6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Михаил Бугера: "Үҙәк республика тауышына ҡолаҡ һала"
25.04.06


       Башҡортостан Республикаһы халҡына һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡ оролтайға быйылғы Мөрәжәғәтнамә "Халыҡҡа - етеш тормош"
       исеме аҫтында йүнәлтелде. Әммә уның төбәк халҡынан тыш дөйөм федерацияға ла йүнәлтелеүе шик тыуҙырмай. Республика б ашлығының быға тиклем булған мөрәжәғәттәре менән сағыштырғанда уның төп айырмаһы - башҡарма власть, закон сығарыусылар һәм йәмәғәтселектең уртаҡ тырышлығы һөҙөмтәһендә халыҡтың йәшәйеш сифатына һиҙелерлек үҙгәрештә индерергә мөмкинселек биргән асыҡ һәм аныҡ эштәр и семлеге бирелеүе.
       Федераль органдарҙың үткән йылда Башҡортостан һәм федерацияның башҡа субъекттарының конструктив тәҡдимдәренә ыңғай ҡарашын иҫәпкә алып, республика Президенты үҙәк һәм төбәктәр араһында вәкәләттәрҙе бүлешеү
       процесын тәнҡитләүҙән тыйыла алманы. Һуңғы ваҡытта ысынлап та ҡайһы бер федераль вәкәләттәр төбәктәргә тапшырылды.
       - Тулы күләменда башҡарыуы ауыр булған йәки ҡайһы ваҡыт бөтөнләй мөмкин булмаған вәкәләттәр тапшырылыуы хәүефкә һала. Федераль үҙәк дәүләттең граждандар алдындағы бик күп социаль йөкләмәләрен үтәүҙе субъекттар иңенә һалды, әммә
       уларҙы тейешле финанс менән нығытманы, - тип социаль эҙемтәләргә баҫым яһала Мөрәжәғәтнамәлә. - Балалы ғаиләләргә , етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларға, хеҙмәт ветерандары
       һәм сәйәси золом ҡорбандарына, граждандарҙың аҙ тәьмин
       ителгән һәм башҡа категорияларына социаль ярҙам күрһәтеү
       кеүек проблемалар республика, край һәм өлкәләрҙең генә эшеме ни Өҫтәүенә был хәлдәр бюджет - ара мөнәсәбәттәр һәм һалым системаһы төбәк файҙаһына үҙгәрмәгән саҡта бара.
       Вәкәләттәр һәм килемдең бындай тигеҙһеҙлеге өҫтәмә ауырлыҡтар тыуҙыра, социаль көсөргәнеш барлыҡҡа килтерә.
       - Бюджет - ара мөнәсәбәттәрҙең яңынан ҡаралыуға мохтажлығы һәм төбәктәрҙең яңы йөкләмәләре финанс тәьмин
       ителергә тейешлегендә иманым камил, - тип билдәләй Мөрәжәғәтнамәлә Мортаза Рәхимов. - Рәсәй Федерацияһы һәм
       уның субъекттарының илебеҙ Конституцияһында ҡаралған
       килешеү мөнәсәбәттәрен камиллаштырыу дәүләт сәйәсәтенең
       стратегик йүнәлеше булып ҡала. Илдә төрлө үҙгәртеп ҡороуҙар үткәргәндә, киләсәктә милли, урындағы үҙенсәлектәрҙе лә төрл ө яҡлап иҫәпкә алыу кәрәк, тип уйлайым.
       РФ Дәүләт Думаһында "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы етәксеһе
       урынбаҫары, тәбиғәт ресурстары һәм тәбиғәтте файҙаланыу
       буйынса парламент комитеты ағзаһы Михаил Бугера Мортаза
       Рәхимов был положениеларҙы Мөрәжәғәтнамә тексына юҡҡа ғына индермәгән, тип һанай һәм бында федераль үҙәк менән мөнәсәбәтте киҫкенләштереү ниәтен күрмәй.
       - Бер яҡтан ҡарағанда, һуңғы арала Кремлдең ысынлап та илдәге хәлде тәртипкә һалыуға, дәүләт власы системаһын тағы
       ла анығыраҡ итеп төҙөүгә йүнәлтелгән саралар күрелеүе танылды. Һүҙ, беренсе сиратта, федерация субъекттары башлыҡтарына вәкәләттәр бүлеүҙең яңы системаһы тураһында бара, - тип һыҙыҡ өҫтөнә ала Михаил Евгеньевич. - Икенсе яҡт ан, вәкәләттәрҙе билдәләүгә ҡағылышлы федераль үҙәкте нигеҙл е тәнҡитләү яңғыраны. Һәм йыш ҡына федерация субъекттарына йәки урындағы үҙидараға беркетелгән был вәкәләттәр тейешле финанс ресурстары менән нығытылмай. Мин бында Стабилләштереү фондына икенсе төрлөрәк ҡарашта булыу файҙаһына тағы бер дәлил, тип әйтә алыр инем.
       Ысынлап та Башҡортостан Президенты үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә иғтибар иткән етешһеҙлектәр түҙеп тора алмаҫлыҡ хәл тыуҙыра. Был инфраструктураға ла, халыҡтың "реформалар" һөҙөмтәһендә быға тиклем булған средстволарынан яҙып та алмашҡа бер нимә лә ала алмаған айырым социаль ҡатламдарына ла ҡағыла. "Льготаларҙы аҡсалаштырыу" уйланмай эшләнгәнлеге асыҡланды. Ауыл уҡытыусыларын һәм табиптарҙы иҫкә төшөрөү ҙә етә, республика
       потенциалы ауыл зыялыларын үҙ көсө менән яҡларға һәләтле булмаһа, уларға бөтөнләй ҡыйынға тура килер ине.
       Әйткәндәй, "Берҙәм Рәсәй" партияһы исемлеге буйынса федераль парламентҡа һайланған һәм партияның Генераль советына ингән Михаил Бугера, Үҙәк адресына әйтелгән һүҙҙәрҙең конструктив ҡабул ителәсәгенә ышаныс белдерә.
       - Миңә ышана алаһығыҙ, беҙҙең республиканан килгән тәҡдимдәргә Кремль иғтибарлы ҡарашта. Һәм мин тәнҡит һүҙҙәре негатив ҡабул ителер тип әйтмәҫ инем. Был тәнҡит уҡтары туранан - тура йүнәлтелгән РФ Финанс министрлығы хеҙмәткәрҙәренә ҡағылмай, әбиттә. Әммә улар Үҙәктә ҡарар ҡабул итеүсе берҙән - бер кешеләр түгел бит, - ти Михаил Евгеньевич. - Стабфонд средстволарын файҙаланыуҙың мөмкин
       булған юлдары тирәләй ниндәйерәк дискуссия барыуын беләһегеҙ. Был йәһәттән БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә
       әйтелгән положениелар илдең финанс һәм матди ресурстарының һөҙөмтәле файҙаланыуы яҡлы булғандар өсөн өҫтәмә дәлил ролен үтәй.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал