6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Стериль химия
28.04.06


       Гүзәл Ҡәҙермәтова Дим "Иммунопрепаратында" ("НПО "Микроген" федераль дәүләт унитар предприятиеһы) 1977 йылдан алып эшләй. Башҡорт дәүләт университетының биология ф акультетын тамамлаған. Уның ғаиләһе - эше, һәм цитомединдар цехының химигы бар ваҡытын тик уға арнай.
       Ҡәҙермәтова сифат контроле өсөн яуап бирә. Реактивтар, сеймал, контроль өсөн иретмә әҙерәү, дауалау препараттары: физик иретмә, глюкоза, хлорид кальцийы һәм башҡалар барыһы л а уның өҫтөндә.
       - Үҙемде башҡа профессияла күҙ алдына ла килтерә алмайым,
       - ти Гүзәл Хәсән ҡыҙы. - Минең тормошомда иң мөһиме - эш. Һ әм ул миңә бик оҡшай. Беҙҙә бер төрлөлөк тигән нимә юҡ. Һәр
       препараттар серияһын йөрәгең аша үткәрәһең бәләкәй бала тәрбиәләгән кеүек ҡарайһың, кәрәк булһа, төҙәтәһең. Бының ни тиклем яуаплылыҡ талап итеүен аңлайһығыҙҙыр.
       Лаборатория шарттарында сығарылған препараттарҙы линияға сығарыу өсөн һәр аҙымды үлсәргә кәрәк, сөнки төрлө проблемалар килеп сығыуы ихтимал. Химик Ҡәҙермәтова ошоноң м енән шөғөлләнә лә инде.
       Тормошондағы әһәмиәтле берәй ваҡиға тураһында һөйләүҙе
       һорағас, ул цехтың АТФ, велазин, простокор сығара башлаған ваҡытын хәтеренә төшөрҙө. "Беҙгә документация һәм
       ҡорамалдар алып килделәр, барыһы ла шул тиклем ҡыҙыҡ һәм ғәҙәттән тыш, хатта беҙ, тиле кеше кеүек, цехта төндәр буйын а
       ултырып сыға торғайныҡ", - тип һөйләй Гүзәл Ҡәҙермәтова. Автоматик инфузион линия ебәрелеүен шатланып иҫенә төшөрә: " Әгәр элегерәк беҙ көнөнә йөҙ литр әҙерләһәк, хәҙер 800 литрлыҡ өс һауыт!" .
       Хеҙмәттәштәре уның тураһында ҙур хөрмәт менән һөйләй - Ҡәҙермәтова бик әҙәпле, нескә кеше. "Уның ниндәй шиғырҙар яҙғанын белһәгеҙ! Нимә тураһында Тормош, кешеләр хаҡында..."
       Һеҙгә берәй ваҡыт инъекция өсөн дарыуҙы нисек эшләгәндәрен
       күрергә тура килдеме Аҡса баҫыу йәки араҡы ҡойоуҙы
       телевизорҙан йыш күрһәтәләр. Ә бына новокаиндың нисек итеп ампулаларға тулыуына шаһит булыусылар бик аҙ. Был бик таҙа производство һәм унда юл ябыҡ. Дөрөҫ, "БАШвестЪ" өсөн ташлама яһарға риза булдылар.
       Шулай итеп, беҙ цитомединдар етештереү цехында. Бында эре
       һыйыр малы туҡымалары һәм органдарынан дарыу препараттары с ығаралар. Беренсе сиратта стериллек таң ҡалдыра. Цехта өс дәрәжә таҙалыҡ хөкөм һөрә. Ҡатын - ҡыҙҙар моделдәр кеүек һәр
       ваҡыт кейем алмаштыра. Иртәнсәк эшкә килгәс хеҙмәткәр аҡ халат кейә, цехҡа ингәндән һуң уны йәшел костюмға алмаштыра,
       ә ампулаларға ҡойоу һәм ябыу участкаһында зәңгәр комбинезон  кейеп ала. Артабан ул йөҙөн битлек менән ҡаплай, ҡулдарын терһәккә тиклем һабын һәм спирт менән йыуа һәм стериль бирсәткәләр кейә. Участканан бер минутҡа ғына сыҡҡан хәлдә л әул барыһын да сисеп йыуыуға һала һәм кире әйләнгәндә өр - яңынан кейенә. Шуға күрә кер йыуыу машиналары өҙлөкһөҙ эшләп ултыра, уларҙа эш кейемдәре йыуыла һәм
       стерилләштерелә. Бынан тыш таҙа бинаға инеүсе кешене тамбурҙа һауа менән өрҙөрөп, барлыҡ ваҡ өлөшсәләрҙән таҙарталар. Производство менән танышҡанда мин өс тапҡыр аяҡ кейемен алмаштырҙым, ә иң мөһим этаптарҙы миңә бары тик быяла аша ғына күрһәттеләр.
       - Беҙ лираза ( элекке исеме лидаза), простокор кеүек препараттар етештерәбеҙ. Улар бик мөһим һәм беҙҙә ҙур һорау менән файҙалана, - тип һөйләй минең "гид" - химик Наталья
       Игнатьева. - Ампула производствоһында магнезия, новокаин, рибоксин, хлорид кальцийы, инфузион линияла - физик иретмә,
       глюкоза сығарыла. Сәғәтенә ике мең флакон үтеүен иҫәпкә
       алғанда, етештереү күләме тураһында үҙегеҙ һығымта яһағыҙ.
       Был бүлмәлә бик күп буш ампулалар йыуыла, стерилләштерелә
       һәм тигеҙ генә рәттәр менән күрше бүлмәгә инеп "сума", унда
       бер ҡыҙ яңғыҙы ғына эшләй. 700 литрлыҡ һауыттар урынлашҡан икенсе бүлмәнән уға иретмә "килә". Бөгөн был магнезия. Шыйыҡлыҡ бер юлы һигеҙ ампулаға ҡойола, киләһе секундта һигеҙе лә ябыла һәм участканан "йөҙөп" сығып китә. Күҙҙәре
       генә күренеп торған ҡыҙ процесты контролдә тота, препаратты ң иҫәбен тикшерә. Магнезия инеп кткән икенсе бүлмәлә хеҙмәтк әр ҡыҙ ябыҡ ампулаларҙы ҡабул итә һәм уларҙы кассеталарға урынлаштыра. Киләһе этап - тултырылған ампулаларҙы тикшереү.
       Янып торған лампа ҡуйылған өҫтәл артында ҡатын - ҡыҙҙар һәр бер ампуланы утҡа ҡуйып тикшерә. Бында өс дәрәжә контроль үткәрелә. Башта әҙер флакондарҙы ут аҫтында, аҡ һәм ҡара
       экрандарҙа тикшерәләр. Ағында ҡара өлөшсәләр, ҡараһында - төксәләр, быяла күренеүе мөмкин. Артабан флакондарҙы сифат бүлеге лаборанты тикшерә, һәм әгәр ҙә сит өлөшсә табылһа, бөтә партия яңынан ҡарала.
       Ҡаптарға һалынған һәм оҙатырға әҙерләнгән дарыуҙар үҙ ваҡыты етеүен тағы 14 көн көтә әле. Был ваҡыт эсендә препараттың стериллеге тикшерелә, унда бактериялар барлыҡҡа килеү ихтималлығы күҙәтелә. Әлегә ундай осраҡтар булғаны юҡ
       әле, ти Наталья Борисовна һәм шаҡып ҡуйыр өсөн ағас эҙләй. Бында эшләүсе ҡатын - ҡыҙҙар өйҙә лә таҙалыҡ йәһәтенән бик талапсан тиҙәр. Улар һәр ваҡыт бар нимәне ла таҙартыу менән мәшғүл. Эш хаҡы республика буйынса уртаса хеҙмәт хаҡынан
       юғарыраҡ, әлбиттә, әммә талаптары ла...
       Артабан барыһы ла ябайлаша. Ампулаларға келәймә һуғыу һәм
       ҡаптарға тултырыу линияһына яҡынлашабыҙ. Бер яҡҡа картон һәм ҡағыҙ инә, икенсе яҡтан беҙ һатыуҙа күреп өйрәнгән дарыу ҡумталары сыға. Бөттө, экскурсия тамам. Дарыу артынан
       дарыуханаға рәхим итегеҙ.

Елена Сергеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал