6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Сәйфуллинаның тәүге повесы Башҡортостанда яҙыла
26.04.06


       Революциянан һуңғы ауыр йылдар. Мәскәү һәм Петроград урамдарын ҡар баҫҡан. Поездар ҡыҙылармеецтарҙы ғына ташый һ әм Себерҙән икмәк килтерелә. Ҡоро паектар, емереклек. Әммә н әҡ ошо йылдарҙа совет әҙәбиәте тыуа. Һәм уға башланғыс
       һалыусылар араһында бәләкәй генә баҫалҡы ҡатын, уҡытыусы, актриса, китапханасы Лидия Николаевна Сәйфуллина ла бар.
       1922 йылда уның "Хоҡуҡ боҙоусылар" хикәйәһе баҫыла, тиҙҙә н "Серетмә", "Виринея" повестары донъя күрә.
       Яҙыусының барлыҡ китаптары ла иҫке донъяның емерелеүе, яңы тормош һәм яңы кеше барлыҡҡа килеүенә арналған. Уның геройҙары - ҡарауһыҙ ҡалған балалар, крәҫтиән ҡатындары, ауы л активистары. "Миллионлаған ошондай кешеләр табутҡа оҡшаған
       еүеш соланда йәшәгәндәй көн күрҙе, - ти Сәйфуллина, - һәм б ер көнө ҡапыл уларҙың алдында ишек асылып китте!"
       Лидия Николаевна Сәйфуллина ( 1889 йыл, 3 апрель - 1954 й ыл, 26 апрель) Ырымбур губернаһының Троицк өйәҙендә ( бөгөн Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районы) донъяға килә. Гимназияны тамамлағандан һуң Ырымбурҙа һәм Орскиҙа уҡытыусы булып эшләй, Ырымбурҙа, Вильнола ( бөгөн Вильнюс), Ташкентта
       профессиональ сәхнәлә сығыш яһай. Һуңынан Ырымбур губернаһының Орск өйәҙе земствоһының халыҡ мәғарифы өлкәһендә уҡытыусы, китапханасы, Һамар - Раевка районында мәктәптән тыш белем биреү бүлекмәһе мөдире булып эшләй.
       1915 - 1917 йылдарҙа Лидия Сәйфуллина китапханасы булып
       эшләгән Самарское ҡасабаһы бөгөн Хәйбулла районына ҡарай. Ул үҙенең бында тәүге килеүе тураһында былай тип хәтерләй: " Тәүге туҡталған фатирҙа уҡ минең өҫтөмә бер аҙ һалҡын һыу "ҡойҙолар". Минең ни өсөн килеүемде белгәс, фатир хужабикәһе
       "китапхана" һүҙенең нимә аңлатҡанын һораны. Мин аңлатып бирҙем. Ул бик тыныс һәм ышаныслы итеп: "Бәлки бала - саға барғылар, ә беҙҙең ваҡ - төйәк менән булышырға ваҡытыбыҙ юҡ.
       Ирҙәр аҙ ҡалды, ә эш күп. Эйе, беҙ, ҡатындар, наҙанбыҙ, уҡы й белгәндәренең дә китап тотоп ултырырға ваҡыты юҡ. Байрамда гәзит кенә уҡымағанда...", - тине.
       Әммә аҡрынлап бәйләнеш булдырыла. Сәйфуллина китапхана эше менән бер рәттән балалар уҡыта башларға ҡарар итә. "Балаларҙы әсәләре алып килде һәм, ҡыҙыҡһынып, китапханала үҙҙәре лә ҡалды... Китапхана, солан, минең бүлмәгә халыҡ тул ды, - тип хәтерләй ул. - Һәм улар алдында мин билдәләгән программамды намыҫ менән үтәнем. Эшем һәр ваҡыт уңышлы барҙы тип әйтә алманым. Күп кенә балалар тыңларға теләмәй, ҡайһы берҙәре халыҡтың күплегенән ҡурҡып илай башланы. Әммә әсәләр һәм өлкәнерәк балалар бик ҡәнәғәт булып ҡайтып китте".
       Самарское ҡасабаһында Сәйфуллина тәүге әҫәрен яҙа. Ул актерҙар тормошон һүрәтләй һәм "Актрисаның үлеме" тип атала.
       "1916 йылдың ноябрь айында "Вестник Европы" журналына ебәрҙем, - тип яҙа ул автобиографияһында. - Ләкин повесты баҫманылар. Әммә был яҙышыу теләген һүрелтмәне".
       Һуңынан Лидия Николаевна Силәбе, Новосибирск ҡалаларында эшләй, 1923 йылда Мәскәүгә күсә. Ғүмеренең аҙағына тиклем Урал, Себер менән тығыҙ әҙәби бәйләнешен өҙмәй.
       Лидия Сәйфуллина тыуған яғындағы үҙгәрештәрҙе шатланып ҡаршы ала. "Ҙур ҡалалар һәм тимер юлдарҙан ситтә урынлашҡан төпкөл провинцияла шоссе һәм тимер юлдар барлыҡҡа килеүен, м иңә яҡын булған Ырымбур далаларының байлығы асылыуын, ауыл һәм ҡасабаларҙан, бәләкәй утарҙарҙан яҡты белем һәм
       юғары әхләҡ донъяһына киң юл һалыныуына шаһит булдым".

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал