6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Торма - Башҡортостанға ғашиҡ венгр
21.04.06


       Өфөлә 250 - нән ашыу мемориаль таҡта бар, уларҙа һоҡланғы с кешеләрҙең исемдәре, ҙур тарихи ваҡиғалар тураһында иҫтәлектәр яҙылған. Мемориаль таҡталарҙың бишәүһе сит ил кешеләре - немец, чех, эстон, венгр һәм Һиндостан вәкиленә арналған.
       Бөгөн һүҙ венгр ғалимы Йожеф Торма тураһында барасаҡ
       ( 1943 йылдың 5 октябрендә тыуа - 2000 йылдың 21 апрелендә вафат була). Уға мемориаль таҡта 2002 йылдың 8 октябрендә Октябрь проспектында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты урынлашҡан бинала
       асыла. Мәрмәр таҡтала түбәндәге текст яҙылған: "1977 - 1982 йылдарҙа был бинала билдәле тюрколог, башҡорт тел ғилеме һәм
       мәҙәниәте белгесе, венгр ғалимы доктор Йожеф Торма ғилми
       тикшеренеүҙәр үткәргән (1943 - 2000 йй.)".
       Таҡтаны асыу тантанаһында Венгриянан килгән ҙур ҡунаҡтар араһында уның Тамаш Торма ла була.
       Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары осрашыу ваҡытында Йожеф Торманың Мостай Кәримдең "Оҙон - оҙаҡ бала с аҡ" әҫәрен венгр теленә тәржемә итеүе, Фирҙәүес Хисаметдинова менән бергә башҡорт халҡының традицион медицинаһына арналған "Утҡа әйтәм" монографияһын әҙерләп сығарыуы, ғалим - тюрколог Әхмәт - Зәки Вәлидиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған конференцияла уның ғилми мираҫы тураһында доклад менән сығыш яһауы, һүҙлектәрҙе баҫырға әҙерләүе тураһында һөйләй.
       Егерме йыл тирәһе элек "Институт хәбәрҙәре" стена гәзитенд ә Азат Камалов, бөгөн ул фәндәр докторы, түбәндәгеләрҙе һөйл әй: "1984 йылдың ноябрь айында беҙҙең институтҡа Йожеф Атт ила исемендәге Сегед университетының алтаистика секторы хеҙмәткәре Йожеф Торма килде. Был уның Өфөгә икенсе
       командировкаһы. Тәүгеһе 1979 йылда булды. Ул ваҡытта Торма был университеттың стажеры ине, башҡорт телен өйрәнде, ауылдар буйлап йөрөнө, Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы һө йләше буйынса материал йыйҙы, республика ғалимдары менән ғил ми контакттар булдырҙы.
       Был юлы Йожеф Торма беҙгә икенсе амплуала килде. Ул - доктор, Сегед университеты адъюнкты. Күп телдәр, шул иҫәптән
       башҡорт телен дә өйрәнгән. Мостай Кәримдең "Оҙон - оҙаҡ бал а саҡ" әҫәрен венгр теленә тәржемә итте. Венгрияла төрки ономастикаһын тикшерергә йыйына. Беҙҙе уның менән башҡорт ди алектологияһы һәм ономастикаһы буйынса уртаҡ эш бәйләй. Уның менән бергәләп "Башҡортостан топонимдарының кире һүҙлеген" төҙөргә ниәтләйбеҙ. Ул Венгрияла баҫыласаҡ. Беҙгә
       ҡалһа, бындай контакттар ике яҡ өсөн дә файҙалы".
       Баҫалҡылығы арҡаһында венгр ғалимы ул ваҡытта үҙе тураһында барыһын да һөйләмәй.
       Торма Сегедта йәшәй. Университет тамамлағандан һуң мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Башҡорт дәүләт университетында лекциялар курсын тыңлай. Башҡорт
       диалекттарын системалаштырыу буйынса трактаты өсөн Венгрия Фәндәр академияһы Президентының шәхси премияһына лайыҡ була.
       Волга буйы, Финляндия, Балкандар, Кавказ һәм Молдоваға сәфәрҙәре ваҡытында Торма төрки халыҡтарының тормошо менән таныша.
       1991 йылда талантлы ғалимды дипломатик эш менән башта Төркиәгә, һуңынан Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Тажикстанға ебәрәләр. Унда ла Торма үҙенең ғилми эшен дауам итә: Урта Азияла, Ҡытайҙа, Себерҙә төрки территорияларын өйрәнә.
       Йожеф Торма уның хеҙмәттәре менән төрөк, башҡорт, ҡаҙаҡ,
       ҡырғыҙ, алтай телдәрендә лә танышып булыу мөмкинлеге тураһында хыяллана.
       Йәл, әммә яҙмыш уға ваҡытты аҙыраҡ бирә. 57 - се йәш менә н барғанда ул Будапештта вафат булып ҡала.
       Һүрәттә: Йожеф Торма (һул яҡтан ситтә) башҡорт ғалимдары
       араһында.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал