6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Валентин Распутин Президентҡа сәләм ебәрә
21.04.06


       Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Йортонда Башҡортоста н Республикаһы Яҙыусылар союзының сираттағы, ун бишенсе съезы башланды. Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов был сараны "ресубликаның йәмәғәт тормошонда әһәмиәтле" ваҡиға, ә башҡорт яҙыусыларын "художестволы әҙәбиәттең юғары идеалдарына хеҙмәт итеүсе ҡәләм оҫталары" тип атаны.
       - Туған телдәрҙе һәм мәҙәниәтте һаҡлау, Башҡортостанда
       йәшәүсе күп милләтле халыҡтың рухи һәм әхләҡи потенциалын һаҡлау һәм арттырыуҙа һеҙ мөһим роль уйнайһығыҙ, - тип билдәләне Мортаза Рәхимов. - Ижади форум йәмғиәттең
       яҙыусының аҡыллы, үткер һүҙенә мохтаж булған ваҡытта үтә. Бөгөн ысын әҙәбиәткә ихтыяж айырыуса ҙур. Баҙар үҙгәрештәре,
       көнбайыш мәҙәниәтенең баҫымы шарттарында барлыҡ рухи ҡиммәттәребеҙҙең түбәнәйеү, алмашыныу, хатта бөтөнләй юҡҡа с ығыу ҡурҡынысы алдында тороуы бер кем өсөн дә сер түгел.
       Шуға күрә был негатив күренештәргә ҡаршы тороу - беҙҙең уртаҡ бурыс.
       Башҡортостан Президенты халыҡ күңеле туған әҙәбиәттә, туғ ан телдә сағыла, тип билдәләне. Уның һүҙҙәре буйынса, китап
       сығарыу эшенең туҡталып тороуын бер ниндәй ҙә кризис һәм финанс ауырлыҡтар менән аҡлау мөмкин түгел:
       - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатмарлы 90 - сы йылдарҙа илдең байта ҡ төбәктәрендә нәшриәттәр ябылды. Беҙ принципиаль рәүештә "Китап" дәүләт китап нәшриәтен һаҡлауҙы яҡлап сығыш яһаныҡ һәм китап, айырыуса художестволы һәм балалар әҙәбиәте
       сығарыуҙы арттырыу буйынса сара күрәбеҙ. Китаптың ғөмүмән рухи мәҙәниәт нигеҙе булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Беҙҙә бер баҫма ла ябылманы, ул ғына ла түгел, яңылары барлыҡҡа килеүен дауа м итте. Советар дәүерендә, үҙегеҙ беләһегеҙ, башҡорт һәм рус телдәрендә бары тик дүрт журнал сыҡты. Бөгөн беҙҙә рус, башҡорт һәм татар телдәрендә 11 журнал сыға. "Ағиҙел", "Ватандаш", "Бельские просторы", Шоңҡар", "Толпар", "Башҡортостан уҡытыусыһы", "Башҡортостан ҡыҙы", "Һәнәк", "Аманат", "Аҡбуҙат" журналдары мәҙәниәт тормошонда лайыҡлы у рындарын тапты. Татар телендә сыҡҡан "Әллүки" балалар журналы илдә иң яҡшы баҫмаларҙың береһе булып танылды. Уларҙың рухилыҡ һәм әхлаҡи таҙалыҡтың мөһим сығанағы, йәш
       быуынды тәрбиәләү алымы булыуын аңлайбыҙ һәм артабан да сәскә атыуына булышлыҡ итәбеҙ.
       БР Яҙыусылар союзының идара рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев БР Яҙыусылар союзының ун дүртенсе съезын "изгелек хаҡына осрашыу" тип атаны. Ул яҙыусылар хеҙмәте республиканың рухи үҫешенә булышлыҡ итә, тип билдәләне. Уның һүҙҙәре буйынса, йәш быуындар үҙҙәренең сығанағына нығыраҡ ынтылған һайын киләсәктәрен яҡшыраҡ
       аңлаясаҡ.
       - БР Яҙыусылар союзы 200 кешене үҙ эсенә ала. Йәштәребеҙҙең
       көс йыйыуы ҡыуаныслы. Мәҫәлән, бөгөн съезд сиктәрендә "Йәш тауыштар" китаптар серияһының презентацияһы үтәсәк. Беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө, донъяға һәр беребеҙҙең үҙ ҡарашы, һәм беҙҙең байлығыбыҙ ҙа ошонда, - тине үҙенең сығышында Рауил Бикбаев. - Әммә барыбыҙҙы ла, һис шикһеҙ, тыуған төйәгебеҙҙе ң яҙмышы хаҡындағы уйҙар берләштерә. Башҡортостан халҡы
       үҙенең тамырҙарын белергә һәм хөрмәт итергә тейеш: башҡа халыҡ телдәренең матурлығын асыр һәм тойор өсөн үҙ телеңдең матурлығын аңлау мотлаҡ.
       Рауил Төхвәт улы әҙәбиәтте " яҡтылыҡҡа һәм изгелеккә саҡырыусы көс" тип атаны. Ә һүҙ - "яҙыусының яуызлыҡты еңерг ә һәм изгелекте үҫтерергә һәләтле берҙән - бер ҡоралы". Уның
       фекеренсә, бөгөнгө авторҙар уҡыусыны аралашырға саҡырырға т ейеш. Бикбаев "бөгөнгө донъяла бер - береңде аңлап йәшәү генә тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек гарантияһы була ала" тип
       ышаныуын белдерҙе.
       - Беҙ, БР Яҙыусылар союзы ағзалары, Һүҙебеҙгә тоғро ҡалыуыбыҙ менән, 2001 йылдан 2005 йылға тиклем башҡорт, рус һәм татар телдәрендә 447 художество китап сығарыусы "Китап" нәшриәтен һаҡлап ҡалыуыбыҙ менән ғорурбыҙ. Төрлө телевизион каналдарҙа республика тапшырыуҙарының артыуын билдәләргә кәр әк, беҙҙең төбәктә ай һайын башҡорт, рус һәм татар телдәрендә тиҫтә ярым журнал сыға. Бынан тыш, биш йыл эсендә республика театрҙары сәхнәләрендә йәш авторҙарҙың 61 пьесаһы ҡуйылды. Шулай уҡ Башҡортостан мәктәптәрендә туған т елдең ирекле яңғырауы ҡыуандыра, бер нисә йыл эсек уны һирәк ишетергә тура килә ине. Бындай үҙгәрештәр яҙыусыларҙы шатландыра, сөнки бында уларҙың да өлөшө бар.
       Башҡортостан көнсығыш һәм көнбайыштың иң яҡшы йолалары ме нән бәйле. Беҙ, республиканың яҙыусылары, үҙ сиратыбыҙҙа, ба шҡорт балы һәм ҡымыҙ кеүек, әҙәбиәте лә бөтә донъяла танылыу яулауы өсөн тырышасаҡбыҙ.
       - Бөгөн яҙыусылар - иң ҡыйыу кешеләрҙең береһе, тип һанай ым, - тип белдерҙе РФ Яҙыусылар союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары Геннадий Иванов. - Ниндәй генә хәлдәр булмаһын, улар үҙҙәренә тоғро ҡалырға тырыша. Бөгөн миңә йөкмәтелгән хөрмәтле миссияны үтәүемә бик шатмын - һоҡланғыс яҙыусы Валентин Распутин Башҡортостан Президенты һәм яҙыусыларына с әләм ебәрҙе. Валентин Григорьевичтың һүҙҙәре менән әйткәндә, яңы донъя күңелгә ҡағыла. Барыһы ла, шул иҫәптән ҡиммәттәр ҙә үҙгәрҙе. Беҙ үҙебеҙ булыуҙан туҡтайбыҙ. Рәсәйҙе ң бөгөнгө торошон баһалап, Распутин кеше "туған ярҙарын
       юғалтты, ҡаршылағыһына һуғыла алманы" тине. Әммә мин үҙем түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтергә теләйем: беҙҙең ил - бөйөк көс. Р ухи донъяһыҙ йәшәүе мөмкин түгел. Ошоға бәйле халыҡ араһында үткәрелгән һорау алыу һөҙөмтәләре шатландыра. Бөгөн аҡсаны
       нимәгә һалырға кәрәк, тигән һорауға рәсәйлеләрҙең күпселеге мәғарифҡа, фәнгә һәм мәҙәниәткә, тип яуап бирә. Тимәк, киләсәгебеҙ өмөтлө!
       Сығышының аҙағында Геннадий Иванов бөгөнгө съезд мөхитен "яҡшы һәм етди" тип атаны һәм РФ Президенты Владимир Путинға Рәсәй Яҙыусыларының киләһе съезын Башҡортостанда үткәреүҙе һорап мөрәжәғәт итергә вәғәҙә бирҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал