6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Ер өҫтөнә ҡалҡа умырзая
20.04.06


       Оҙон ҡыштан тик һеҙ генә арыманығыҙ. Һәм ҡояш нурҙары аҫтында йылыныу теләге лә һеҙгә генә хас түгел. Улар шулай уҡ ҡышты ҡараңғыла һәм тарлыҡта үткәрҙе һәм хәҙер, һеҙҙең ке үек үк, саф һауаға, иреккә ынтылалар. Инсафлы һәм көсһөҙ сәс кә - яҙҙың тәүге күрке умырзая. Уларҙың ғүмере ҡыҫҡа - май айына тиклем тупраҡта уларҙың бүлбеләре генә тороп ҡала. Әммә тәбиғәт "һөйөүселәр" сәскә ғүмерен тағы ла ҡыҫҡарта.
       Үткән йылдың үле үләндәре араһында күҙҙәрен асҡан нәфис умырзаяларҙы күреү менән һәр кем уларҙы өҙөп, үҙе менән алып
       китергә ынтыла. "Бигерәк матурҙар!" тип һоҡланабыҙ яңы
       өҙөлгән умырзаялар гөлләмәһенә һоҡланып. Ә тағы бер - ике көндән һулыған сәскәләргә ҡарап, "әшәкеләр" тибеҙ һәм сығарып ырғытабыҙ. "Ни тиклем ҡанһыҙлыҡ!" - тиәсәк быға ғали м - биологтар. "Ниндәй статья әле" - тип уйға ҡаласаҡ БР Тә биғи ресурстар министрлығының территориаль идаралыҡ инспекторҙары.
       Умырзая ғүмерен өҙөүсе һәм уны һатыу менән шөғөлләнеүселәр
       бер нисә статья буйынса ғәйепләнә. Сәскәне өҙөү өсөн беренс е сиратта биологик белемле булыу кәрәк, ул һеҙгә был үҫемлек тең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына инеүен йәки инмәүен белергә ярҙам итәсәк. Тәбиғәт "һөйөүселәрҙең" "тырышлығына" ҡарамайынса, боҙлоҡ дәүеренең был реликтын бөгөн дә Башҡортостан ҡалалары эргәһендәге урмандарҙа күрергә мөмкин. Әммә ул күберәк баҙарҙа һәм автобус туҡталыштарында осрай. Башҡортостан Республикаһының "Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында" Законының "Һирәк осраусы һәм бөтөү ҡурҡынысы алдында торған хайуандар йәки үҫемлектәр төрҙәрен юҡҡа сығарыу" статьяһы аҡса янсығын 15 -
       40 минималь окладҡа кәметеүҙе күҙ уңында тота.
       Әгәр ҙә айырыуса һаҡланыу аҫтында булған биләмәләрҙә гөлләмә өсөн сәскә йыйған ваҡытта эләкһәгеҙ, бында инде ниндәй сәскә йыйыуығыҙ мөһим түгел. Яҡын арала ҡурсаулыҡҡа й әки милли паркка барырға йыйынмайбыҙ әле, тип йылмайырға ашыҡмағыҙ. Алыҫ йөрөргә кәрәкмәй - "Башҡортостан Республикаһында айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт территориялары т ураһында" законға ярашлы, ҡала һәм ауылдарҙың йәшел зоналары айырым һаҡланыу аҫтындағы тәбиғәт территориялары с татусына эйә. Был турала иҫләү мотлаҡ, сөнки Рәсәй Федерацияһының "Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында" Кодексына ярашлы, айырыуса һаҡлау аҫтында булған биләмәләрҙә билдәләнгән режимды боҙоу граждандарға биш - ун минималь эш хаҡы күләмендәге административ штраф менән янай.
       Ошо көндәрҙә Англияла умырзаялар көнө билдәләнде. Әммә
       унда сәскәләрҙе ҡоротмайҙар, киреһенсә, үрсетәләр, ҡала эсендәге түтәлдәргә күсереп ултырталар. Беҙҙә иһә был сәскәләрҙең ҡәҙерен белеүселәр әлегә уларҙы өгөт - нәсихәт һ әм штрафтар ярҙамында яҡларға маташа. Киләһе шәмбе көнө Тәбиғәт министрлығы инспекторҙары Өфө баҙарҙарында яҙҙың тәүге сәскәләренең тамырын ҡоротоусы "сәскә браконьерҙары" э ҙенән сығасаҡ.

Инесса Брусиловская.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал