6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Дауыт Юлтыйҙың йомарт таланты
18.04.06


       1978 йылдың икенсе авгусында баш ҡала яҙыусылары, мәҙәниәт һәм фән эшмәкәрҙәре, йәмәғәтселек вәкилдәре Ленин урамының 2 - се һанлы йорто янында йыйыла. Бында Дауыт
       Исхаҡ улы Юлтыевтың (Дауыт Юлтый) иҫтәлегенә арналған
       мемориаль таҡта асыу тантанаһы үтә.
       Шымартылған мәрмәрҙә алтын хәрефтәр менән башҡорт һәм рус телдәрендә "Был йортта 1936 - 37 йылдарҙа күренекле
       башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтый йәшәне" тип яҙылған.
       Мемориаль таҡтаны асыу тантанаһында Башҡортостан яҙыусылары сығыш яһай. Улар совет башҡорт әҙәбиәтенең барлыҡ жанрҙарында ла тәрән эҙ ҡалдырыусы коллегалары тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлаша.
       Дауыт Юлтыйҙың таланты ни тиклем йомарт булыуын аңлар өсөн уның ике томлыҡ һайланған шиғри әҫәрҙәрен, "Ҡан" романын, тиҫтәләгән хикәйә һәм очерктарын, драма әҫәрҙәрен
       иҫкә төшөрөү етә.
       Дауыт Юлтый 1893 йылдың 18 апрелендә Ырымбур губернаһында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Уҡырға мөмкинселек табыр өсөн батраклыҡҡа ялланып эшләй. Һуңынан
       үҙенең ауылында балалар уҡыта.
       Ағайҙары менән бергә Дауыт Юлтый беренсе донъя һуғышының еүеш окоптарының ниндәйлеген һәм, ғөмүмән, һуғыш төшөнсәһен иртә аңлай. Нәҡ ошонда уның антагонистик көрәштең социаль ысынбарлығын асыҡлаусы "Сумка" һәм "Ҡан ҡойош" шиғырҙары барлыҡҡа килә. Һәм Октябрь революцияһы яҡынлашҡанда, йәш яҙыусы уны ҡабул итергә тулыһынса әҙер була.
       Үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына ингәндән һуң, Дауыт
       Юлтый граждандар һуғышының бик күп фронттары аша үтә. Ул ҡорал менән дә, ҡәләм менән дә көрәшә. "Ҡыҙыл йондоҙ" гәзите
       мөхәррире, Туҡсоран канткомының партия секретары - был уға ышанып тапшырылған вазифаларҙың икәүһе генә.
       Шағирҙың был йылдарҙа яҙылған шиғырҙарында революция пафосы, публицистикалылыҡ һәм фекер асыҡлығы һиҙелә.
       1921 йылда Дауыт Юлтый "Башҡортостан" гәзите мөхәррире булып эшләй башлай.
       1921 йыл аҙағында Владимир Ильич Ленин менән осрашыу
       яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәренең биографияһында сағыу бер бит булып һаҡлана. Ленин йәмәғәт тормошоноң ҡатмарлы яҡтарын матбуғатта нисек итеп яҡтыртыу йәһәтенән кәңәштәр бирә, "Башҡортостан" гәзитен ҡағыҙ менән тәьмин итеү буйынса
       ярҙам күрһәтә.
       Дауыт Юлтыйҙың беренсе китабы 1921 йылда, Октябрь революцияһынан һуң сыға, әммә уның таланты бөйөк бишйыллыҡ т өҙөлөштәренең көндәлек тормошонда асыла һәм нығый. Мәскәүҙә, ҡыҙыл профессура институтында уҡыуын тамамлағандан һуң, Дауыт Юлтый "Октябрь" журналында мөхәррир булып эшләй, Башҡортостандың Яҙыусылар союзын төҙөүҙә ҡатнаша.
       Был йылдарҙа шағирҙың көрәш һәм хеҙмәт пафосы менән һуғарылған "Нефть тураһында әкиәт", "Айһылыу", "Мәйсәрә" әҫәрҙәре сыға. "Ҡан" романы, "Бәләкәй Ҡотош" һәм "Камила" хикәйәләрендә Дауыт Юлтый үҙен прозаик булараҡ аса.
       Дауыт Юлтый күренекле драматург булараҡ та билдәле. 1920 йылда яҙылған "Ҡарағол" пьесаһынан башлап барлыҡ пьесалары ла байтаҡ театрҙарҙың сәхнәһендә ҡуйыла. Яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре башҡорт әҙәбиәте тарихы һәм теорияһы, халыҡ ижады һорауҙары буйынса күп кенә ҡыҙыҡлы һәм ҡиммәтле мәҡәләләр яҙ а. Бына шуның өсөн крәҫтиән улы, башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы һәм республикала матбуғат эшен ойоштороусыларҙың
       береһе булған Дауыт Юлтый милли мәҙәниәттә тәрән һәм юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған тип ҙур ышаныс менән әйтергә була.
       Йылы август көндәренең береһендә мемориаль таҡта асылған биш ҡатлы таш йорт баш ҡалала киң билдәле. Ул 1933 - 35
       йылдарҙа төҙөлгән иң тәүге һәм сифатлы йорттарҙың береһе. Яҙыусы был йорттоң беренсе подьезындағы етенсе фатирҙа
       йәшәй.
       Өфө ҡалаһы башҡарма комитетының 1977 йылдың алтынсы декабрендәге ҡарары менән баш ҡаланың Октябрь районындағы Шо та Руставели урамынан Хабаровск урамына тиклем һуҙылған элекке Магадан урамына Дауыт Юлтый исеме бирелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал