6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
спорт

Бөтә кубокка бер Пайор
18.04.06


       "Салауат Юлаев" хоккей клубы Өфөлә үткән турнирҙа еңеү яуланы. Өс матчта аҡлы - йәшелле форма кейгән уйынсылар бер
       тапҡыр тигеҙ иҫәпкә уйнаны, ике матч еңеү менән тамамланды.
       Төп кубокты ҡулға төшөрөү өсөн тап - таман. Икенсе урын "Нефтехимик" (Нижнекамск), өсөнсө урын - "Северсталь" (Череповец) командаларында, һуңғы урында "Молот" (Пермь) хоккейсылары.
       Еңеү тороп торһон, өфөлөләрҙең тренер штабының был турнирҙағы төп эше еңеүҙән бигерәк "Салауат Юлаевҡа" кандидаттар күҙләүҙән ғибәрәт ине. Өфө клубы өсөн үткән сезонда тәүге ролдәрҙә булмаған, резервта ҡалып, боҙ өҫтөнә һирәк сыҡҡан егеттәр ҙә уйнаны. Күрәһең тренерҙар штабы
       һуңғыларын командала ҡалдырырғамы - юҡмы икәнлеген тикшереп ҡарарға булғандыр.
       Башҡа командалар ҙа турнирға көсһөҙ һәм эксперименталь
       составта килгән. Турнир ике яҡлы тәьҫорат ҡалдырҙы. Ҡайһ ы ваҡыт боҙ өҫтөндә көрәш ҡайнауын тын да алмай күҙәтергә тура
       килде, әммә уйын барышына ҡарап йоҡо килгән мәлдәр ҙә булғыланы.
       Хоккейсыларҙы бысраҡ алымдар - эләктереүҙәр, аяҡ салыуҙар , тотҡарлауҙар бер ҙә биҙәмәй. Шул уҡ ваҡытта көс ҡулланыу алымдары нулгә тигеҙ тип әйтергә була ине. Судьялар принципиаль рәүештә бысраҡ уйынды тыйҙы, ә шундай уйынға өйрәнгән хоккейсылар дәғүә белдереп маташты, йәнәһе, мин бит
       махсус рәүештә аяҡ салманым, саҡ ҡына тейеп үттем һ. б.
       Тренерҙар шулай уҡ судьяларҙың эшенә ҡарата ҡәнәғәтһеҙлек
       белдерҙе. Күрәһең, Рәсәй остаздарына асыҡ һөжүм итеүсе хоккей кәрәкмәйҙер - уларға оборонкала бер аҙ төртөшөү, осраҡлы рәүештә бер - ике гол индереү етә буғай. Хатта "Северсталь" командаһын 7 : 4 иҫәбе менән еңгән "Салауат
       Юлаевтың" баш тренеры Сергей Михалев та голдарҙың күплеге тренерҙар өсөн түгел, көйәрмәндәр өсөн генә һәйбәт, тип
       белдерҙе. Бына шулай - көйәрмәндәрҙең һәм тренерҙарҙың маҡсаттары бер - береһенән айырыла икән.
       Өфө клубының тренеры турнирҙа ҡатнашманы тип әйтергә була . "Салауат Юлаев" "Молотҡа" ҡаршы уйнағанда Михалев трибунала ултырҙы, "Нефтехимик" менән уйнағанда бөтөнләй күҙгә салынманы, ә "Северсталь" командаһына ҡаршы ярышты "Авангард" (Омск) һәм "Аҡ Барс" (Ҡазан) хоккей трансляцияһы араһындағы тәнәфестәрҙә һәм уйын тамамланғандан һуң ғына күҙәтте. Һуңынан Сергей Михайлович татар клубы өсөн "ауырыуын" белдерҙе. Аңлашыла - плей - оф уйындарында
       чемпиондан еңелеүе артыҡ үкенесле түгел, хатта үҙеңде виртуаль рәүештә көмөш призер тип күҙ алдына килтерергә лә мөмкин. Ул саҡта ниңә ваҡлашып торорға кәрәк һуң Омскка тиклем билет ал да, барабан тотоп "Аҡ Барстың" фанаттарына ҡушыл!
       Ә ни өсөн Сергей Михайловичтың Өфө турнирын трибунанан ҡарауын аңлатыуы еңел - ул уйынсыларҙы энә күҙәүенән үткәрҙе . Һәм Михалевтың кандидаттарҙың уйын кимәле менән ҡәнәғәт
       булмауын да һис бер ҡыйынлыҡһыҙ билдәләргә була ине - сөнки
       хөрмәтле остаз уйын барышында иҫнәп ултырҙы. Һәм Рәсәйҙә танылыу алған был тренерҙың һәр бер иҫнәүен мин аҡлай алам -
       сөнки "Салауат Юлаевтың" хоккейсылары иҫ китерлек уйын күрһәтмәне.
       Теге йәки был уйынсының Өфө клубына кәрәклеген дөрөҫ итеп
       асыҡлау өсөн ябай ғына сағыштырыу үткәрергә мөмкин - уйынсы
       суперлиганың көслө командаһында уйнаусы хоккейсы кимәленә т ап киләме Ни өсөн был кимәл  Сөнки "Салауат Юлаевтың" ҙурыраҡҡа дәғүә итеүсе уртаса командаға әйләнеүенә байтаҡ
       ваҡыт үтте. Киләһе сезонда нәҡ ошо ҘУРЫРАҠ өсөн көрәшергә кәрәк.
       Шулай итеп, был турнирҙа сығыш яһусы хоккейсыларҙың кемеһе суперлиганың көслө уйынсыһы кимәленә тап килә тип әйтергә мөмкин Бер кем дә тап килмәй. Бәлки уйынсыларҙың ҡайһы берҙәрен был кимәлгә алып барып еткерергә йәки яҡынайтырға булалыр Был йәһәттән "Авангард" мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, үҙәк һөжүм итеүсе Пайорҙың мөмкнселектәре ҙ ур. Ул пастарҙы яҡшы тапшыра, буллиттарҙы башҡарыу оҫталығы ла һиҙелә. "Ҡарсығаның" шыуыуы ғына артыҡ тәьҫораттар ҡалдырманы, әммә бөгөнгө дефицит ваҡытында был е тешһеҙлеккә иғтибар бирмәҫкә лә мөмкин.
       "Салауат Юлаевтың" һаҡсылары һәм ҡапҡасылары ла өмөт өҫтәмәне. Йәш голкиперҙар Давыдов менән Кузнецовты ышаныслы тип әйтеүе ҡыйын. Һаҡсыларҙың хаталары иһә, ғөмүмән, уларҙың перспективалары тураһында һүҙ йөрөтөргә лә мөмкинселек бирмәй.
       Үткән сезонда Өфө өсөн сығыш яһаған "юлавсылар" Хлыстов, Орлов һәм Селуянов үҙ кимәлендә уйнаны. Огородников һәм Шәрипов та шатландырманы, уның ҡарауы Булянский лайыҡлы
       сығыш яһаны - әгәр был егет артабан да үҙ өҫтөндә эшләһә, уның ҙур киләсәген күҙалларға мөмкин.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал