6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Тарихҡа кире ҡайтып
26.04.06


       Беренсе саҡырылыш Дәүләт Думаһының тәүге ултырышына йөҙ й ыл тулыуы алдынан Рәсәйҙең бөгөнгө либералдары Рәсәй парламентының тәүге депутаттарына арналған эштәр конкурсы ойошторҙо. Ҡыҙғаныс, әммә Рәсәй парламентаризмы пионерҙарының яҙмышы күпселек осраҡта фажиғәле тамамланыуы асыҡланды, ә күптәренең ҡайҙа ерләнгәне лә билдәһеҙ.
       - Либералдар - беренсе Рәсәй парламенты вариҫтары, - тип раҫлай "Уң көстәр союзы" сәйәси партияһының федераль сәйәси советы рәйесе Никита Белых. - Бөгөн Рәсәй либерализмының тамырҙары тәрән ятыуын күрһәтеү мөһим. Бойондороҡһоҙ һәм аҡыллы кешеләрҙең ҡеүәтле синыфы булған бит, һәм улар
       йәмғиәттең иң яҡшы вәкилдәре. Беҙ кешеләргә уларҙың тарихын
       кире ҡайтарабыҙ.
       Бөгөн уң демократик оппозиция ҡатмарлы ваҡыттарын кисерә.
       Ни өсөн Сөнки либералдар һәр ваҡыт реформаларҙы яҡлап һәм уның этәргес көсө булып сығыш яһаны. Һуңғылары иһә аҡса бөткәндә башлана. Бөгөн илдә аҡса саманан тыш күп. "Оппозицияла булыу бөгөн моданан сыҡты, - тип белдерә СПС
       алдынғыһы. Әлеге ваҡытта үткәрелгән сәйәси фирҡәләрҙе ҡабаттан теркәү кампанияһынан һуң 38 партияның күп тигәндә у н бише ҡаласаҡ. Беҙҙең ҡарамаҡҡа иһә, сәйәси көстәр араһында
       реаль конкурентлыҡ булыуы ғына йәмғиәттең үҫеүенә алып бара
       ала!"
       Мәскәү дәүләт университетының политология профессоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Алексей Кара - Мурза
       Рәсәй либералдарының һәм шул уҡ ваҡытта "Уң көстәр союзы" партияһының етәкселәренең береһе. Ул әле Гайдарҙың кризисҡа ҡаршы хөкүмәтендә лә эшләне, һәм уның либераль идеологияға тоғролоғо ваҡыт һынауын үтте, тип әйтергә була. "Минеңсә, 20 03 йылғы һайлауҙарҙың һөжүме көслө булыуға ҡарамаҫтан, парти я тере һәм ул йәшәйәсәк. Ләкин бының файҙаһы ла бар: төбәктәр уң демократик төбәк сәйәсәтен формалаштырыуҙың башҡарып булырлыҡ эш икәнлеген аңланы, - ти Алексей Алексеевич.
       Рәсәйҙең уң көстәре парламентаризм тарихында юҡҡа ғына символик ресурс эҙләмәй. СПС - тың республика бүлексәһе
       академик һәм студенттар аудиторияһын, шулай уҡ тарихсылар һәм крайҙы өйрәнеүселәрҙе Өфө һәм Ырымбур губерналарынан Рәс әйҙең беренсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттарының яҙмыш ын өйрәнеүгә йәлеп итә алды. Был йөҙ йыл элек булған ваҡиғаларға шул тиклем ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, хатта
       Башҡортостан СПС кокурсы финалсылары иҫәбенә эләкте, ә партияның федераль лидерҙары Өфөлә үткән үткән ғилми -
       ғәмәли конференияла ҡатнаша.
       - Ил ирекле һулыш алған һәм һайлау хоҡуғына эйә булған беренсе Думала был губерналар территорияһында тотош Рәсәйҙәге кеүек үк иң яҡшы вәкилдәр һайлана. Тимәк, йәмғиәтт ә абруйлы, белемле, инновацион булған либералдарҙы һайлау Рәсәйҙә традиция һаналған, - тип һөйләй Алексей Кара - Мурза . - Уларҙың онотолоуы йәл. Әммә һеҙҙең губерналарҙан беренсе Дәүләт Думаһына депутаттар бөгөн тарихи реабилитация үтте тип әйтергә була. Һәм йәштәрҙең парламентаризм тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдереүе бәлки уларҙы тәүге депутаттарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә этәргес көс булыр.
       Уңдар ағымдағы мәлдең тарихи бурысын - сәйәси киңлектә үҙ урынын һаҡлап ҡала алыуҙы хәл итә алырмы 1917 йылдан һуң
       был уларҙың ҡулынан килмәне. Һәм бына яңы этап. Һайлауҙар һөҙөмтәһендә СПС 2007 йылда Дәүләт Думаһына үтергә йыйына. Я ңғыҙымы Никита Белых һәм Алексей Кара - Мурза был "бөтә
       демократтар берләшкәндән һуң ғына мөмкин буласаҡ" тип белдерә. Алда көткән берләшеүгә тәүге аҙым булып СПС һәм "Яблоко" лидерҙары ошо көндәрҙә ҡул ҡуйырға йыйынған уртаҡ м еморандум торор, моғайын.
       - Рәсәйҙең тәүге саҡырылыштарҙағы Дәүләт Думаһы депутатта ры ҡатмарлы шарттарҙа эшләгән, - ти Алексей Кара - Мурза. - Уның ҡарауы улар илгә кәрәкле реформаларҙың өлөшөн булһа ла үткәреүгә ирешкән. Ул либералдар реакция һәм революция араһында "йәнселгән". Минеңсә был либералдар өсөн түгел, ә Рәсәйҙең фажиғәһе. Либерализмдың милли афәттәр ваҡытында ай ырыуса һорау менән файҙаланыуы билдәле, әммә был демократтар илдә тағы ла берәй хәл булыуын көтөргә тейеш тигәнде аңлатамы ни

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал