6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Сик _телде, маҡсаттар раҫланды
19.04.06


       Иртәгә Башҡортостан Президенты республика халҡына һәм Дәүләт Йыйылышына яңы Хат менән мөрәжәғәт итәсәк. Был тағы б ер тапҡыр үткән йылға, халыҡҡа һәм парламентҡа "Башҡортостан стратегияһы - халыҡ мәнфәғәтенә ижади эш" (Республикалағы хәл һәм 2005 йылда уны үҫтереүҙең төп
       йүнәлештәре тураһында) Хатты тормошҡа ашырыу йомғаҡтарына к үҙ һалыу өсөн яҡшы сәбәп.
       Уның төп положениелары бөгөнгө Хатҡа ла күсәсәк, әлбиттә. Сөнки улар - дәүләт үҫешенең бер түгел өс йылда ла тамамлау мөмкин булмаған программа ориентирҙары һәм хатта генераль йүнәлештәре, тип әйтергә була. Улар һәр ваҡыт алға ынтылыуҙы
       талап итә. Әйтәйек, "халыҡтың йәшәйеш сифаты һәм кимәлен арттырыу" һүҙҙәре һәр ваҡыт көнүҙәк булып яңғыраясаҡ. Әммә
       ҡалғанын - граждандар араһында татыулыҡ дәрәжәһе, оҙайлы стратегик планлаштырыуға йәки инновацион иҡтисадҡа күсеү кеүек эштәрҙең барыһын да тормошҡа ашырырға мөмкин. Республикала сәйәси һәм ижтимағи йүнәлештә тотороҡлоҡ һаҡланды һәм нығыны, уның гаранты булып властың дәүләт органдары ғына түгел, граждандар союздары, милли - мәҙәни ойошмалар һәм дини берекмәләр сығыш яһаны.
       "Бик шәп" баһаһы менән
       "Беҙҙең ориентирҙар - көслө һәм һөҙөмтәле власть, урындағ ы үҙидара үҫеше, демократик нормалар һәм гражданлыҡ институттары эшмәкәрлегенең ышаныслы тәьмин ителеше, кеше хо ҡуҡтарын һәм иркен яҡлау", - тип әйтелә Президент Хатында. Башҡорт закон сығарыусылары үткән йыл дауамында уның төп положениеларын норматив акттар менән нығытты, һәм быйыл да б ыл эште ташламаны. Шулай итеп, БР Президенты Хатын
       тормошҡа ашырыу буйынса комплекслы программаны үтәү барышында һигеҙ республика законы, республика башлығының бер Указы, республика Хөкүмәтенең 27 ҡарары 18 күрһәтмәһе
       ҡабул ителде. Рәсәй Федерацияһы субъекттары иҫәбендә 1 ғинуарҙа Башҡортостанда ла муниципаль реформа башланды.
       Мортаза Рәхимовтың Хатында әйтелеүенсә, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль - иҡтисади тикшеренеүҙәр институты тарафынан әҙерләнгән "Башҡортостан Р еспубликаһының 2010 йылға тиклем социаль - иҡтисади үҫеше программаһы" республиканың 2020 йылға тиклем социаль - иҡтисади үҫеш стратегияһына индерелде. Яҡын арала был документ парламент ҡарамағына тапшырыласаҡ. Билдәле булыуынса, 2005 йылдың 13 июнендә раҫланған Комплекслы программа 71 сараны тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота һәм өс
       бүлектән тора. Иң ҙуры булған икенсе бүлек - "Иҡтисадта инновацион процесс - ваҡыт ҡушыуы" - 46 сараны үҙ эсенә ала. Бөгөн программаны, дөйөм алғанда, үтәлгән, тип әйтергә мөмкин. Әммә был, Хөкүмәт башлығы Рафаэль Байдәүләтов әйтмешләй, ҡул ҡаушырып ултырырға ярай, тигәнде аңлатмай.
       БР Президенты Хатының положениеларын үтәү буйынса комплекслы саралар төрлө өлкәләге перспективалы эштәрҙе үҙ
       эсенә ала. Мәҫәлән, төҙөлөшкә килгәндә, 2005 - 2015 йылдарғ а автомобиль һәм тимер юл киҫелештәрендә юл үткәргестәр төҙө ү һәм реконструкциялау буйынса республика программаһы ҡабул ителде. Был программаға ярашлы, 18 яңы юл үткәргес төҙөү, берәүҙе яңыртыу һәм төҙөлөш эштәре башланған ике юл үткәргесте төҙөп бөтөү ҡарала. Һуңғы йылда агросәнәғәт
       комплексында сифатлы үҙгәрештәр әүҙемләшеүе күҙгә ташлана. Уларҙы нығытыу һәм үҫтереү өсөн 2006 йылдың өсөнсө кварталына тәғәйенләнгән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға әҙерлек мөһим роль уйнай. Хөкүмәт тарафынан иҫәп алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса комиссия төҙөлдө һәм
       ул үҙ эшен башланы ла инде. Фәнни ҡаҙаныштар углеводород запастарын сығарыу ауыр булған урындарҙа инновация технологияларын индереү һәм файҙаланыу юлы менән нефть табыу тармағында үҫеш кимәлен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
       Яңы - ул, беренсе сиратта, дәүләт инвестициялары
       "Беҙҙең маҡсат - үтә күренмәле, инновацион, ресурстарҙы файҙаланыу буйынса юғары һөҙөмтә биргән, конкурентлыҡҡа һәләтле иҡтисад булдырыу", - ти Хатында Мортаза Рәхимов. Төбәк яңы башланғыстарға ярҙам тәьмин итә ала, әлбиттә, тик был эште закондың билдәле тар коридорында ғына башҡарырға мөмкин. Ә һүҙҙәр ниәттәр тураһында ябай декларация ғына булып ҡалмаһын өсөн беҙҙең барыбыҙға ла бөйөк Рәсәй масштабында перспективалы йүнәлештә атлау мөһим. Асылда
       бөгөн илдең экспорт - сеймал юлынан инновацион юлға күсеү
       стратегияһын уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй Федерацияһында фән тураһында яңы закон ҡабул итеү кеүек, инновацион сәйәсәт тураһындағы закон ҡабул итеү ҙә бик мөһим
       мәғәнәгә эйә.
       Башҡортостанда инновацион эшмәкәрлек менән эштәр нисек тора Республика етәкселеге тарафынан үҙ ваҡытында күрелгән саралар фәнни - техник өлкәлә негатив тенденцияларҙы билдәле
       кимәлдә йомшартырға, фәнни - техник потенциалдың мөһим өлөшөн һаҡлап ҡалырға мөмкинселек бирҙе.
       Бөгөн республикала ғилми - тикшеренеү ойошмаларының киң
       селтәре формалаштырылған. Ойошмаларҙа ун меңгә яҡын кеше эш ләй, улар араһында меңләгән фән докторы, дүрт мең фән кандидаты бар. Юғары квалификациялы фәнни кадрҙарҙың ҙур өлөшө (2/3) республиканың юғары уҡыу йорттарында тупланған. Инновацион эшмәкәрлекте дәүләт яҡлауы стратегияһы "Башҡортостан Республикаһында фән һәм дәүләт фәнни - техник сәйәсәте тураһында" законы, Башҡортостан Республикаһында
       2000 - 2005 йылдарға фән үҫеше һәм инновацион эшмәкәрлек концепция менән билдәләнә. Тимәк, яңы һөҙөмтәләр менән байытылған эштәр программаһын төҙөргә ваҡыт. Бөгөн инновацион эшмәкәрлектең һөҙөмтәле үҫешен тәьмин итәсәк төп документтарҙың береһе булып "Инновациялар һәм Башҡортостан Республикаһында инновацион эшмәкәрлекте дәүләт яҡлауы тураһында" закон проекты тора. Ул һалым льготаларын, инновацион проекттарҙы кире ҡайтарыу нигеҙендә thm`mqk`s, конкурс нигеҙендә бюджет кредиттары биреү, льготалы шарттарҙа дәүләт мөлкәтен ҡуртымға тапшырыу, коммерция банкылары кредиттары буйынса процент ставкаһын өлөшләтә компенсациялау һ.б. күҙ уңында тота.
       Республикала, башлыса алғанда, БР Хөкүмәте эргәһендә фәнн и - техник һәм инновацион сәйәсәт буйынса совет эшләй, ә сау ҙа - сәнәғәт палатаһы эргәһендә интеллектуаль милек һәм инновацион эшмәкәрлек буйынса комитет булдырылған. Үткән йыл эсендә республика башлығының Хатын тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала тәүге инновацион проект конкурстары үткәрелде. Ул ғына ла түгел, республика төбәк - ара һәм бөтә Рәсәй конкурстарында ла инновацион тәҡдимдәр менән сығыш
       яһай башланы.
       Төҙөргә һәм йәшәргә ярҙам итә
       Хатта иҡтисади үҫеш һәм халыҡтың йәшәйеш кимәлен артабан
       үҫтереүҙә төҙөлөш тармағының мөһим урында тороуы хаҡында л а әйтелә. Һәм йыл был йәһәттән уңышлы булды. Төҙөлөш подряды килешеүе буйынса башҡарылған эш күләме дүрттән бер ө лөшкә артты. Финанслауҙың төрлө сығанаҡтары иҫәбенә 1,6 миллион квадрат метр торлаҡ - 19 200 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был 2004 йыл менән сағыштырғанда 6,3 процентҡа күберәк. Шәхси төҙөлөштәр һаны кәмемәй, дөйөм массала улар ө стән бер өлөштө тәшкил итә. Бынан тыш байтаҡ һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт объекттары, спорт ҡоролмалары сафҡа индерелде, мәктәптәр генә лә бер ярым тапҡырға күберәк төҙөлгән.
       Сәнәғәт төҙөлөшө йылдам аҙымдар менән алға атлай. "Полиэф " асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең беренсе сираты тапшырылды, Йо мағужа һыу һаҡлағысының барлыҡ мөһим ҡоролмаларын төҙөү тама мланды, Өфөлә трансформаторҙар заводын төҙөүгә башланғыс һалынды, күҙәнәкле бетон блоктар етештереү яйға
       һалына.
       Граждандарҙы уңайлы, ә иң мөһиме, һәр кем ала алырлыҡ
       торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаһы хәл ителеү яғына ыңғайлай. Хат юлдарына ярашлы, төҙөүселәр йыл һайын торлаҡ төҙөү күләмен 100 мең квадрат метрға арттырырға һәм 2008 йылға уны йыл да ике миллион "квадратҡа" еткеререргә ниәтләй . Мортаза Рәхимовтың Хатында билдәләнгән һәм федераль
       әһәмиәткә эйә булған мөһим тарихи ваҡиға - Башҡортостандың
       үҙ ирке менән Рәсәй составына ҡушылыуына 450 йыл тулыуын билдәләү сиктәрендә төп көс төҙөлөш комплексы өҫтөнә төшә. Республикала ғәйәт ҙур "юбилей" объекттары төҙөлөшө башланды ла инде.
       Яңы Хат яңы ориентирҙар билдәләй, әммә социаль иҡтисади үҫеш динамикаһының дөйөм йүнәлеше һаҡланасаҡ, тип әйтергә бу ла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал