6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһында
25.04.06


       Республика Конституцияһы 1993 йылда ҡабул ителгән ваҡытта н алып өсөнсө тапҡыр үҙгәрештәр кисерәсәк. Федераль ҡануниәттәге үҙгәрештәр формаль сәбәп ролен үтәһә, айырым алынған төбәктә власть вертикале төҙөүҙең тамамланыуы формаль булмаған сәбәп булып тора. БР Дәүләт йыйылышы депутаттары закон проектын икенсе уҡыуға үткәрҙе, әммә протест тауыштары яңғыраманы.
       Власть вертикале Башҡортостандың Төп Законына үҙгәрештәр индереүҙән тыш тағы һигеҙ законға һәм парламенттың бер ҡарарына төҙәтмәләр ҡабул итеүҙе талап итәсәк. Башҡортостан президентының халыҡ тарафынан туранан - тура һайланыуы тураһындағы конституцион норма Рәсәй Президентының тәҡдиме б уйынса кандидаттың Дәүләт Йыйылышы тарафынан
       раҫланыуына алмаштырыла.
       Хәйер, БР Конституцияһына быға тиклем индерелгән үҙгәрештәр ҙә косметик характерҙа булманы. Алда үткән ике тишереү ваҡытында Төп закон тексынан республика суверенитетын билдәләүсе, республика территорияһында төбәк закондарының өҫтөнлөгөн күрһәтеүсе, уға тәбиғәт ресурстарына
       эйә булыу хоҡуғын биреүсе һәм башҡа нормалар алынды.
       Үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр ярҙамында Конституцияға яраҡлаштырылыусы бөгөнгө сәйәси ысынбарлыҡтар яңы "страховкалау" нормалары барлыҡҡа килеүен дә талап итә. Төҙәтмәләр ярҙамында РФ субъектының юғары вазифалы
       шәхесенә вәкәләттәр биреү тәртибе барлыҡҡа килә, республика
       парламенты вәкәләттәре, бер ыңғай дәүләт власы органдары структураларын билдәләү һәм уларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу й әһәтенән республика башлыҡтарының вәкәләттәре лә нығытыла. Б Р Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле Альбина Воробьева әйтеүенсә, өр - яңы закондар сығарыу новеллаларынан төбәктең
       юғары вазифалы кеше бурыстарын ваҡытлыса башҡарыусы институты барлыҡҡа килеүен билдәләргә мөмкин. Әммә президент вазифаһын башҡарыусының хоҡуҡтары һиҙелерлек сикләнәсәк һәм ул үҙенең эштәре менән власть ойошмаһының быға тиклем булған тәртибенә "зыян килтерә" алмаясаҡ. Бынан
       тыш, Төп Закон тексында Федерация субъектының дәүләт власының урындағы органдарын, әйтәйек, министрлыҡ йәки ведомство бүлексәләрен төҙөү хоҡуғы нығытыла.
       Парламентарийҙарҙың күпселеге сәйәси аңлылыҡ күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, дискуссия ғәҙәттәгегә ҡарағанда йәнлерәк булды. Депутат Эдвард Мурзин закон проектын "демократияға ҡаршы сираттағы аҫтыртын ниәт" тип белдерҙе.
       - Беҙ бит уны хуплай алмайбыҙ, - тип яҡлау өмөт итеп парламент буйынса коллегаларына мөрәжәғәт итте ул. - Беҙ Башҡортостан халҡының һайлау хоҡуғын тартып алабыҙ. Хәл етдиләшә - беҙҙең Үҙәк менән диалог алып барыу рычагтары кәмегәндән кәмей.
       Йыйылыусыларҙың рөхсәтен алып һәм уларҙың ҡыҙыҡһыныуын т ойоп, Мурзин үҙе әҙерләгән плакатын асып күрһәтте, унда "БР Президентын БР халҡы һайлай!" тип яҙылған.
       Закон проектына төҙәтмәләр әле парламент комитетында һәм икенсе уҡыуҙарҙа тикшереләсәк, әммә республика Конституцияһының үҙгәрештәр кисерәсәге шик тыуҙырмай. Республиканың бөгөнгө башлығының эшмәкәрлегенә килгәндә, был йәһәттән закон проектында күрһәтмә бар: "БР Конституцияһына ярашлы һайланған БР Президенты вәкәләттәрҙең билдәләнгән ваҡыты тамамланғанға тиклем үҙ вәкиллек хоҡуҡтарын тормошҡа ашыра".

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал