6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Пролетарийҙар тоҡомонан
27.04.06


       "Власть труда" гәзитенең 1922 йылдың 27 апрелендә сыҡҡан һанында өфөлө, сығышы менән пролетарий Иван Михайлович Беляков тураһында некролог баҫыла. Ул Өфөлә түгел, ә аҙыҡ - түлек һәм фураж әҙерләү өсөн командировкаға ебәрелгән алыҫ Курск губернаһында тиф ауырыуынан вафат булып ҡала.
       "Беҙҙең аранан киттең, иптәш, әммә һинең эшең ҡалды, ул тере", - тип яҙыла некрологта. Уны ерләгән көндә Өфө эшсәндәре элекке Һамар урамына И. М. Беляковтың исемен бирә.
       Был урам Совет районында урынлашҡан.
       Иван Михайлович Беляков 1888 йылда Өфөлә, тимер юл оҫтаханаһында эшләүсе балта оҫтаһы ғаиләһендә донъяға килә. Өс класлы училищены тамамлағандан һуң, атаһы Иванды ла ошонда алып килә. Малай баҡырсылар эшенә өйрәнә башлай һәм 1 4 йыл эш дәүерендә тәжрибәле баҡырсыға әйләнә.
       Йәш егет Иван большевиктарҙың подполье мәктәбендә сынығыу ала һәм кешеләр менән эшләргә өйрәнә. Февраль
       революцияһынан һуң Эшсе һәм һалдат депутаттары советының
       башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана. 1917 йылдың мартында Иван Михайлович Н. П. Брюханов, А. И. Свидерский, А. Д. Цюрупа кеүек тәжрибәле революционерҙар менән бергә РСДРП - ның Өфө губерна комитеты составына инә.
       Октябрь революцияһы еңеүенән һуң, тимер юлдар оҫтаханаһы эшсеһе Беляков Өфөнөң эшсе һәм һалдат депутаттары советы ҡарамағына йүнәлтелә. Бында ул эшселәр секцияһына етәкселек итә, артабан уны Өфө губерна ревкомы - власың иң юғары
       органы ағзаһы итеп һайлайҙар. РСДРП (б) - ның икенсе Өфө губерна конференцияһында ул партия губкомы кандидаты итеп
       һайлана.
       Эштең барлыҡ участкаларында ла Иван Михайловичтың ойоштороу һәләте үҙен һиҙҙерә.
       Совет власының тәүге йылдарында ҡыйынға тура килә. 1918 йылдың йәйендә аҡгвардеецтарҙың һөжүме ваҡытында И. М. Беляков совет учреждениеларын һәм унда эшләүселәрҙе Өфөнән эвакуациялауға етәкселек итә. 1918 йылда ҡар баҫҡан
       Өфөгә кире әйләнеп ҡайта. Азат ителгән ҡалала яңы учреждениелар төҙөлә. Түбәндәге документ та шул көндәрҙә барлыҡҡа килә: "... Ҡала хужалығы комиссариаты коллегияһының
       тәжрибәле хеҙмәткәрҙәргә киҫкен мохтажлығы сәбәпле, әйтелгә н комиссариатҡа тиҙ арала иптәш Ив. Мих. Беляковты ағза сифатында командировкаға йүнәлтеүҙән баш тартмауығыҙҙы
       үтенәм".
       1919 йылдың июлендә И. М. Беляков инде губерна совнархозы
       президиумы ағзаһы булып эшләй.
       1920 йыл. Элекке тимер юлсылар оҫтаханаһы эшсеһе үҙенең иптәштәрен, бар ҡаланы транспортты тергеҙеүгә күтәрә. Коммунистик субботниктар ойошторола. Һәм бығаса емерек хәлдә, өнһөҙ торған паровоздар бер - бер артлы сафҡа баҫа.
       Ул ваҡытта Иван Михайлович Беляковтың ҡулынан килмәгән эш
       булмай. Ҡоролоҡ һәм аслыҡ йылында ул Курск губернаһына фураж әҙерләргә китә. Үҙенең һуңғы командировкаһына.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал