6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

_м_т нуры
19.04.06


       Суперлиганың "Нефтяник Башкортостана" волейбол клубы плей
       - офф уйындарының сирек финалында Яңы Уренгойҙың "Факел" командаһын артта ҡалдыра алманы. Ҡунаҡта ике тапҡыр 3 : 0
       иҫәбе менән еңгәндән һуң, төп уйынсыларҙың береһе булған Максим Терешин йәрәхәт алды һәм, эҙемтә булараҡ, өс тапҡыр рәттән еңелеү кисерергә тура килде - 2 : 3, 1 : 3 һәм 0 : 3.
       Ләкин Юрий Маричевтың тәрбиәләнеүселәре Европа конфедерация һы кубогында урын өсөн көрәшә ала әле. Бының өсөн сирек
       финалда еңелгәндәрҙе артта ҡалдырып, бишенсе урынға сығырға кәрәк буласаҡ. Европа конфедерацияһы кубогы өсөн беренсе раундта өфөлөләрҙе Мәскәүҙең "Луч" командаһына ҡаршы көрәш көтә. Тәүге ике матч "нефтселәрҙең" еңеүе менән тамамланды ла инде. Артабан уларҙы Рәсәйҙең баш ҡалаһында бер тапҡыр еңергә, һуңынан бишенсе урын өсөн уйындар серияһында "Динамо" (Ҡазан) - "Локомотив" (Екатеринбург) парының триумфаторын артҡа сигендерергә кәрәк буласаҡ, әлегә
       2 : 0 иҫәбе менән Татарстан клубы алда бара.
       Даими беренселектә "Нефтяник Башкортостана" командаһы бишенсе урын яуланы. Тәүге "четверка" клубтары ярымфиналға имен - аман сығыуы сәбәпле, өфөлөләр еңелеүсе командалар араһында иң көслөһө һанала. "Луч" ни бары һигеҙенсе урынға
       күтәрелә алды, әммә был йәш һәм ныҡыш команда һәр көнәркәшкә ҡаршы торорға һәләтле. Ошо сәбәпле Өфөлә үткән ике осрашыу урындағы көйәрмәндәрҙе бер аҙ борсолоуға һалып а лды.
       Серияның старт матчында беренсе партия нәҡ ҡунаҡтарҙың "яугирлыҡ" һәләте арҡаһында оҙаҡҡа һуҙылды. "Нурҙар" командаһында ике төп уйынсы ҡатнаша алмауына ҡарамаҫтан, көрәш көсөргәнешле булды - һөҙөмтәлә өфөлөләр ике мәрәйгә а лға сығып, уйынды 31 : 29 (1 : 0) иҫәбе менән тамамланы.
       Уйындың икенсе өлөшөндә хужалар үҙәрен ҡулға алды, ә бына ҡунаҡтар һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлай алманы. "Нефтселәр" еңде, 25
       : 17, артабан өсөнсө партияла ла лайыҡлы еңеү яуланылар.
       Өфөләге икенсе уйынды мәскәүҙәр ярайһы уҡ ышаныслы башланы. Сөнки тағы бер һөжүм итеүсебеҙ - Османи Гуанторена яурынын ауырттырып виртуаль "лазаретҡа" күсте.
       "Лучтың" баш тренеры Павел Борщ уйынсылар составында оҫта алмаштырыуҙар үткәрҙе. Һәм беренсе өлөштә мәскәүҙәр хатта биш мәрәйгә алға сыға алды һәм Юрий Маричев һәм уның т әрбиәләнеүселәренең тырышлығына ҡарамаҫтан, сетты еңеүгә тиклем алып барып еткерҙе.
       Икенсе партия ла хужаларға еңел бирелмәне. Улар бары тик уйын уртаһына ғына алға сығыуға өлгәште һәм 25 : 23 иҫәбе менән еңде.
       Өсөнсө сетты ла "нефтселәр" алды, иҫәп - 25 : 18. Дүртенс е
       партияла "Луч" барлыҡ көсөн йыйып ҡаршы торорға уйлағайны ла, Гуанторена Борщтың пландарын емерҙе. "Нефтяник Башкортостана" командаһының баш тренеры Юрий Маричев серияны Мәскәүҙә 22 апрелдә үтәсәк тәүге матчта уҡ тамамларғ а ниәтләй:
       - Киләһе уйында ла "Лучты" еңербеҙ тип уйлайым. Беҙгә бик күп эшләргә тура киләсәк, әлбиттә, төп уйынсыларҙың йәрә хәт алыуы сәбәпле уйын схемаһын тотош алмаштырырға тура килде, ә
       был һәр ваҡыт команданы көсһөҙләндерә. Тағы ла "Факелдан" е ңелгәндән һуң егеттәрҙең күңеле төшөүе борсой.
       - 2 : 0 иҫәбе менән Ҡазан командаһы Екатеринбургтан алға сыҡты. Нисек уйлайһығыҙ - бишенсе урын өсөн күрше республика
       уйынсыларына ҡаршы көрәшергә тура киләсәкме
       - Эйе, шулай булыр, тип уйлайым.
       Татар командаһы менән осрашыуға тиклем Терешин менән Гуанторена төҙәлеп өлгөрөрмө һуң
       - Османиҙың яурыны менән проблеманың ни тиклем етди булыуын белмәйем, әммә ул уйнар тип уйлайым. Терешинға килгәндә, ул майҙанда күнекмәләр үтә башланы инде. Ҡазанға ҡаршы уйында Максим ҡатнашыр, моғайын, әммә бер нисә аҙна
       тәнәфестән һуң уның формаһы шәп түгеллеген үҙегеҙ аңлап
       тораһығыҙ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал