6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Самолетта үткән ғүмер, йәки республика өҫтөндә томан
11.12.03


       Көтөлгән алға килде тип тә әйтергә була инде. Башҡортоста н Президентын һайлау ике турҙа үтәсәк. Был оппозиция тарафын ан ниндәй генә яла яғыуҙар булыуына ҡарамаҫтан, республикал а демократия хөкөм һөрөүе тураһында һөйләй. Дөрөҫөн генә әйт кәндә, икенсе турҙың, өҫтәлмә аҡса түгеүҙәр алып килеүенә ҡа рамаҫтан, ыңғай мәлдәре лә етерлек. Беренсенән, хәҙер берәү ҙә республиканы административ ресурс файҙаланыуҙа ғәйепләй а лмаясаҡ: беренсе тур уҡ халыҡтың ҡарарҙы үҙе һайлауын күрһәт те. Икенсенән, тағы бер тапҡыр һайлаусыларҙың юғары проценты
       уларҙың аң менән эш итеүҙәрен күрһәтә. Өсөнсөнән, ике канди датуранан лайыҡлыһын һалауы еңелерәк. Бюллетендәрҙә кемдәрҙең фамилияларын күрербеҙ икән Унда тә үге турҙа һайлаусыларҙың иң күп тауыштарын йыйған Мортаза Р әхимов һәм Сергей Веремеенко буласаҡ. Ә инде уларҙың ҡайһыһы
       республика Президенты булыры беҙҙең һәр беребеҙгә бәйле.
       Бер яҡтан ҡараһаң, еңел генә кеүек - һайлау участкаһына к илдең, тауышыңды бирҙең... Әммә был тәү ҡарашҡа ғына шулай к үренә, ни өсөн тигәндә баҙарҙа кемдең көнбағыш һатырын хәл и тмәйбеҙ бит. Беҙ Башҡортстандың киләһе йылдарға сәйәси һәм иҡтисади курсын һайлаясаҡбыҙ. Ә был иһә үтә яуаплы эш. Икенс е турҙа һәр һайлаусының тауышы хәл иткес роль уйнаясаҡ. Бюллетендәге фамилиялар тураһында һүҙ йөрөткәндә, Рәхимовтың
       кем икәнлеге беҙгә яҡшы таныш. Рәхимов -ул республиканың 1 3 йыл тотороҡло йәшәүе, үҫеше һәм киләсәккә пландары. Хәтерл әһәгеҙ, ни бары 13 йыл элек кенә Мәскәү магазиндары әйбер һ әм аҙыҡ-түлектән бүҫелергә торған ваҡытта, республикала иһә емерек юлдар, эш хаҡын айҙар буйы түләмәү кеүек кире күрене штәр хөкөм итте. Әммә быларҙың барыһы ла артта тороп ҡалды.
       Һәм ни бары 13 йыл эсендә генә Рәхимовҡа береһенән-береһе а уыр мәсьәләләрҙе хәл итеп, республика тормошоноң бөтә тармаҡ тарында ла тотороҡлолоҡ булдырҙы. Кеше яҡшыға тиҙ өйрәнә шу л. Бының ниндәй хаҡ менән булдырылғанын ҡайһы берәүҙәр хәтер ҙәренән ысҡындыра. Әле килеп бөтә ҡаҙаныштырыбыҙҙы, өлгәшелг әндәребеҙҙе юҡҡа сығарайыҡмы Бәлки, кемделер уның йәше борсойҙор Улай тиһәң Мортаза Рәхи мов 50 йәшлек Путин кеүек дәрт-дарманы ташып тора бит. Бер к өн эсендә әллә нисә районда булып, әллә күпме халыҡ менән ос рашып өлгөрә. Уның оло йәштә булыуы әле республикабыҙ өсөн ы ңғай фактор булып тора - ни тиһәңдә оло кеше аҡылы йәштәрҙек е кеүек түгел. Әлбиттә, Мортаза Рәхимовтың етешһеҙлектәре юҡ
       тип әйтеп булмай. Тыныс ҡына урын биләп ултырғандарҙың ғына
       хатаһы булмайҙыр ул. Президент вазифаһына дәғүә итеүсе икенсе кандидатура иһә бөт өнләй ят кеше тиергә була. Сәйәсмән булараҡ та беҙҙең халыҡҡ а ул билдәле түгел. Бынан тыш уның профессиональ сифаттарын да баһалап булмай бит. Уның капиталы Рәсәйҙе олигархтар баҫы п алған ваҡытта формалашты. Әлбиттә, халыҡ арҡаһында аҡса эш ләү ҙә оло талантҡа бәрәбәр. Әммә был талант Веремеенконың П резидент булып һайланған осраҡта республика халҡының тормошо н яҡшыртыуға хеҙмәт итерме икән һуң Ғаиләһе Мәскәүҙә булған
       кеше аҙна һайын унда ҡайтып йөрөмәҫме икән Ә бит үҙен ул ө лгөлө ғаилә башлығы тип атай... Миңә ,мәҫәлән, республикаға бөтөнләй ят кешенең әллә ҡайҙан килеп сығып, һайлауҙарҙың икенсе турына етеүе аптырата. Бынд а һис шикһеҙ кемдеңдер оло сәйәсәте һәм капиталы һиҙелә тү гелме Веремеенко, һайланған осраҡта, республика иҡтисадына сит илдәрҙән инвестициялар вәғәҙә итә. Ә бына ниндәй тармаҡҡ а икәнлеген ул атап тормай. Һиҙемләү буйынса был, әлбиттә, нефть тармағылыр. Тәүҙә беҙ ысынлап та яҡшы йәшәрбеҙ, әммә ҡ асан да булһа "ҡара алтын" һурылып бөтөр. Ул саҡта республ икабыҙҙы һуҙылған ҡул менән федераль тупһала һоранып тороуын
       күҙ алдына килтереүе ауыр түгел...

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал