6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Баш ҡалабыҙ донъя чемпионатына әҙерләнә
26.04.06


       Тиҙҙән донъя биатлоны Башҡортостандың баш ҡалаһына ла килеп етәсәк. Быйылғы йылдың сентябрь айында Өфө йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатында ҡатнашыусыларҙы ҡабул ит әсәк. Бөгөнгө көнгә 25 илдең саңғы роллерҙары награда өсөн көрәшергә теләк белдерҙе. Саҡырыуҙар иһә планетаның 54 иленә ебәрелде.
       Йәйге биатлондың барлыҡҡа килеүенә башлыса атыусы саңғысыларҙың ҡышҡы старттарға әҙерлеге сәбәп булып торҙо. Был спорт төрө барлыҡҡа килгәс үк Рәсәй спортсылары уның буйынса донъяла алдынғы урын биләне. Рәсәй спортсылары донъя һәм Европа чемпионаттарында мотлаҡ ҡатнашыуҙарын һәм һәр ваҡыт тип әйтерлек бына тигән һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙәрен билдәләргә кәрәк. Йәйге биатлон буйынса тәүге донъя чемпионаты 1996 йылда Хохфильценда (Австрия) үтә.
       Донъя чемпионаты үткәреү урыны итеп Өфө осраҡлы рәүештә
       генә һайланмаған. 2001 йылда асылған "Биатлон" спорт - һауыҡтырыу комплексы икенсе йылына уҡ халыҡ - ара сетификат һәм Европа һәм донъя чемпионатары үткәреү хоҡуғына эйә булды. Халыҡ - ара биатлонсылар союзы президенты Андерс
       Бессеберг та баш ҡалабыҙҙа бер нисә тапҡыр булып китте.
       Юғары сифатлы матди базанан тыш Башҡортостан спорттың был төрөндәге һөҙөмтәләре менән дә маҡтана ала. Максим Чудов, Филипп Шульман, Мария Косиновалар Рәсәй беренселегендә еңеүсе һәм призерҙар булып танылды.
       Өфөлә донъя күләмендәге ярыштарға әҙерлек йылдам бара. Республика йортонда БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Б айдәүләтов етәкселегендә донъя чемпионатын ойоштороу комитеты өсөнсө ултырышын үткәрҙе. Байтаҡ эш башҡарылыуына ҡарамаҫтан, ҡалған дүрт айға ла эш етерлек.
       "Биатлон" комплексы территорияһында эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡталмай. Был йәһәттән нимә эшләнеүе һәм күпме эш башҡарыласағы тураһында "Инвестицион - төҙөлөш комитеты" муниципаль унитар предприятиеһы директоры Рәиф Әбдрәхимов һөйләне. Бөгөнгө көнгә комментаторҙар өсөн кабиналар, саңғы прокаты пункты төҙөлгән. Унда биҙәү эштәре үткәреләсәк. Инженер селтәрҙәре 100 процент әҙерлек
       стадияһында.
       Әлеге ваҡытта трассаны киңәйтеү буйынса эштәр башҡарыла. Бөгөнгө көнгә асфальт түшәргә генә ҡалған.
       Донъя чемпионатын телевизион яҡтыртыу мәсьәләһе ҙур урын биләй. "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының баш инженеры Рөстәм Хәмәтвәлиевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, башта
       биатлон буйынса Ханты - Мансийск ҡалаһында үткән донъя чемпионаттары һәм кубоктарын яҡтыртыуҙы тәьмин итеүсе "Югра"
       телерадиокомпанияһынан ҡорамалдарҙы арендаға алыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барылғайны. Әммә һуңынан
       улар хеҙмәтләндереү күрһәтеүҙән баш тартты, сөнки нәҡ ошо
       ваҡытта ҡалала йыр фестивале үтәсәге асыҡланды .
       Һөҙөмтәлә "Телекомпания" Сургут Информ - ТВ" ябыҡ
       акционерҙар йәмғиәтенең тулы хеҙмәтләндереү пакетын һатып алырға ҡарар ителде. Ул чемпионатты 21 телекамера һәм махсу с техника менән тәьмин итәсәк. Үҙ сиратында "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы
       видеосигналды телеүҙәккә, федераль һәм республика каналдарына алып барып еткерергә вәғәҙә итә. Донъя чемпионаты "Евроспорт", "РТР - Спорт" телеканалдары буйынса трансляцияланасаҡ.
       Ултырыш аҙағында һүҙ Республиканың Спорт министрлығы башлығы Владимир Самородовҡа бирелде. Уның һүҙҙәре
       буйынса, бөгөн республикала ярыштарға әҙерлек, "Биатлон" спорт комплексын төҙөү һәм реконструкциялау, уны төҙөкләндереү һәм биҙәү, ҡатнашыусыларҙың йәшәү шарттарын һә м туҡланыуын ойоштороу, медицина хеҙмәтләндереүе, виза менән тәьмин итеү һәм башҡалар буйынса эшсе төркөмдәр ойошторолған.
       Июнь - июль айҙарында "Курвинен" фин компанияһынан Өфөгә 30 электромеханик сәп ҡоролмалары килтереләсәк.
       Донъя чемпионатында ҡатнашыусылар өсөн йәшәү һәм туҡланыу шарттары буйынса ҡаланың ҡунаҡханалары менән килешелгән.
       Билдәле, бөгөн Өфөнөң донъя чемпионатына әҙерлеге Халыҡ -
       ара биатлонсылар союзы һәм Рәсәй биатлонсылар союзының
       иғтибар үҙәгендә ҡала. Был ведомство вәкилдәре үҙҙәренең Өфөгә сәфәрен майҙың беренсе яртыһына ниәтләй. Уларҙың килеүенең төп маҡсаты - ҡоролмалар әҙерлеген тикшереү һәм сараны үткәреүҙә практик ярҙам күрһәтеү.
       Владимир Самородовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, тиҙҙән, 28 апрелдән башлап, чемпионаттың рәсми сайты эшләй башлаясаҡ.
       Донъя кимәлендәге чемпионат үткәреү Башҡортостан өсөн
       файҙаға буласаҡ, әлбиттә. Сөнки ул донъя кимәлендәге
       матди - техник база булдырыуҙан тыш, баһалап бөткөһөҙ күнекмә һәм тәжрибә тупларға мөмкинселек бирәсәк.

Елена Евтеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал