6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Медицина, авиация һәм нефть юғары уҡыу йорттары президент гранты өсөн көрәшә
27.04.06


       Башҡортостан территорияһында урынлашҡан юғары уҡыу йорттары араһынан өс вуз - Өфө дәүләт авиация университеты,
       Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм Өфө дәүләт нефть т ехник университеты "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектты
       тормошҡа ашырыу сиктәрендә инновацион программаларын
       финанслауға дәғүә итә.
       20 апрелдә Мәскәүҙә юғары уҡыу йорттарының иң яҡшы
       инновацион программаһын билдәләү буйынса конкурс комиссияһының тәүге ултырышында конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү йомғаҡтары тураһындағы протоколдар
       раҫланды.
       Конкурста еңеүселәр 26 майҙа асыҡланасаҡ. Конкурс комиссияһы өс тиң төркөмдән тора: унда бизнес, фән вәкилдәре
       һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре инә
       Киләһе йылда милли проектты финанслауҙы биш миллиардтан 1 5 миллиардҡа тиклем арттырыу күҙ уңында тотола. Быйылғы йылдың ноябрь айында вуздар араһында яңы конкурс иғлан ителәсәк.
       Яҡын арала конкурс комиссияһы ағзалары барлыҡ 197 ғаризаның да электрон версияһын аласаҡ. Ә бирелгән ғаризаларға экспертизаны сит эксперттар үткәрә: махсус булдырылған методика буйынса һәр ғаризаны икешәр эксперт баһалай.
       Һәр ғариза буйынса эксперт һығымталары яһаласаҡ һәм баһа
       биреләсәк, улар инновацион белем биреү программаларының рейтингын төҙөргә мөмкинселек бирә. Артабан 30 - 40 ғаризана н торған ҡыҫҡараҡ исемлек билдәләнә. Ентекле тикшереүҙән һуң , 26 майға тиклем, конкурс комиссияһы йәшерен тауыш биреү юлы менән 2006 - 2007 йылдарға дөйөм күләме 10 миллиард һум тәшкил иткән финанслауға лайыҡ тип табылған 15 - 20 инновацион белем биреү программаһын һайлаясаҡ.
       Бөгөн Мәскәүҙә "Мәғариф" өҫтөнлөклө милли проектты
       тормошҡа ашырыу буйынса урындарҙағы конкурс комиссиялары ет әкселәре үҙҙәренең семинар - кәңәшмәһен башланы. Унда Башҡортостан Мәғариф министрлығында милли проект координаторы Наталья Сафронова ҡатнаша.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал