6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Әхирәтте һайлай бел
21.04.06


       Дөрөҫмө - түгелме, әммә мин һәр ваҡыт әхирәттәремдең һаны н сикләргә тырыштым. Таныштарымдың иптәш ҡыҙҙары күплеге менән маҡтаныуы миндә ниңәлер аптырау тойғоһо тыуҙыра торғайны. Әхирәт икән - тимәк ул һине бер ҡасан да һатмаясаҡ , шатлыҡтарыңды ла, хәсрәтеңде лә үҙенеке кеүек күреп уртаҡлашасаҡ. Ә бер кешенең бындай дуҫтары күп булыуы мөмкин түгел. Бер, әммә ысын әхирәтең булһа ла бик шәп. Һәм ҡатын - ҡыҙҙар араһындағы дуҫлыҡ йыш ҡына икеһенең дә күңелен әсир иткән ир кеше пәйҙә булғанса ғына дауам итә. Хәйер... Ошондай сетерекле хәлдә ҡалғандан һуң, беҙ әхирәтем
       менән тәүҙә бер - беребеҙгә асыуланышып алдыҡ, һуңынан түбәндәге ҡарарға килдек: ер йөҙөндә ир - егеттәр бөтмәгән, ә беҙҙең дуҫлыҡ барыһынан да ҡәҙерлерәк. Бына шундай хәлдәр ҙә була!
       Иптәш ҡыҙҙар инде икенсерәк категорияға ҡарай. Уларҙың кү п булыуы ла мөмкин: киноға, дискотекаға, театрға барып килер гә, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға әҙерләшергә, бала менән ултырып торорға һәм башҡалар.
       Ҡатын - ҡыҙҙар дуҫлығының төрлө үҙенсәлектәр һәм аңлатып булмай торған парадокстарға бай булыуын психологтар ҙа таный . Сөнки уларға ошондай дуҫлыҡтан "зыян күреүселәр" менән эшләргә тура килә лә инде. Юғары категориялы педагог - психолог Наталья Сорока әйтеүенсә, йыш ҡына иң яҡын әхирәте менән араның боҙолоуы йәки уның хыянатын ауыр кисереүсе ҡатын - ҡыҙҙар психологик ярҙам һорап мөрәжәғәт итә икән.
       - Йыш ҡына шундай картинаға шаһит булырға тура килә: әхирәттәрҙең береһе кейәүгә сыға һәм үҙенең тормошҡа
       сыҡмаған дуҫ ҡыҙҙары менән аралашыуын туҡтата (йәки сикләй) , - тип һөйләй Наталья Сорока. - Был бер яҡтан ниндәйҙер аңһ ыҙ ҡурҡыуҙан да килә: "Ирем уларға ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдерә ҡалһа". Киреһенсә лә була: ирһеҙ әхирәт үҙенең ғаиләле әхирәте менән ҡыҙыҡһынмай башлай. Был осраҡта кейәүҙәге
       ҡатындың икенсе төрлө тормошҡа күсеүе, ваҡыты етмәүе лә сәбәп булыуы ихтимал.
       Хәҙер ни эшләргә, дуҫлашмаҫҡамы ни
       - Рәхәтләнеп дуҫлашығыҙ, - тип тынысландыра психолог. Аралашыу мөһим, тирә - яҡтағы кешеләрҙең һиңә, ә һинең уларғ а йоғонто яһауыңды оноторға ярамай. Аш - һыу һәм балалар бүлмәһенән, йәғни көнкүреш мәсьәләләр сигенән сыҡҡан уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар булғанда ғына дуҫлыҡ оҙаҡ йылдарға һуҙыла. Был мода, әҙәбиәт, сәнғәт, уртаҡ таныштар һәм башҡалар булыуы мөмкин. Ә инде ҡыҙығы ҡалмаған мөнәсәбәттәрҙе талаш -
       ыҙғышһыҙ, кемдең ғәйепле булыуын асыҡламайынса, тыныс, әммә ҡәтғи рәүештә өҙөргә кәрәк. Йыш ҡына әхирәттең шәхси үҙенсәлектәре арҡаһында, уның менән аралашыуы ауырлыҡ һалырға мөмкин. Әхирәттәр араһында "һөлөктәр", "бәхетһеҙҙәр" , "көнләшеүсе" типтар һәм элекке класташтар осрай.
       "Һөлөктәр".
       - Медицина һөлөктәре варикоз, гипертониянан интегеүселәрг ә файҙа килтерә. Кеше - һөлөк иһә һиҙҙермәй генә ҡаҙала һәм бары тик зыян ғына килтерә, - ти психолог. - Ҡыҙғанысҡа ҡарш ы, уны һуңынан ғына аңлайбыҙ. Һөлөктөң холҡо бала саҡта уҡ формалаша: ул ялҡытҡыс, эс бошорғос кеше, уның тормошо һәр в аҡыт насар, һис ҡасан кәйефе юҡ. Һөлөк һеҙҙе ҙур теләк менән
       тыңлай, баш ҡаға, ахылдай, көйәләнә, хатта ниндәйҙер кәңәшт әр ҙә бирә. Сит кешенең бәләһе һәм бәхетһеҙлеге уның өсөн аҙ ыҡ ролен үтәй, йәшәү мәғәнәһе булып тора. Һөлөк - әхирәтегеҙгә һөйләгәндәрҙе ул һуңынан һеҙҙең үҙегеҙгә ҡаршы файҙаланасаҡ.
       Ҡыуаныслы мәлдә артыҡ шатланмаһын өсөн ул мотлаҡ проблемаларығыҙҙы хәтерегеҙгә төшөрәсәк. Һөлөк кеше бәхетенә шатланыу ғына түгел, дуҫының имен йәшәүенә лә
       битараф ҡарашта була белмәй.
       Һөлөктө түбәндәге дөйөм һыҙаттар буйынса танырға мөмкин:
       проблемаларығыҙ менән ҡыҙыҡһына, төпсөнә, бик күп һорауҙар бирә, ҡайғы уртаҡлаша, әммә тик мораль ярҙам ғына тәҡдим итә . Һәр ваҡыт бойоҡ, йөҙ һыҙаттары ғәҙәттә скептик, аҡрын хәрәкәтләнә, ашыҡмай ғына, ләкин күп һөйләй. Һөйләшеү өсөн яратҡан темалары: Ҡот осҡос! Ирҙәр барыһы ла ҡәбәхәттәр!", "Был тормошта бәхет юҡ", "Бәлә бер үҙе килмәй" һәм башҡалар.
       "Бәхетһеҙҙәр"
       Уларҙың күптәре үҙҙәре үк бәхетле йәшәргә теләмәй. Профессиональ "яфа сигеүселәр" бар, улар үҙ проблемаларынан ләззәт таба. "Яфа сигеүселәр" әхирәт түгел, йәбешкәктәр. Уларға һеҙ ҙә, һеҙҙең проблемаларығыҙ ҙа кәрәкмәй, үҙ негативын сығарып һалһа - булды. Үҙҙәренең физик һәм психологик интегеүҙәрен төрлө төҫтәрҙә һүрәтләй, тормошон яйға һалыу йәһәтенән берәй киҫкен сара тәҡдим итеү менән, улар проблемаларын иң ҡәҙерле әйберендәй күреп яҡлай башлай.
       Мөнәсәбәттәрҙе генә түгел, күңел тыныслығын да һаҡларға теләһәгеҙ, уларҙың мыжыуына иғтибар бирмәгеҙ ( яуап ҡайтарыу , баш ҡағыу ярамай - шул саҡ "интегеүсе" икенсе объектҡа күсәсәк), ялыуҙарын баштан уҡ туҡтатығыҙ (һуңынан быны эшләү
       ҡыйыныраҡ буласаҡ). Уларҙың иң яратҡан мыжыу алымы - телефон аша. Интегеүҙәре хаҡында һүҙ башлау менән телефон трубкаһын һалығыҙ, һуңынан үҙегеҙ шылтыратып элемтә насарлығына һылтанығыҙ. Тик был трюктың алдан уйланғанлығын белдермәгеҙ. Улар эргәһендә бер ваҡытта ла сәләмәтлегеҙгә зарланмағыҙ.
       "Көнләшеүсе"
       Был "әхирәт" менән аралашыуҙы туҡтатҡандан һуң да еңел һулап ҡуйыла. Кемдең һеҙгә көнсөллөк менән ҡарауын асыҡлауы ауыр түгел: уларҙың башҡа кешеләр тураһында нимә һөйләүенә иғтибар итегеҙ. Нимәгә шатлана, кемде хуплай йәки тәнҡитләй Уларҙың фекерендә хуплау йышыраҡ яңғыраймы әллә ҡәнәғәтһеҙлекме Хәтерегеҙә тотоғоҙ, улар башҡа кеше тураһында нисек һөйләй, һеҙҙе лә шулай уҡ итеп тикшерә. Башҡ а кеше тураһындағы негатив хәбәрҙәрен бер ваҡытта ла хупламағыҙ.
       Элекке класташтар
       Мәктәптә яралған дуҫлыҡ иң көслөһө тигән фекер йәшәй. Әмм ә тормоштағы ҡыҙыҡһыныуҙар төрлөлөгө иң яҡшы класташтарҙы ла айыра һәм был мөнәсәбәттәр еңел ҡабул ителмәй. Кире ҡағыу
       уңайһыҙ кеүек, һәм беҙ класташтың барлыҡ иҫтәлектәрен һәм тарихтарын тыңларға мәжбүр. Хәйер, ошо теманан башҡа һөйләшерлек һүҙ ҙә юҡ инде.
       Бәлки ир - егет дуҫың булыуы яҡшыраҡтыр
       Юҡ, был икенсе тема. Бәлки, киләһе һөйләшеү өсөн тема булыр. Ҡатын - ҡыҙ менән ир - егет араһында ла дуҫлыҡ булыуы
       мөмкин түгел, тиҙәр бит.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал