6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Бәләкәй сувенирҙың ҙур киләсәге
25.04.06


       Бәләкәй генә ағас сувенир тотош райондың иҡтисади хәлен үҙгәртә аламы Һис һүҙһеҙ, иң мөһиме - был идея өҫтөндә янып
       эшләргә генә кәрәк. Тағы аҙыраҡ ярҙам да булһа...
       Һигеҙ йыл элек Польшаның "Бебжа" милли паркында Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды айырыуса һаҡланған тәбиғәт
       биләмәләрендә экологик туризмды үҫтереү буйынса проектты тормошҡа ашырыу эшенә тотона. Ул ваҡытта паркта барлыҡҡа килгән хәлде Башҡортостандың дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы бөгөнгө хәл менән сағыштырырға мөмкин, йәғни уникаль тәбиғәт тейешенсә файҙаланылмай...
       Һигеҙ йыл элек WWF консультанты, бөгөн Польшала "Европала
       һирәк осраусы ҡоштарҙы һаҡлау" исеме аҫтындағы иң ҙур тәбиғәт проекты етәксеһе Пшемыслав Навроцки "Бебжа" паркында килеп тыуған хәлде ҡырҡа үҙгәртергә хәл итә.
       Эш башлана: туристик бизнес нигеҙҙәрен өйрәнеу, урында йәшәүселәрҙе гид һөнәренә уҡытыу, милли стилдә ғаилә ҡунаҡханалары булдырыу, халыҡ кәсептәрен үҫтереү буйынса ҙур
       эш башҡарыла. Һуңғыһы сувенир бизнесына башланғыс һала ла и нде. Ниндәй турист сәфәре тураһында иҫтәлек - ағастан юнып яһалған болан йәки бүре һынын, айыу тәпәйенең эҙе ҡалған балсыҡ тәрилкә һатып алыуҙан баш тартһын
       Эш дауам итә. Бөгөн "Бебжала" 120 ғаилә ҡунаҡтар ҡабул ит ә, улар милли поляк аш - һыуы менән һыйлап ҡына ҡалмай, милл и парк тураһында иҫтәлеккә бүре һүрәте төшөрөлгән майка йәки, мәҫәлән, ҡош һыны һатып алырға ла тәҡдим итә. "Боҙлоҡ дәүере" турына "ҡунаҡҡа саҡырыуҙары" ла ихтимал.
       Күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ: бер нисә көнгә мамонтта р һәм динозаврҙар дәүеренә эләгеү, боронғо ата - бабалар кеү ек
       саҡма сағып, асыҡ һауала көн күреү мөмкинселеге булдырыла. Хушлашыр алдынан - мамонт рухы эргәһендә фотоға төшөү көтә. Күп кенә туристар был сәфәрҙән һуң цивилизацияға ҡайтырға ла
       ашҡынып тормай...
       Туризмдың бына ошондай формаһы милли поляк паркына икенсе ғүмер бирә. Ғәйәт ҙур тәбиғәт зонаһы файҙа килтерә башлай. Бөгөн парк йылына 30 меңдән ашыу турист ҡабул итә, унан алынған табыш унар миллион һумлап иҫәпләнә.
       Быны Башҡортостанда дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы базаһында
       ла эшләргә мөмкин. Пшемыслав Навроцки һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостандың иҫ киткес бай тәбиғәте, башҡорт халҡының уникаль йолалары туристарҙы йәлеп итеүгә һәләтле. Экологик туризм - төбәктең үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлау һәм тәбиғәтте аҡыл менән файҙаланыуҙы оптималь
       берләштерергә мөмкинселек биргән бизнес төрө.
       Был йүнәлештә эш башланған да инде. Ошо көндәрҙә Башҡорт dәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының WWF Урал проекты халыҡ
       кәсептәрен тәбиғәтте тотороҡло файҙаланыу төрө булараҡ
       үҫтереү буйынса семинар үткәрҙе. Пшемыслав Навроцки Бөрйәндең ағастан юнып эшләүсе оҫталары өсөн мастер - класс ойошторҙо һәм дүрт көн дауамында сувенир продукцияһы эшләү с әнғәтенә төшөндөрҙө. Уның һүҙҙәре буйынса, беҙҙең оҫталарҙың мөмкинселектәре ярайһы уҡ юғары. Уларға бары тик сифатлы итеп биҙәү эштәренә иғтибар бирергә кәрәк.
       Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә Пшемыслав Навроцки экотуризм тураһында һөйләһә, мәктәп уҡыусылары менән хайуан эҙҙәрен таныу буйынса күнекмәләр үткәрҙе...
       Әйтелгәндең барыһын да Башҡортостанда тормошҡа ашырыу мөмкин, тип һанай поляк белгесе. Беренсе сиратта хәл итеүҙе талап иткән берҙән - бер ҡатмарлыҡ - кешеләрҙең үҙ көстәренә , ағастан юнып һындар эшләүҙең табыш алып килеү һәләтенә
       ышанмауы. Әйткәндәй, Башҡортостан Президенты Мортаза
       Рәхимов үҙенең халыҡҡа һәм БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә халыҡ - художество кәсептәрен әүҙемерәк ү ҫтереүҙе билдәләй.
       WWF Урал проекты семинарҙар ойоштора һәм был йүнәлештә алға барыуын дауам итә. Пшемыслав Навроцки Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы өсөн махсус рәүештә сувенирҙарҙың тотош бер сеияһын әҙерләгән. Бында башҡорт фаунаһы вәкилдәрен һүрәтләүсе ағас һындар, бүре, айыу, төлкө, төрлө ҡоштарҙың эҙҙәрен һаҡлаусы балсыҡ тәрилкәләр, стилле футболкалар һәм открыткалар бар. Әйткәндәй, бындай сувенирҙар эшләү артыҡ сығым талап итмәй, ҡышҡы оҙон кистәрҙә ваҡыт үткәреү өсөн дә
       яҡшы шөғөл, ә йәйен ул табыш алып киләсәк.
       Дөйөм алғанда, экологик туризм - донъяла турбизнестың иң перспективалы йүнәлештәренең береһе, тип һанай белгестәр. Бөтә донъя туристик ойошма баһалауынса, тармаҡтың табышы
       йылына 1,5 триллион долларҙан ашыу тәшкил итә. Һәм һуңғы
       йылдарҙа экотуризм эшҡыуарлыҡтың айырым йүнәлеше булараҡ би лдәләнә.
       Кения, Коста - Рика һәм башҡа ҡайһы бер илдәр өсөн эколог ик туризм төп килем сығанағы булып тора.
       Миҫал өсөн Коста - Риканы алайыҡ. Үҙ ваҡытында был илдең ҡиммәтле файҙалы ҡаҙылмалары ла, уникаль ауыл хужалығы
       культуралары ла, уңайлы геостратегик хәле лә булмай. Бөтә байлығы - иҫ китмәле тропик урман, күрше илдәр менән сағыштырғанда яҡшыраҡ та, насарыраҡ та түгел. Әммә уларҙа урманды ҡырҡып һатыу менән шөғөлләнәләр, ә Коста - Рикала урмандың күренешен һатырға, йәғни экологик туризм
       ойошторорға хәл ителә. Туризмдан килгән аҡса отелдәр, юлдар , ресторандар төҙөүгә һәм йәштәрҙе уҡытыуға тотонола. Бөгөн,
       тиҫтә йылдарҙан һуң, Коста - Рика экологик туризм буйынса донъя алдынғыһына әйләнде. Ошо уҡ йүнәлештә Башҡортостан үҙенең лайыҡлы урынын биләй алмаймы ни Өҫтәүенә беҙҙәге кеүек күп һандағы халыҡтар милли һәм дини йолалары йәһәтенән
       тыныс һәм татыу күрше йәшәгән, тәбиғәт байлыҡтары буйынса Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан һаналған, властар менән аңлашып йәшәгән һәм Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондының ярҙамына
       өмөт итә алған урынды табыуы ла ҡыйын.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал