6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Икенсе тур ҙа беҙҙе нимә көтә
11.12.03


       БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Барый Кинйәғолов, һуң бу лыуға ҡарамаҫтан, етенсе декабрь көнө кисен матбуғат конфер енцияһы үткәрҙе. Ул журналистарҙы уҙған һайлауҙарҙа халыҡты ң ҡатнашыу һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Әммә улар яҡынса ғ ына, сөнки һуңғы йомғаҡлауҙы РФ Үҙәк һайлау комиссияһы билдә ләйәсәк. Рәсми һөҙөмтәләр ун көндән һуң ғына билдәле буласаҡ , әммә ғәҙәттә иһә йомғаҡлау был ваҡытҡа тиклем һуҙылмай. БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе һайлауҙар барышын күҙәтеүсе ләрҙең булыуын ыңғай баһалауын белдерҙе. Бөтә сәйәси көстәрҙ ең дә үҙ күҙәтеүселәре булды. Улар ярҙамында һайлау участка ларында ниндәй ҙә булһа "фальсификацияларға" урын ҡуйылманы . Әммә күҙәтеүселәрҙең һаны ҡайһы ваҡыт участка һайлау комис сияһы ағзаларынан хатта өс тапҡырға күберәк булыуы ҡамасау ламай ҡалманы, әлбиттә. Шулай уҡ уның һүҙҙәре буйынса тауыш биреү барышында етешһеҙ лектәр осраны. Әммә законды тупаҫ боҙоу осраҡтарына юл ҡуйы лманы. Булған хәлдә лә, "ҡыҙыу телефон линияһы" ярҙамында у лар тиҙ арала хәл ителә илде. Ысынлап та, биш телефон һайла уҙарҙың ҡыҙыулығын бер аҙ һүлпәнәйтергә ярҙам итте. Теркәлгә н ялыуҙар һәм ғаризалар буйынса , уларҙың йөкмәткеһенә ҡарап , ашығыс саралар күрелде, йә иһә прокуратураға ебәрелде. Ә бына тауыш биреү көнөндә уларҙың һаны ҡырҡа кәмене. Ғөмүмән, тине Барый Кинйәғолов, һайлауҙар үткән һайын улар демократик принциптарға таянып үткәрелә һәм үтә күренмәлерәк
       була бара.
       Республикабыҙҙа үткән президент һайлауҙарының һөҙөмтәләре
       икенсе тур үткәреүҙе талап итә. Был һайлауҙар Рәсәй төбәктә ренең яңы тәбиғәт ресурстары һәм яңы сәнәғәт базаларын ҡулғ а эләктереү өсөн аҡса йәлләмәгән эре финанс-сәнәғәт төркөмдә рен арбап тороусы өлөш икәнлеген тағы ла бер тапҡыр раҫланы . Быйылғы һайлауҙар был юғары вазифаға дәғүә итеүсе ҡайһы б ер кандидаттарҙың бысраҡ технологияларҙы ҡулланыуы, мәғлүмә т каналының үтә көсөргәнешле булыуы менән айырылып торҙо. Тә биғи, бындай кампанияларҙы үткәреү байтаҡ аҡса талап итә ине , ә улар тағы ла байырға, өҫтәмә дивидендтар "һауырға" ниәтл әнгән олигархтарҙа бар, әлбиттә. Улар фекеренсә һуңғы маҡс ат бындай бысраҡ алымдарҙы аҡлай, күрәһең. Ә уларҙың ниәте
       - ҡеүәтле сәнәғәтле Башҡортостанды ҡулға төшөрөү. Үткән һайлауҙар, бында йәшерен-батырыны юҡ, ҡайһы бер һайла усыларҙың финанс һәм сәйәси технологиялар ҡыҫымына әҙер булм ауҙарын күрһәтте. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең халы ҡ аҡты ҡаранан айырырға өйрәнде. Бына беҙҙең ут күршеләребеҙ
       Свердлов өлкәһендә лә губернатор һайлауҙары тап ошолай үтте . Эдуард Россель икенсе турҙа барыбер һайланды бит. Халыҡ, т әүҙә буш вәғәҙәләргә ышанһа ла, һуңынан дөрөҫ ҡарарға килә. Башҡортостан бөгөн дә һайлау алдында тора. Республикабыҙ арт абанда тотороҡло үҫеш юлы менән барырмы, әллә эксперимент тар юлын һайлармы - барыһы ла һеҙҙең менән беҙҙән ҡала. Шул турала онотмаһаҡ ине.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал