6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Юрий Соломин һәм Михаил Ульяновтан - башҡорт театрына
28.04.06


       1982 йылдың 29 апрелендә Башҡортостандың Дәүләт академия рус драма театрын асыу тантанаһы үтә. Ул баш ҡаланың үҙәк майҙандарының береһе - В. И. Ленин исемендәге майҙанды биҙәп тора.
       Ике ҙур колонналағы аҫылмалы кәрниз зәңгәр эмаль менән йөҙләнгән. Скульптураларҙы, кәрниздәрҙе биҙәүсе баҡыр фигура
       - символдарҙы монументалист - рәссамдар Владимир Лемпорт һәм Николай Силис эшләй. Фойены биҙәүҙә мәрмәр, ағас, гипс материалдары файҙаланыла.
       Театр бинаһы үҙенең архитектураһы һәм техник йыһазланышы буйынса ла уникаль. Проекттың авторы - Алексей Иванович Печенкин.
       Театр коллективы ҡаланың мәҙәни тормошонда айырым урын биләй. Ярты быуатлыҡ тормошо, совет театр сәнғәтенең үҫешенә
       индергән өлөшө өсөн 1981 йылда театр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
       Театр коллективы Башҡортостандан ситтә лә юғары баһалана.
       1990 йылда СССР - ҙың халыҡ артисы уға түбәндәге телеграмманы ебәрә:
       "Республика рус драма театрының 60 йыллығы көнөндә хеҙмәттәре, кешегә булған ышанысы, 60 йыл буйына халыҡ
       тормошон яҡтыртҡан сәнғәт уты өсөн һеҙҙең алда баш эйәм, туғандар.
       Ихтирам менән М. Ульянов".
       Театрҙың юбилейын билдәләгән көндә Юрий Соломиндан да
       ҡотлау телеграммаһы килә:
       "Башҡорт ССР - ның сәнғәт буйынса туғандаш Рус драма театры коллективын РСФСР Мәҙәниәт министрлығы һәм шәхсән үҙе мдең исемдән ҡотлауыма шатмын.
       Театрҙың алтмышынсы тыуған көнөнә ҙур уңыштар менән килеүе, ойоштороу, иҡтисад, ә иң мөһиме, ижади планда аяғынд а ныҡ баҫып тороуы ҡыуаныслы.
       Иң ихлас теләктәр менән бергә Мәскәүҙә һәр ваҡыт һеҙҙең уңыштарығыҙҙы ла, уртаҡ эшебеҙҙең хәстәрен дә уртаҡлашырға ә ҙер тороусы кешеләр булыуын онотмағыө. РСФСР - ҙың мәҙәниәт министры Ю. Соломин."

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал