6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

"Евразия йөрәге" Өфөнө әсир итте
05.12.03


       Үткән аҙнала "Нефтяник" Мәҙәниәт һарайы фойеһында Мәскәү фоторәссамдарының "Евразия йөрәге" тип аталған фотокүргәҙмәһ е асылды. Унда Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың тормош - к өнкүрешен һүрәтләгән 150 эш ҡуйылған.
       Проект авторҙары - Александра Филатова һәм Яков Титов -- быйылғы йәйҙең бер айын Башҡортостан буйлап үҙ фотоэкспозици ялары өсөн сюжеттар эҙләп үткәрҙе. Яков Титов башлыса портр ет жанрында эшләй. Уның күргәҙмәләге эштәре араһында Мортаза
       Рәхимов, Мостай Кәрим, ябай ауыл ешеләре, башҡорт һылыуҡайҙ арының портреттары бар.
       Александра Филатованың эштәрен "фотокартиналар" тип тә ат арға булыр ине. Улар башҡорт һәм татар ауылдарының йәшәйешен , сағыу милли йолаларҙы, йәйге ҡаланың шау - шыуы һәм дала к иңлеген иҫтә ҡалырлыҡ итеп күрһәтә.
       "Иҫке Өфө" -- ҡаланың иҫке районындағы ҡыйшайып бөткән ағ ас йорттар һүрәтләнә. Камера объективы тирә - яҡтағы өйҙәр кеүек үк йонсоу ҡартты ла эләктергән.
       "Һуңғы староверҙар", "Көрәш", "Башҡорт йортоноң йәйге кух няһында", "Ағиҙел" -- ҡабатланмаҫлыҡ һүрәттәр халыҡтың үҙ мә ҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлап ҡалыуы хаҡында һөйләй.
       Экспозицияла булып, Иглин районында Иван Купала байрамын нисек билдәләүҙәре, Ләлә - Тюльпан мәсетендә балаға исем ҡуш ыу үҙенсәлектәрен һәм башҡалар тураһында белергә була.
       "Евразия йөрәге" Өфөгә килер алдынан Мәскәүҙең билдәле к үргәҙмә комплексы Манежда ҡуйылған. Унда РФ Хөкүмәте министр ы Владимир Зорин, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, башҡаланың фән, мәҙәниәт вәкилдәре булып киткән.
       Өфөлә "Евразия йөрәге"н асыуҙа РФ Хөкүмәте министры Влади мир Зорин, Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Хәләф Ишморатов һәм башҡ алар ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал