6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Оләсәй ҡулдары менән сүп - сар ояһына...
04.12.03


       Үҙ оләсәһе ҡулдары менән туғыҙынсы ҡаттан сүп - сар торбаһ ына ырғытылған йәш бала тураһындағы хәбәр август айында өф өлөләр араһында шау - шыу тыуҙырғайны инде. Баланың илаған т ауышын күршеләрҙең ваҡытында ишетеп ҡалыуы арҡаһында ғына ул
       тере ҡалды. Күршеләр милиция менән "тиҙ ярҙам" саҡырыуҙан т ыш, улар килгәнсе бахыр баланың өҫтөнә сүп ташламаһындар өс өн торба шахтаһын фанера киҫәге менән ҡаплап тороу сараһын д а күргәндәр...
       Ленин районы эске эштәр бүлегенең дежур төркөмө составын да саҡырыуға килгән инспектор һөйләй:
       -- Ниндәйҙер тауыш ишеттек, бесәй балаһының ауыртынып ҡыс ҡырғанын хәтерләтә ине ул... Бәләкәс кенә бала кәбеҫтә япраҡ тары, кәнфит ҡағыҙҙары араһында ята ине, йөҙө быяла киҫәктәр енә ҡырҡылып бөткән...
       Ҡулына бала табыу йортоноң биркаһы тағылған малайҙы тиҙ арала дауаханаға оҙаталар. Был ваҡытта күптән түгел генә ошо
       йорттан сығарылған йәш әсә йүгереп йөрөп балаһын эҙләй. Ул үҙе "йылытҡыс" артынан барып килгәнсе генә тип улын оләсәһен ә тоттороп киткән була...
       Суд залы. Әсәй һәм оләсәй... Икеһенең йөҙөндә лә "йәшел й ылан" менән артыҡ мауығыу эҙҙәре. Беренсе минуттарҙан уҡ ғә йепләнеүсе -- 46 йәшлек Мария үҙен ғәйепле тип таный. "Йәшәр гә урын булмағас мин баланы тәрбиәләй алмаҫбыҙ тип уйланым. Иҫерек тә инем инде, нимә эшләгәнемде үҙем дә аңламай ҡалдым ..."
       Ире үлгәндән һуң улар ҡыҙы Наташа менән урамда тороп ҡал а. Шешә йыйып тапшырған аҡсаға көн күрәләр. Шул ваҡытта ҡыҙы ның ауырлы икәнлеге асыҡлана. "Мин ҡыҙыма балаңды балалар та быу йортонда ҡалдыр тип әйткәйнем..."
       Судья һорауы: ә ниңә баланы беренсе ҡатта берәй ишек төбө ндә генә ҡалдырмаҫҡа ине Бер минут самаһы уйланғандан һуң М ария ҡыҫҡа ғына итеп: "Белмәйем...", - тип яуапланы.
       Адвокат та был енәйәтте ҡот осҡос ҡатылығы буйынса бер ни мә менән дә сағыштырып булмағанлығын таныны: тыуыуына бер ай
       ҙа булмаған баланың баш һөйәге һәм мейеһе йәрәхәтләнә, йөҙө
       һәм күкрәге яралана... Шулай булһа ла адвокат үҙ бурысын үт әп, ғәйепләнеүсенең үҙ ғәйебен тулыһынса таныуын, быға өҫтәп
       көнкүреш хәлдәренең ауыр булыуын иҫәпкә алырға тәҡдим итте .
       Һуңғы һүҙ биргәс, Мария суд ҡарарын да көтөп тормай, язағ а тарттырғанда Өфөнән алыҫ ебәрмәүҙәрен генә үтенде. Ә ҡыҙы иһә күҙ йәштәрен йота - йота:"Әсәйемә ҡарата йомшағыраҡ булы уығыҙҙы үтенәм... Уның йөрәге насар... Төрмәлә үлә ҡалһа мин
       кемгә ярҙам һорап бара алам"-- тип кенә әйтә алды.
       Хөкөм -- 8 йылға иректән мәхрүм итеү. Һәм мәжбүри рәүештә
       алкоголизмдан дауалау...

Анжелика Алан.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал