6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Йортто һүтеү - төҙөү түгел
26.04.06


       Һүтеү - төҙөү түгел. Төҙөү - емереү түгел. Гер таҡҡан экск аватор килеп бер - ике тапҡыр һелтәне, бына өй йәки һарайҙың
       ғүмере бөттө тигән һүҙ. Уның урынына ҙур һәм матур, 200 йәк и хатта 300 ғаилә йәшәрлек ( быныһы архитекторҙарҙан тора ин де) йорт һалынасаҡ.
       ... Барыһы ла шул тиклем еңел хәл ителгән кеүек. Тик телд ә
       генә шул. Ғәмәлдә иһә иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡты
       һүтеү проблемаһы тәрәнерәк ята. Был торлаҡты биләүсе граждандар ҡайҙа күсереләсәк Һүтеләсәк торлаҡ хужалары һәм социаль найм килешеүе буйынса йәшәүселәр нисә фатир йәки квадрат метрға дәғүә итә ала Йорттары быға тиклем ҡала
       уртаһында тороусыларҙы ҡала ситенә сығармаҫтармы
       Һорауҙар күп, ә яуап бер генә. Һәм ул "Рәсәй Федерацияһын ың Торлаҡ кодексында" яҙылған.
       Быйыл Өфөлә байтаҡ иҫке һәм авария хәлендәге йортар һүтеләсәк. Беренсе сиратта - "юбилей объекттары" урынлашҡан райондарға ҡағыла. Халыҡтар дуҫлығы йорто, Боҙ һарайы,
       "Аҡбуҙат" ипподромы янындағы төҙөлөш зонаһына эләгеүсе иҫке йорттарҙы һүтеү тамамланыу стадияһында тип әйтергә мөмкин. Өфөнөң башҡа биҫтәләрендә лә эш дауам итә. Ҡала властары был адрестар менән таныштырырға ашыҡмай - граждандар иҫәбенә үҙ мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндерергә теләүсе юридик дипломлы эшҡыуарҙар артыҡ күп. Мәҫәлән, улар күсеү ваҡытында торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәсьәләһен хәл
       итергә тәҡдим итәләр ( билдәле хаҡҡа, әлбиттә). Схемалар кү п
       төрлө. Мәҫәлән, йортҡа мөмкин тиклем күберәк кешене пропискаға индереү, һуңынан, йәнәһе, кешегә 10 квадрат метрҙан да кәмерәк майҙан бирелмәйәсәк. Йәғни 40 кеше икән, 400 квадрат метр тигән кеүегерәк инде. Ҡыҙығырлыҡ, күптәр бы л тәҡдимгә ризалаша һәм байтаҡ аҡсаһын елгә осора.
       Закон буйынса муниципаль иҫке йортто һүткәндә, фатир алыусыға шул уҡ торлаҡ майҙаны бирелә. Йәғни йортта нисә кеше теркәлеүенә ҡарамайынса, квадратҡа квадрат
       алмаштырыла. Яңы фатир шәхси милеккә әйләнмәйәсәк. Элекке кодекста йән башына 14 квадрат метрға иҫәп тоторға була ине.
       Хәҙер был норма бөтөрөлдө.
       Әгәр ҙә һүтелергә тейешле йорт хужаның шәхси мөлкәтенә ҡарай икән, ул түләү аҡсаһына дәғүә итә ала. Күсемһеҙ милект ең баҙар хаҡы бойондороҡһоҙ баһалаусылар тарафынан билдәләнә
       һәм уның нигеҙендә хужаға аҡса түләнә. Йәки, әгәр ҙә ул тө ҙөүсе фирма менән килешһә - яңы фатир бирелә. Башҡа вариантт ар ҡаралмаған. Йорттоң һүтелеүе иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкин түгел хәҙер. Квадратына квадрат йәки уның баҙар хаҡы һәм вәссәләм...
       Республика буйынса, дөйөм алғанда, файҙаланыуға яраҡлы булмаған 860 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ иҫәпләнә. Быйыл Өфөлә граждандарҙы иҫке муниципаль фондтан күсереүгә 2 0 мең квадрат метр биреләсәк.
       Быйыл республиканың иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡты һүтеү программаһы буйынса халыҡты күсереүгә 50 миллион һум б үленәсәк. Төҙөүсе фирмалар иҫәбенә тағы 120 миллион йәлеп итеү планлаштырыла.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал