6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Ҡәтғи талап - һәр кешегә барып етергә
21.04.06


       Кисә Мортаза Рәхимов халыҡҡа һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йылдағы
       Мөрәжәғәтнамә менән мөрәжәғәт итте. Республиканы көткән үҙгәрештәр программаһы нигеҙенә һалынған төп принцип - дәүләттең кеше өсөн булыуы. Уның исеме, көҙгө кеүек, Мөрәжәғәтнамәнең гуманистик мәғәнәһен аса - "Халыҡҡа - етеш тормош".
       Үткән йылғы Мөрәжәғәтнамәлә республикала власть һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлегенең дөйөм стратегияһы халыҡ мәнфәғәте өсөн ижади хеҙмәт булараҡ билдәләнһә, бөгөн Мортаза Рәхимов өлгәшелгән уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтар өсөн яу аплылыҡты нығытыу яҡлы булыуын белдерҙе. Йәшәйештә һәм
       социаль - иҡтисади структураның һәр өлкәһендә тип әйтерлек
       сифатты арттырыуға өлгәшеү. Агросәнәғәт комплексы, ауылда, бюджет өлкәһендә һәм сәнәғәттә эш хаҡын арттырыу мәсьәләһе, элемтә һәм мәғлүмәтләштереү, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ, торлаҡ - коммуналь хужалыҡ - был нөктәләрҙең һәр береһендә кеше өсөн мөһим проблемалар хәл ителергә тейеш.
       Президент торлаҡ хужалары һәм уларҙың законлы хоҡуҡтарын
       тормошҡа ашырыуға айырым иғтибар йүнәлтеүҙе һораны. Торлаҡ йорттар идаралығының принциптары һәм үҙенсәлектәрен а ңлатыу, уны ойоштороуҙа ярҙам итеү мотлаҡ, тип әйтелә Мөрәжәғәтнамәлә. Дөйөм алғанда, Мортаза Рәхимов һәр өлкәлә 2 010 йылға тиклем үҫештең комплекслы программаһы булдырыуҙы талап итте.
       - Рәсәй бөгөн терәк төбәктәрен билдәләү һәм приоритетлы яҡлауға күсә. Был йәһәттән Башҡортостандың ҙур конкурентлыҡ өҫтөнлөктәре булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем. Илдең иҡтисади үҫешендә локомотив ролен башҡарыу өсөн республиканың мөмкинселектәре бар. Беҙҙә иҡтисадты структуралы үҙгәртеп ҡороу буйынса тәжрибә етерлек. Был - предприятиеларҙы реформалаштырыу процестарына дәүләт идаралығы, производство фондтарын яңыртыу һәм техник ҡоралландырыуға инвестициялар йәлеп итеү, грамоталы
       менеджмент һәм маркетингҡа ҡағыла, - тип билдәләне Башҡортостан Президенты. - Төп маҡсатыбыҙҙан бер аҙымға ла ситкә тайпылырға ярамай. Был - тулайым төбәк продуктын икеләтә арттырыу. Был - халыҡтың йәшәйеш кимәлен һәм
       сифатын күтәреү. Был Башҡортостандың Рәсәйҙең терәк төбәге позицияларын нығытыу.
       Президент үткән йылдағы Мөрәжәғәтнамәнең тормошҡа ашырылмай ҡалған положениеларын да урап үтмәне. Ул инновация өлкәһенең үҫештә артта ҡалыуын билдәләне. Үткән йылда айырым иҡтисади зоналар булдырыу буйынса Рәсәй
       конкурсында ҡатнашыуға әҙерлекһеҙ ҡалған Хөкүмәткә лә тәнҡи т һүҙҙәре әйтелде. "Партнерлыҡ ихтималлығы булған күптәр беҙҙең республика, уның алдынғы предприятиелары, бизнес өсөн  уңайлы шарттары хаҡында етерлек хәбәрҙар түгел, - тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. - Башҡортостан презентацияһын һөҙөмтәлерәк үткәрергә, федераль һәм төбәктең киң мәғлүмәт
       сараларын, интернет селтәре мөмкинселектәрен тулыраҡ файҙаланырға кәрәк".
       Шул уҡ ваҡытта, халыҡ һайланыусыларына Мөрәжәғәтнамәһендә
       Мортаза Рәхимов, һуңғы ваҡытта, бәлки, тәүге тапҡырҙыр, федераль үҙәктең алдан күрә белмәүсе, "төбәктәрҙә социаль көсөргәнеш ҡуҙғытыусы" финанс сәйәсәтен тәнҡитләп сығыш яһаны.
       - Федераль үҙәк дәүләттең граждандар алдындағы күп кенә социаль йөкләмәләрен үтәүҙе субъекттарҙың иңенә күсереп һалды, әммә уларҙы финанс яҡтан тейешенсә нығытманы. Төбәктәрҙең яңы йөкләмәләре финанс менән тәьмин
       ителергә тейеш, - тип билдәләне Мөрәжәғәтнамәһендә
       Президент һәм, - Бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе, етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы, хеҙмәт ветерандарын һәм тыл эшсәндәрен, сәйәси золом ҡорбандарын, аҙ тәьмин ителеүселәрҙе һәм граждандарҙың башҡа категорияларын
       социаль яҡлау кеүек мөһим проблемалар республика, край,
       өлкәләрҙең генә хәстәреме ни - тип һорау ҡуйҙы.
       Федераль ҡануниәттә йыш һәм ҡайһы ваҡыт ҡапма - ҡаршылыҡлы үҙгәрештәр өлгөһө сифатында Мортаза Рәхимов урындағы үҙидара ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында (Ф З 131) Федераль законды килтерҙе. Дәүләт Думаһы уға 18 тапҡыр төҙәтмәләр индерҙе, күпселек осраҡта - принципиаль характерҙағы, әммә положениелар ай ярым - ике айҙан һуң көсө н юғалтты. Ә бит муниципалитеттар кешеләрҙең көндәлек тормош туранан - тура бәйле власть, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Президенты һәм Башҡортостанда Муниципаль берәмектәр советы булдырыу маҡсатҡа ярашлы, тип белдерҙе.
       - Быйылғы йыл беҙҙең өсөн айырым мәғәнәгә эйә. Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Владимирович Путиндың инициативаһы буйынса илдә дүрт өҫтөнлөклө милли проектты тормошҡа ашырыу башланды, улар мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау
       системаһын камиллаштырыу, торлаҡ менән тәьмин итеү, ауыл хужалығы һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелгән. Былар
       барыһы ла бөгөнгө Башҡортостандың үҫеш курсына тап килә, - тип баҫым яһаны төбәк башлығы. - Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуын
       билдәләүгә әҙерлек хәл иткес стадияһына аяҡ баҫа. Беҙҙең өс өн был дөйөм Рәсәй байрамының идея һәм әхләҡи йөкмәткеһе
       мөһим. Уның тарихи әһәмиәтен, юғары рухи һәм патриотик
       мәғәнәһен бөтә илгә еткерергә кәрәк. Был ваҡиға Рәсәй халыҡтарының дуҫлығына, буласаҡ килешеүле федератив мөнәсәбәттәргә башланғыс һалыусы булғандыр, тип уйлайым.
       Кеше һәм социаль өлкә - дәүләт башлығының бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһендә төп предмет. Һәм был юлы ла мораль - әхләҡ темаһы ҙур дәрәжәлә сағылыу таба. Мортаза Рәхимов "халыҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм суд системаһына тулыһынса ышанып етмәй әле" тип билдәләне. Өҫтәүенә, "граждандарҙың законлы хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәрен яҡлау йәмәғәтселекте генә түгел, хоҡуҡ һаҡлау органдарын, суд берләшмәһен дә борсорға тейеш". Теркәү хеҙмәтенең эше лә оперативлыҡ талап итә. Сираттар мәсьәләһен мотлаҡ хәл итергә
       кәрәк. Үҙҙәренең законлы хоҡуҡтарын рәсмиләштергәндә граждандар бюрократия волокитаһынан зыян күрергә тейеш түгел. Тағы ла "конверттағы эш хаҡтары" темаһы яңғыраны - бы л "ҡара" схемалар менән файҙаланыусылар дәүләтте генә түгел,
       үҙ хеҙмәткәрҙәрен дә алдай, уларҙы лайыҡлы пенсия, социаль түләүҙәр һәм кредит алыу мөмкинселегенән мәхрүм итә. Ҡала
       һәм ауылдарҙа киң таралыш тапҡан ҡомарлы уйын бизнесы, БР П резиденты әйтеүенсә, закон тарафынан тотҡарланасаҡ. "Эйе, унда күп аҡса әйләнә, хәтһеҙ һалым түләнә. Әммә барыһын да
       аҡса менән генә үлсәргә ярамай бит! Ошо бәлә арҡаһында кешеләр зыян күрә. Уйынға бирелеү нигеҙендә ауыр енәйәттәр ҡылына. Был өлкәлә тәртип булдырыу өсөн беҙ ҡаты саралар күрергә тейешбеҙ", - тине республика Президенты.
       Граждандарға ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаларынан өлөш сығарыуҙан тыш, алдағы приоритеттар иҫәбенә яуаплы гражданлыҡ йәмғиәте төҙөү ҙә инде. Мортаза Рәхимов вәғәҙә итеүенсә: " Беҙ артабан да власть һәм конструктив позиция биләүсе сәйәси партиялар араһында диалогты һәм уртаҡ эшмәкәрлекте дауам итәсәкбеҙ, гражданлыҡ йәмғиәте институтарын булдырыуға, уларҙың потенциалын республика мәнфәғәттәрендә файҙаланыуға булышлыҡ итәсәкбеҙ".
       Дөрөҫ, "оппозиция" кейемен кейеүсе, ләкин республика халҡы һәм уның мәнфәғәттәре тураһында түгел, бары тик үҙ
       амбициялары һәм дәғүәләре хаҡында ҡайғыртыусылар менән һөйләшеү өсөн тема юҡ.
       Мөрәжәғәтнамәлә киң мәғлүмәт сараларына айырым иғтибар
       бирелә.
       - Журналистар йәмәғәтселек үҫешенең төрлө яҡтарын объекти в һәм сифатлы яҡтыртырға, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә
       ҡушылыуына 450 йыл тулыуын билдәләүгә әҙерлекте, Төҙөкләндереү йылы сараларының үтәлешен мәғлүмәт менән тәьмин итергә бурыслы,- тип билдәләне Мортаза Рәхимов.
       - Элекке практикаға кире ҡайтырға кәрәк, ул ваҡытта дәүләт органдары, предприятие һәм учреждение етәкселәре киң мәғлүмәт сараларының сығыштарына үҙ ваҡытында яуап бирергә т ейеш ине. Граждандарға ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында мәғлүмәтте еткеререргә кәрәк. Һәр кеше власть эшмәкәрлеге тураһында белергә хоҡуҡлы, һәм уның фекере лә иҫәпкә алыныуына ышанырға тейеш".
       Президент эштәрҙе ярты юлда туҡтатырға ярамағанлығын
       хәтергә төшөрөп үтте:
       - Льготаларҙы "аҡсалаштырыу" буйынса федераль нормаларҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итергә кәрәк. Беҙҙең республикала ул 860 мең ашыу кешегә ҡағыла! Халыҡ ихтыяждарына тәрәнерәк үтеп инеү мөһим. Бында ҙур аңлатыу эше алып барыу ҙа кәрәк.
       Социаль хеҙмәткә минең ҡәтғи талабым - һәр кешегә барып етергә!"

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал