ килә. Владимир Максимович Охлебини но ауылында ҙур ғаиләлә тыуа. Атаһы - б еренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан, колхо з рәйесен кулактар үлтерә, әсәһе ялғыҙ ҡала һәм 92 йәшкәсә ауыр тормошта йәшәй . Матвеевтың ике һеңлеһе һәм өс ағаһы б ула. Өс ағаһы ла Бөйөк Ватан һуғышы юлд арын үтә. Өлкәне - Вячеслав Ленинградты
       һаҡлай, Краковта һәләк була. Икенсе ағ аһы һуғышты Чехияла тамамлай, өсөнсөһө - Ҡытайҙа. Уларҙың икеһе лә яу яланынан
       әйләнеп ҡайта һәм һуғышта алған йәрәхә ттәренән һәләк була.
       1940 йылда Владимир Максимович Өфө аэ роклубын тамамлай. Ун һигеҙ йәшлек Влад имирҙы Молотовҡа оҙаталар, йәйге мәктәп кә. Унда ПО-2 - "кукурузник"та осорға ө йрәтәләр. Тулыһынса уҡыу курсын бөтмәҫ уҡ һуғыш башлана. Курсанттарҙы армия са фына алынған мәктәпте тамамлаусыларҙы о сорға өйрәтеү өсөн Горький өлкәһенә инс труктор вазифаһында оҙаталар. Матвеев 1 942 йылдың авгусында үҙәк фронҡа оҙатыл а. Үҙәк форнттан һуң I Украина фронтынд а була, 1945 йылдың майында авиация сос тавында Германияға тиклем осоп бара. Һу ғыш тамамланғандан һуң авиация менән ху шлашырға ашыҡмай. Матвеев бер нисә йыл хәрби элемтәлә хеҙмәт итә, ул сер пакет тарын һәм мөһим генералдарҙы ташый. Аҙа ҡ инде ул тыныс тормошто һайлай, әсәһе янына Охлебининоға әйләнеп ҡайта.
       Һуғыштан һуңғы йылдар Владимир Матвее вты иркәләмәй. Уға серегән картуф менән
       туҡланырға, иген әҙерләү буйынса инспе ктор эшен башҡарғанда республика буйлап
       һыбай йөрөргә лә тура килә.
       Владимир Матвеевҡа аҙыҡ-түлек сәнәғәт е һөнәрен алмаштырырға тура килә, ул Өф ө нефть эшкәртеү заводына эшкә күсә, за рарлы производствола эшләй.
       - Зарарлы производствола эшләнем, ағы уландым, спорт менән шөғөлләндем, - ти Владимир Максимович.
       Ул үҙ ғүмерендә спорттың ниндәй төрө менән генә шөғөлләнмәне! Спорттың бар т өрө буйынса ярыштарҙа ҡатнашты, башҡала рҙы ла үҙенең артынан эйәртте, ярышты о йоштороусы һәм судья булды. Пенсия йәше нә етһә лә, уны ял итергә ебәрмәнеләр. Уға Өфө нефть эшкәртеү заводының спорт базаһында эшләргә тәҡдим итәләр. Пенсия ға сыҡҡандан һуң 18 йыл "Батыр" спорт к лубы етәксеһе урынбаҫары булып эшләй. В ладимир Максимович папкаһында производс твола спорт эшен ойоштороу өсөн рәхмәт хаттары һәм уның спорт өлкәһендәге шәхс и ҡаҙаныштары һаҡлана.
       Ул ишеү һәм саңғы буйынса СССР спорт мастеры исеменә лайыҡ. Матвеев әлеге кө ндә лә был спорт төрө менән шөғөлләнә. Ҡыш көндәрендә 70 тапҡыр ғына саңғы күн екмәләренә сыға, аҙнаға 3-4 тапҡыр тигә н һүҙ.
       - Күнекмәгә сығыу еңелдән түгел, саңғ ыны майларға, үҙеңде әҙерләргә кәрәк. А уыр. Ә мин бирешмәйем! Был минең һаулығ ым! - ти Матвеев.
       Владимир Максимович Өфө, Нефтекама һә м Дүртөйлөлә уҙған марафондарҙа ла әүҙе м ҡатнаша.
       Тәбиғәт менән бергә хәрәкәт Владимир Максимович тормошона көс бирә. Йәй көнд әрендә ул ҡарағай һәм ҡайын урмандары б уйлап бәшмәккә йөрөй. "Ағас төбөнә улты рып көс йыям", - ти Матвеев. Владимир М аксимовичтың үҙ баҡсаһы ла бар, әммә ул
       урманға өҫтөнлөк бирә.
       Һуғыш ветераны 4 майҙа баш ҡаланың О рджоникидзе районында уҙған йүгереүҙә ҡ атнашты. Еңеү көнөндә лә уның пландары ҙур - ветеран Совет майҙанында уҙасаҡ йүгереүҙә ҡатнашырға ниәт тота. Уның ө сөн һәр яҙғы старт ғәҙәти. Ул рекорд ө сөн түгел, ә бары тик: "Миңә ауыр, ә ми н бирешмәйем!", - тип әйтер өсөн ҡатнаш а.
       Бирешмәгеҙ, Владимир Максимович. Еңеү
       менән!

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал