6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Бейеклектә эшләргә яратыусылар өсөн
25.04.06


       Минең бөгөн һүҙ алып барасаҡ геройҙарым бейеклектә эшләп тә "иҫән ҡалырға" өйрәтә. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, "Профсервис" уҡытыу үҙәге сәнәғәт альпинистары әҙерләй. Юғарыла эшләү өсөн практик күнекмәләр һәм теоретик белем алырға мөмкин булған бындай үҙәк Башҡортостанда берәү генә һәм Рәсәйҙә лә улар күп түгел. Бында уҡып сығыусылар һуңынан
       төрлө биналарҙы, сәнәғәт предприятиеларын ремонтлай, юғарыла буяусы, монтажсы булып эшләй ала.
       Бейектә төҙөүселәргә эш етерлек. Әммә күп осраҡта улар был эште нисек башҡарырға икәнлеген берәй танышына ҡарап өйрәнә, һәм үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуы тураһында уйлап та бирмәй. Миҫал эҙләп алыҫ йөрөргә кәрәкмәй. Бер ҡасан да туризм йә иһә спорт менән шөғөлләнеп ҡарамаусы класташым бер ваҡыт сәнәғәт альпинисы булып эшләй башланы, һәм эш нимә менән тамамланды тип уйлайһығыҙ Дөрөҫ, ул өс тапҡыр бейектән йығылып төштө. Бәхете барҙыр инде, ул артыҡ йәрәхәтһеҙ ҡотолоп ҡалды, һәм, ниһәйәт, был эксперименттарын
       ташларға ҡарар итте. Әммә аҙағы насар тамамланған осраҡтар ҙа йыш булып тора. Статистика күрһәтеүенсә, республикала йыл һайын биш - алты кеше юғарыла эшләү һөҙөмтәһендә һәләк була.
       Ә бындай уҡытыу үҙәге төҙөү тураһындағы идея 2000 йылда, Өфөлә ремонт эштәре ваҡытында һигеҙ кеше юғарынан йығылып һә ләк булғандан һуң барлыҡҡа килә.
       Һәм 2003 йылда "Профсервис" уҡыу үҙәге ойошторола. Уға элекке спелеологтар, арҡанда аҫылынып тороп эшләү, страховка һәм альпинист кәрәк - ярағының нимә икәнлеген бик яҡшы
       аңлаусы Игорь Вершинин һәм Светлана Черкасова етәкселек итә . Вершинин спелеотуризм өлкәһенә 17 йәшендә килә, ҡотҡарыусы булып эшләй, Башҡортостан Республикаһында һәм
       Кавказда ҡатмарлы ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнаша.
       Үҙәккә "ултырғыстан да бейеккә күтәрелмәгән" яңы эш башлаусылар менән бер рәттән юғарыла эшләү тәжрибәһе булған кешеләр ҙә килә. Башта улар барыһы ла психологик әҙерлек үтә , сөнки бейеклектә һәр кем эшләй алмай. Артабан мотлаҡ рәүештә профессиональ яраҡлылыҡҡа тест үтелә - күнекмә полигонында кеше юғарыға күтәрелә, уға страховка беркетәләр
       һәм ул аҫҡа ҡолай. Йәрәхәтләнмәй, әлбиттә, быға страховка мөмкинселек бирмәй, әммә "осоусы" онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар а ла. Үҙәктә уҡыусылар башҡарылған эштәре тураһында көн дә яҙма отчет биреп бара, һәм етәкселәр йыш ҡына уларҙың
       "осоуҙан" алынған тәьҫораттары менән таныша. Ғәҙәттә унда "Һүҙ менән аңлатып булмаҫлыҡ тәьҫораттар, "Америка тауҙары" уның менән сағыштырғанда уйынсыҡ ҡына!" тигән һүҙҙәр яҙыла.
       Тулы булмаған өс йыл дауамында үҙәктә ике меңгә яҡын кеше
       уҡыған, һәм унда килеүселәрҙең географияһы беҙҙең республик а менән генә сикләнмәй. Төмән, Сургут, Ханты - Мансийск, Һам ар, Силәбенән киләләр. Хәҙер күп кенә предприятиелар үҙҙәрен ең
       "высотниктар" бригадаһын булдырыуҙы хуп күрә. Рәсәйҙең көнбайыш өлөшөнән дә килеүселәр байтаҡ. Мәскәүҙә һәм Санкт -
       Петербургта ошондай уҡ уҡыу үҙәктәре бар, тик унда ниңәлер теорияға күберәк иғтибар бүленә. Һөҙөмтәлә дәфтәр тултырып яҙып та, юғарыла үҙен нисек тоторға кәрәклеген аңламаған "оҫталар" сығарыла. Өфөлә иһә стандарт практик алымдарҙан тыш, уйларға ла өйрәтелә - көтөлмәгән хәл килеп тыуғанда ним ә эшләргә Быны эшләргә уҡытыусыларҙың шәхси тәжрибәһе
       ярҙам итә, сөнки уларҙың күпселеге халыҡ - ара класлы ҡотҡарыусылар.
       Күптән түгел Өфөлә беренсе тапҡыр сәнәғәт альпинизмының асыҡ беренселеге үткәрелде. Ярыштар саңғы трамплинының металл конструкцияларында үтте. Сарала Волга буйы эҙләү - ҡотҡарыу отрядының төбәк бүлексәһе, Өфө һәм Белорет ҡалаларының авария - ҡотҡарыу хеҙмәте, "Профсервис" уҡытыу үҙәге, ҡайһы бер Өфө предприятиеларының командалары - йәмғеһе 40 - ҡа яҡын кеше ҡатнашты. Улар үҙ страховкалары менән 30 метрлыҡ бейеклеккә күтәрелергә һәм кире төшөргә, йөктө - был осраҡта һыу тултырылған күнәкте - билдәле урынға
       алып барырға, техник заданиеларҙы үтәргә, металл конструкцияларҙың вертикаль һәм горизонталь участкаларын үтергә тейеш ине. Команда ярыштарында ҡатнашыусылар юғарыла арҡанда аҫылынып ҡалған иптәшенә ярҙам итеү буйынса
       ла көс һынашты.
       Бындай саралар мотлаҡ кәрәкк - сөнки нәҡ уларҙа сәнәғәт
       альпинистары һәм профессиональ ҡотҡарыусылар үҙҙәренең оҫталығын арттыра һәм техник арсеналын киңәйтә. Һәм бөгөн,
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450
       йыл тулыуын билдәләү алдынан барлыҡ ремонт эштәре лә сифатлы, ә иң мөһиме, юғалтыуһыҙ үтер тип ышанғы килә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал