6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Сит ил паспорты тураһында бөгөн ҡайғырт
21.04.06


       Санаңды ҡыш, ә сит ил паспортын - яҙ әҙерлә. 2006 йылдың беренсе ғинуарынан башлап Эске эштәр министрлығының паспорт - виза идаралығын үҙ эсенә алған миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре йәйен сит илгә сығырға йыйыныусыларҙы кәрәкле документтар йыйыу менән бөгөн үк шөғөлләнә башларға саҡыра. Хәйер, РФ Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары журналистар менән осрашыу ва ҡытында әйтеүенсә, быйыл сит ил паспорттарына бәйле ығы - зығы көтөлмәй. Үткән йылда виза һәм рөхсәт бүлектәренең авра л режимында эшләгән осраҡты иҫәпкә алып, миграция хеҙмәтендә
       сит ил паспорттарын рәсмиләштереү һәм тапшырыу өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр штаты арттырылды. Әммә граждандар паспорт алыуҙы һуңғы сиккә тиклем кисектерә килһә, был сараларҙың
       көтөлгән һөҙөмтә алып килмәүе лә бар.
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рәсәйлеләргә был хас, - ти Хәмит Нафиҡо в. - Иртәгә үк осорға кәрәклегенә һылтанып, тиҙ арала сит ил паспорты эшләп биреүҙе үтенеп йыш киләләр. Ә закон буйынса уны әҙерләүгә бер ай ваҡыт бирелә. Тиҙ арала операцияға мохтаждар һәм сит илдә яҡын туғаны вафат булған граждандарға
       ғына сит ил паспортын тиҙләтелгән режимда эшләп биреү ҡарала.
       Сит ил паспорттарынан тыш миграция хеҙмәтендә эшләүселәр Рәсәй паспорттары тураһында ла хәтергә төшөрә. РФ гражданы паспорты 14 йәштән бирелә. 20 һәм 45 йәштә паспортты алмаштырыу мотлаҡ. Әйтелгән йәшкә еткәндән һуң паспорт 30 көн дауамында үҙ көсөндә ҡала: һуңлаусыларға мең ярым һумдан
       ике мең ярым һумға тиклем штраф түләргә кәрәк буласаҡ. Идаралыҡтың паспорт - виза тәьмин ителеше бүлеге начальнигы Роза Макаева әйтеүенсә, граждандың төп документын ваҡытында алмаштырмаған өсөн республикала 2006 йыл башынан ғына 20 мең кешегә штраф һалынған. Уларҙың рәтенә баҫырғамы - юҡмы икәнлеген үҙегеҙ хәл итегеҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал