6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Президент Советы төп кәңәштәрен бирҙе
19.04.06


       Президент Советында ҡатнашыусылар республика
       Президентының халыҡҡа һәм парламентҡа Хаты проектын тикшерҙе. Кеше һәм уның Башҡортостанда йәшәүе өсөн уңайлы
       шарттар тыуҙырыу темаһы быйыл да дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булып ҡалыуын дауам итә.
       - Хат республика Дәүләт Йыйылышының 20 апрелдәге
       сираттағы ултырышында уҡып ишеттереләсәк. Һуңғы айҙарҙа "Хатҡа үҙ һүҙеңде өҫтә" акцияһы барышында әйтелгән барлыҡ мөһим тәҡдимдәр ҙә иҫәпкә алыныуын билдәләргә кәрәк, - тине Совет ултырышын алып барыусы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов. - 2005 йылға "Башҡортостан стратегияһы - халыҡ мәнфәғәтенә ижади хеҙмәт" Хатында билдәләнгән барлыҡ с араларҙы һәм йүнәлештәрҙе үтәүгә ирештек, тип әйтергә була.
       Республика башлығы шулай уҡ үткән йылда Рәсәй һәм Башҡортостан тормошонда әһәмиәтле ваҡиғалар булып үтеүен
       билдәләне. Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы тантаналы ҡаршы алынды,
       республикала Наркомания, эскелек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү программаһы һөҙөмтәле тормошҡа ашырылды. БР Президентының халыҡҡа һәм парламентҡа яңы Хаты проектына килгәндә, Мортаза Рәхимов Башҡортостан үҫешенең төп йүнәлештәре Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә
       ҡушылыуына 450 йыл тулыуына бәйле башҡарыласаҡ, тип билдәләне. Республикала тотороҡло иҡтисади үҫеште тәьмин итеү мөһим. Яңы Хатта социаль өлкәләрҙәге үҙгәрештәргә, халыҡтың йәшәйеш кимәлен күтәреүгә айырыуса ҙур баҫым яһала.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов республика Президентының 2005 йылдағы Хатын тормошҡа ашырыу йомғаҡтары хаҡында сығыш яһаны. Үткән йылда башҡарма власть органдарының тырышлығы тотороҡло
       иҡтисади үҫеште тәьмин итеүгә йүнәлтелде. Башҡортостандың инвестиция йәлеп итеү һәм конкурентлыҡ һәләте, төбәк иҡтисадының инновацион моделе нигеҙҙәрен формалаштырыу һәм халыҡтың йәшәйеш кимәлен артабан да үҫтереүгә айырым иғтибар бүленде.
       Дөйөм алғанда, ҡуйылған мәсьәләләрҙең үтәлеүе тураһында
       ишетеү күңелле булды: 71 комплекслы программа сараларының 6 3 - ө тормошҡа ашырылған, ҡалғандары тамамланыу алдында тора. 2005 йылда эске тулайым төбәк продуктының үҫеш тиҙлеге
       107 процент тәшкил иткән, ә оптимистик күҙаллауҙар буйынса ул 106 процент ине. Сәнәғәт етештереүе йыл эсендә 4,7 процен тҡа, төп капиталға инвестициялар күләме - 10,2 процентҡа, по дряд эштәре күләме - 25,5 процентҡа артҡан. Ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме 62 миллиард һум тәшкил иткән.
       Юғары кредит рейтингтары ла республиканың тотороҡло
       социаль - иҡтисади үҫешен дәлилләй: Standart & Poors
       халыҡ - ара агентлығы республиканың оҙайлы кредит рейтингын
       "Тотороҡлонан" "Позитивҡа" күтәрҙе.
       - Социаль - иҡтисади үҫештең өлгәшелгән кимәле, үҫештең
       оҙайлы ориентирҙары һәм өҫтөнлөктәре, ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү механизмдары булыуы республикаға Рәсәйҙең таяныс
       төбәге булып сығыш яһарға мөмкинселек бирә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рафаэль Байдәүләтов. Ул үткән йылда "Башҡортостан Республикаһының 2020 йылға тиклем социаль - иҡтисади үҫеш стратегияһы" булдырылыуын хәтергә төшөрөп үтте. Документтың РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы эргәһендәге Ведомство - ара совет тарафынан раҫланыуы һәм нәҡ иҡтисадты модернизациялау һәм уның инновацион өлөшө өҫтөнлөклө тип билдәләнеүен әйтергә кәрәк.
       - "Мәғариф", "Сәләмәтлек", Һәр кем ала алырлыҡ уңайлы торлаҡ", "Агросәнәғәт комплексы үҫеше" - ош дүрт өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу халыҡтың йәшәйеш кимәлен артабан күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Республикала уларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға шарттар тыуҙырылған, - тип һ үҙен тамамланы Рафаэль Байләүләтов. Президент Советы
       ултырышы барышында республика етәкселеге бер нисә тапҡыр хеҙмәт хаҡының аҡрын үҫеүе темаһын ҡуҙғатты. Инфляциянан тыш, хеҙмәт хаҡының аҡрын үҫеүенә эш биреүселәрҙең эш хаҡын "конвертта" түләргә тырышыуы һәм үткән йыл эсендә хөкүмәт
       тырышлығы менән хеҙмәт хаҡын түләү буйынса бурыстар ике ярым тапҡырға кәметелеүенә ҡарамаҫтан, эш хаҡы буйынса
       бурыстар йыйылыуы негатив өлөш индерә.
       БР Ҡоролтайы - Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев бөгөнгө Хаттың һис шикһеҙ яҡшы яғы тип унда йәмғиәтте мәҙәни - әхләҡи һауыҡтырыу һорауҙарына иғтибар бирелеүен белдерҙе. Унда үткән йыл Хаттарының концептуаль - стратегик положениелары эҙмә - эҙлекле һәм системалы үҫеш алған, иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен, социаль һорауҙарҙы, дәүлә т власы һәм урындағы үҙидара органдарының көйлө эшләүе, демократия институттарының ижади үҫеше, кеше һәм гражданин х оҡуҡтарын һәм иркен яҡлау һорауҙарын хәл итеүҙең яңы
       принциптары асыҡ билдәләнгән, тип белдерҙе парламент спикеры.
       Президент Хаты БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай алдында яңы кисектергеһеҙ һәм яуаплы бурыстар ҡуя, тине Константин Толкачев. Һәм депутаттар, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, был етди яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алырға әҙер.
       Яңы Хат проектын тикшереүҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Спартак Әхмәтов, БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары - хеҙмәт һәм халыҡты социаль
       яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, яҙыусы һәм драматург Нәжиб Асанбаев, БР Фәндәр академияһы президенты, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Айрат Шаммазов, "Алексеевка" дәүләт ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Евгений Майстренко, республиканың төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры урынбаҫары Ринат Сәғитов, Балаҡатай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Иван Никулин, Башҡортостан профсоюздары лидеры Әмирхан Сәмерханов
       ҡатнашты.
       - Мин конструктив һөйләшеү булды, 2005 йылдағы Хатта ҡуйылған барлыҡ бурыстар ҙа тип әйтерлек үтәлде, тип һанайым , - тип билдәләне ултырыш аҙағында Мортаза Рәхимов. - Яңы Хат программаһының да һеҙҙең тарафтан хупланыуы шатландыра. Ул быйылғы йылда беҙҙең эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре
       булып торасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал