6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Николай Калинушкиндың аҡҡош йыры
20.04.06


       Өфөлә бик шәп кеше, скульптор - Николай Александрович
       Калинушкин йәшәгән. Ул Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Р еспубликаһының атҡаҙанған рәссамы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
       Рәссамдың модельер сәнғәтендәге "Д. Бурлак", "А. Тюлькин" һәм "А. Солженицын", станокта башҡарылған скульптурала "А. С. Пушкин", "М. В. Нестеров", "Анна Ахматова" эштәре
       ҙур һөйөү һәм хөрмәт менән һуғарылған. Авторҙың күп кенә эштәре Рәсәйҙә генә түгел, Болгарияла, Италияла, Румынияла, Францияла, Польшала үткән күргәҙмәләрҙә лә урын таба.
       Кем һуң ул, Николай Калинушкин
       Ул 1948 йылдың 25 ғинуарында Өфөлә донъяға килә. Бала сағы ул осор балаларынан бер нимәһе менән дә айырылмай: ас
       һәм яланғас, әммә шат һәм бәхетле ваҡыт. Эргәлә элекке яуги р -фронтовиктар булыуы һуғыштан һуңғы осор балаларының донъяға ҡарашы формалашыуында ҙур роль уйнай.
       Малай 114 - се урта мәктәптә белем ала, художество мәктәбе нә - Огородниковтың күнекмәләренә йөрөй. Артабан 2 - се педагогия колледжының художество - графика бүлегенә уҡырға инә. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң Мәскәү юғары художество - сәнәғәт училищеһын тамамлай. Калининградтан саҡырыу алыуына ҡарамайынса, Калинушкин Өфөгә әйләнеп ҡайта.
       1977 йылдан башлап уның ижади тормошо Өфө менән тығыҙ
       бәйле. Ул Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество - графика факультетында һүрәт төшөрөү һәм скульптура фәне буйынса белем бирә. Күп ваҡытын институттың оҫтаханаһында үткәрә. 1980 йылда СССР Рәссамдар союзына инә.
       Николай Калинушкин 2004 йылдың 20 апрелендә 57 - се йәше менән барғанда вафат була. Уның һуңғы биш йылдағы төп ҡаҙаныштары араһында - яугир - интернационалистарға
       арналған һәйкәл дә бар, уның тәрән драматизмы һәм героик патетикаһы рәссамдың юғары гражданлығы һәм патриотлыҡ рухына дәлил.
       Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығына Өфөлә Еңеү Паркының төп ансамблен төҙөү тамамлана, ул Дмитрий һәм Павел
       Винкельмандарҙың оҫтаханаһында башҡарыла. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Афғанстан ветерандары союзының Башҡортостан бүлексәһе етәкселеге Афғанстан һуғыштарында баштарын һалған яугирҙарға һәйкәл төҙөүҙе планлаштыра.
       Һәйкәл өҫтөндә эшләүгә Николай Калинушкин менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүсе ағалы - ҡустылы Винкельмандарҙы йәлеп итергә булалар.
       1998 йылда буласаҡ һәйкәдең эскизы әҙер була. Ижади колектив уның концепцияһы өҫтөндә етди эш алып бара. Монументтың үҙәк өлөшөндә хәсрәткә батып улын көтөүсе Әсә
       булырға тейешлеге шик тыуҙырмай. Тик бына ул ниндәй булыр Lсә эргәһендә кем булырға тейеш Был һорауҙарға яуап эҙләү ике йыл дауам итә.
       Һәйкәл ҙур булмаған постаментта бронзанан ҡойолған Әсә скульптураһынан тора. Тышҡы яҡтан портал төҫө Башҡортостан
       ландшафтын хәтерләтеүсе хибинит менән йөҙләнгән. Порталдың эске яғынан ҡара шымартылған габбро таҫма үтә, унда башҡорт һәм рус телдәрендә ҡайғылы юлдар яҙылған. Улар яугирҙарҙың иң ҡәҙерле кешеләре - әсәләренә булған тойғоһон сағылдыра.
       Фронтонда, порталдың өҫкә өлөшөндә, алһыу төҫтәге быяла һыҙаттар ҡуйылған, кисен уларға аҫтан яҡтылыҡ төшә һәм һәләк
       булған улдарҙың йәндәре Әсә фигураһына яҡтылыҡ өҫтәгәндәй тойола.
       Һәйкәл эргәһендә ҡара гранит плитанан эшләнгән 60 стела
       урынлашҡан - унда Ватанды һаҡлап һәләк булған 685 яҡташыбыҙҙың фамилияһы уйып яҙылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был исемлек бөгөн дә артыуын дауам итә.
       Локаль һуғыш конфликттарында һәләк булған Башҡортостан егеттәре иҫтәлегенә һәйкәл (халыҡта уны Хәсрәтле Әсә Монументы тип тә йөрөтәләр) 2003 йылдың 25 октябрендә асыла.
       Бер тапҡыр Н. Калинушкин менән әңгәмәләшкәндә, мин ул эшләгән мемориаль таҡталар ҡаланы биҙәй, тип белдерҙем. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төҫлө металл артынан һунар итеүселәр опера һәм балет театры бинаһында Александр Фадеев иҫтәлегенә ҡуйылған бронза мемориаль таҡтаны, Коммунистик урамында Афзал Таһиров йәшәгән йорт стенаһына ҡуйылған мемориаль таҡтаны урларға баҙнат иткән.
       - Улар сәнғәтте баһалай беләләр, - тип аяныслы сарказм ме нән әйтеп ҡуйҙы шул ваҡытта рәссам.
       Әммә Хәсрәтле Әсә Монументы быуаттар буйына торасаҡ. Николай Калинушкиндың һәйкәл артындағы махсус суйын плитаға уйылып яҙылған исеме лә һаҡланасаҡ.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал