6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Донъя кимәлендә билдәле башҡорт ғалимы
19.04.06


       Быйылғы йыл Ҡытай Халыҡ Республикаһында Рәсәй Йылы тип иғлан ителгән. Күренекле ғалим - химик, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза - хәбәрсеһе Сәғит Рәүф улы Рафиҡовтың
       исеме лә Ҡытай ғалимдарының иғтибарынан ситтә ҡалмаҫ,
       моғайын.
       1954 йылда фән буйынса советник сифатында Сәғит Рафиҡов Ҡ ытай Халыҡ Республикаһына ебәрелә. Ике йыл дауамында көсөргәнешле һәм уңышлы эшләү уға Ҡытай ғалимдары, техник һәм ижади зыялылары араһында лайыҡлы абруй алып килә. Бер нисә йыл дауамында Рафиҡов ҡытай аспиранттарын әҙерләү эшенә етәкселек итә.
       Башҡортостанда иһә Октябрь проспекты, 69 адресы буйынса
       урынлашҡан бинаға ҡуйылған мемориаль таҡта Сәғит Рәүф улы
       тураһында хәтергә төшөрә, 1967 - 1984 йылдарҙа ул бында СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Президиумы рәйесе һәм Химия институты директоры булып
       эшләй.
       "Башҡортостан" энцклопедияһында бирелгән мәғлүмәттәрҙе
       файҙаланып, Рафиҡовтың биографияһына күҙ һалайыҡ.
       Сәғит Рәүф улы Рафиҡов 1912 йылдың 19 апрелендә
       Башҡортостандың бөгөнгө Дүртөйлө районының Кәйеш ауылында донъяға килә. Хеҙмәт эшмәкәрлеген иртә башлай, колхозда, һуңынан Башҡортостан, Татарстан һәм Урта Азия предприятиеларында эшләй. 1932 йылда, рабфактан һуң, Ҡазан
       институтына уҡырға инә, унда билдәле ғалим - химиктар
       Арбузовтарҙа белем ала. Уҡыуын дауам итеү маҡсаты менән Мәскәүгә килә һәм СССР Фәндәр академияһы Органик химия институтының тәүге аспиранттарының береһе була.
       Билдәле химик Павел Шорыгин етәкселегендәге эш Сәғит Рәүф
       улының бөтә ғүмеренә ғилми ҡыҙыҡһыныуҙарын билдәләй.
       Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң, Сәғит Рәүф улы илдең оборона мәнфәғәттәре буйынса эшкә йүнәлтелә. 1948 йылда Рафиҡов докторлыҡ диссертацияһын яҙа һәм полимерҙарҙың физика - химия үҙенсәлектәре тураһында беренсе совет монографияһын баҫтырып сығара. Сәғит Рәүф улының Ҡаҙағстан Фәндәр академияһы менән уңышлы бәйләнеше башланыуы ла ошо йылға тура килә. Ул Ҡаҙағстан Фәндәр академияһының Химик фәндәр институтын ойоштороусыларҙың береһе һәм макромолекуляр химия, нефть химияһы, сәнәғәт катализы өлкәләрендә яңы ғилми
       йүнәлештәргә нигеҙ һалыусы булараҡ таныла.
       СССР Фәндәр академияһының Элементоорганик ҡушылмалар
       институты барлыҡҡа килеү менән Рафиҡов поимерҙар лабораторияһына етәкселек итә башлай. 1962 йылға Рафиҡовтың Ҡаҙағстандағы мәктәбе шул тиклем көс йыя, хатта уны рәсми таныу тураһында һүҙ күтәрелә. Был Сәғит Рәүф улының Ҡаҙағстандың Фәндәр академияһы академигы итеп һайланыуына бу лышлыҡ итә. Фәнни эшмәкәрлектән тыш Рафиҡов
       Ҡаҙағстандың халыҡ хужалығы үҫеше концепцияһын төҙөүгә ҙур көс һала. Республиканың директив органдары тарафынан яуаплы ҡарарҙар ҡабул иткәндә, уның фекеренә ҙур иғтибар бирелә.
       1966 йылда Башҡортостан етәкселеге СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы эшмәкәрлеген тергеҙеү буйынса эш башлай. Башҡортостандың тергеҙелгән ғилми үҙәге етәксеһе итеп Рафиҡовтың ҡуйылыуы республика фәне өсөн, һис шикһеҙ, ҙур уңыш була. Үүҙенең төп һөнәренән тыш тарих,
       башҡорт һәм татар телдәре, әҙәбиәт, этнография буйынса ҙур белемгә эйә булған бик шәп лидер Башҡортостанға әйләнеп ҡайта. 70 - се йылдар урталарына приборҙар менән йыһазландырыу һәм китапхана фонды буйынса Башҡортостан филиалы уртаса академия кимәленән кәм булмай. Утыҙҙан ашыу я ңы лаборатория һәм яңы ғилми бүлек - физика һәм математика б үлеге ойошторола. Республикала ғилми тикшеренеүҙәр координаторы булараҡ филиал ышаныслы урын биләй башлай. Сәғит Рәүф улының эшмәкәрлек дәүерендә Башҡортостанда
       математика, макромолекуляр органик һәм физик химия, молекуляр генетика, биотехнология, физика, тарих, археология ,
       этнография, төбәк иҡтисады өлкәләрендә һөҙөмтәле эшләүсе фәнни мәктәптәр булдырыла.
       Башҡортостанда Сәғит Рәүф улы СССР Фәндәр академияһының Ба шҡортостан филиалы Президиумына етәкселек итеүҙән тыш
       Химия институты директоры ла була.
       Институтта ул полимерҙар химияһы буйынса Башҡортостанда фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусыларҙың береһе ролен үтәй. Ғалим Рафиҡовтың етәкселеге аҫтында донъя практикаһында тәүге тапҡыр ҙур габаритлы органик быяла блоктары сығарыу башҡарыла, магистраль үткәргес торбаларҙы тутығыуҙан һаҡлау өсөн изоляция матеиалдары етештереү юлға һалына...
       Ул ғына ла түгел, Сәғит Рәүф улы 900 - ҙән ашыу ғилми хеҙ мәт, вуздар өсөн химия буйынса дәреслектәр авторы ла.
       Рафиҡовтың ғәйәт ҙур педогогик талантын айырым билдәләргә
       кәрәк. Уның ярҙамы, кәңәштәре менән йөҙләгән йәш һәм өлгөрө п еткән ғалимдар файҙалана, хужалыҡ етәкселәре, зыялылар, яб ай кешеләр кәңәш һорап мөрәжәғәти итә. Республикала уның абруйы бик юғары булыуын билдәләргә кәрәк. Рәсәйҙең күренекле ғалим - химиктары ла кәңәш һорап Рафиҡовҡа килә.
       Миңә Рафиҡовтың кабинетында полководец ҡыҙы, күренекле ға лим - химик Татьяна Михайловна Фрунзенан интервью алыу бәхете тейҙе. Сәғит Рәүф улы менән уларҙы уртаҡ фәнни проблемалар бәйләй.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал