6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Улар 25 йыл йөрәк һағында тора
20.04.06


       Кисә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Республика кардиология диспансерына нигеҙ һалыныуына 25 йыл тулыуға арналған тантана үтте. Дауалау - профилактика учреждениеһы
       сирек быуат эсендә Башҡортостан Республикаһының йөрәк - тамыр системаһы ауырыуҙарынан интегеүселәргә медицина ярҙамы күрһәтеүсе төп һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына әйләнде.
       Башҡортостан Хөкүмәте исеменән кардиодиспансер хеҙмәткәрҙәрен БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов ҡотланы. Ул РКД - ның баш табибы вазифаһын башҡарыусы Ирина Карамоваға республика башлығының
       ҡотлауын тапшырҙы, ә кардиодиспансер хеҙмәткәрҙәре, үҙ сиратында, диспансерҙы йыһазландырыуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн Байдәүләтовҡа символик статуэтка бүләк итте һәм рәхмәттәрен белдерҙе. Ошондай уҡ наградаға БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, БР һаулыҡ һ аҡлау министры урынбаҫары Валерий Шакиров, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев һәм башҡалар
       лайыҡ булды.
       - Бөгөн республиканың кардиология диспансерында реабилитация һәм интенсив терапия, шулай миокард инфаркты,
       йөрәк ритмының боҙолоуы, гипертоник ауырыуҙар һәм балалар кардиологияһы бүлектәре эшләй, - тип һөйләй Ирина Карамова. - 2001 йылда хирургия блогын асыу йөрәк - тамыр ауырыуҙарына н яфа сигеүселәргә хирургия ярҙамы күрһәтеү мөмкинселектәрен киңәйтте. Уның составында - анестезиология һәм реанимация, кардиохирургия, йөрәкте диагностикалау һәм дауалауҙың рентген хирургияһы алымдары, тамыр хирургия бүлектәре бар, ҡатмарлығы буйынса 6 - 8 категорияларындағы операциялар үткәрелә.
       Кардиология диспансерының әйҙәүсе табибы әйтеүенсә, һуңғы
       йылдарҙа диспансер врачтары өсөн ангиопластика, яңы тыуған балаларҙың йөрәк ауырыуҙарын корркциялау һәм башҡа төр операциялар ғәҙәтигә әйләнгән.
       Йөрәк хирургияһы бүлегендә операцияларҙың барлыҡ спектры
       ла уңышлы башҡарыла. Асыҡ йөрәккә операция эшләү һаны буйынса башҡорт кардиохирургтары Волга буйы федераль округында өсөнсө урын биләй. Уникаль операциялар үткәреүҙәре
       өсөн Башҡорт йөрәк - тамыр хирургияһы үҙәгенең хирургтар бригадаһы бер нисә тапҡыр "Алтын скальпель" наградаһына лайыҡ булды.
       Республика кардиология диспансерының стационарында бер юлы 470 кеше дауалана ала. Йылына 12000 - гә яҡын кешегә стационар кардиология ярҙамы күрһәтелә.
       - 2001 йылдан алып эшләүсе 30 урынлыҡ амбулатор диализ
       үҙәге - кардиология диспансерының ғорурлығы. Үҙәк республикала хроник бөйөр етешһеҙлегенән яфа сигеүселәр ихтыяжын иҫәпкә алып төҙөлдө. Башҡорт диализ үҙәгендә 80 - г ә яҡын амбулатор ауырыу ярҙам ала, - тип һөйләй Ирина Карамо ва. - Беҙҙең диспансер шулай уҡ ҙур диагностика үҙәге булара ҡ та билдәле. Унда нур һәм функциональ диагностика бүлектәре , бактериология һәм клиник лабораториялар бар, заманса диагностика процедуралары үткәрелә. Шулай ҙа учреждениеларҙың төп байлығы - кешеләр. Бөгөнгө көндә беҙҙә 760 - тан ашыу хеҙмәткәр эшләй. Улар иҫәбендә ике медицина фәндәре докторы, 15 медицина фәндәре кандидаты,
       республиканың биш атҡаҙанған табибы бар, 33 врач юғары квалификация категорияһына, 38 врач - беренсе категорияға эй ә. Улар барыһы ла ауырыуҙар өсөн үҙәренең талантын, белемен, тәжрибәһен һәм күңел йылыһын йәлләмәй эшләй.
       Юбилей тантанаһына килгән ҡунаҡтар әйтеүенсә, унар мең ҡотҡарылған ғүмерҙәр һәм тулы ҡанлы тормошҡа әйләнеп ҡайтыусы йөҙәр меңләгән кеше Республика кардиология диспансерының эшмәкәрлек һөҙөмтәһе булып тора. Байрамдың
       рәсми өлөшө кардиодиспансер хеҙмәткәрҙәре өсөн
       Башҡортостандың сәнғәт оҫталары тарафынан әҙерләнгән концерт менән тамамланды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал