6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Яҙғы сәсеү эштәре хафа тыуҙырмай
18.04.06


       Яҙғы сәсеү эштәрен башҡарып сығыу өсөн республикаға 340 мең тонна орлоҡ кәрәк. Ужымды ҡабаттан сәсеүҙе лә өҫтәһәң - тағы 30 мең. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Шамил Вәхитов Республика Йортонда үткән сираттағы селектор кәңәшмәһендә ошо турала хәбәр итте. Һәм беренсе апрелгә эш барышы хаҡындағы мәғлүмәт менән таныштырҙы. Тамсы ла шаярмайынса, Вәхитов яҙғы сәсеү майҙаны ике миллион гектарҙан күберәк тәшкил итәсәк, тип белдерҙе. Уның 1,4 миллион гектарында бөртөклөләр һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 70 меңдән ашыуында - шәкәр сөгөлдөрө, 115 мең гектарҙа - көнбағыш сәселәсәк. Бер миллион ярым гектарҙан ашыу майҙанға мал аҙығы культуралары сәсеү ҡаралған. 60 процентҡа тиклем майҙанда ужымды ҡабаттан сәсеү
       көтөлә.
       Орлоҡ материалының 96 проценты кондицияға еткерелгән, тип
       хәбәр итте Вәхитов. Әммә Иглин, Бөрө, Ейәнсура һәм Дыуан райондарында таҙартылмаған орлоҡ күп. Ҡайһы бер урындарҙа
       орлоҡто һайлап алыу эше тейешле кимәлгә ҡуйылмаған. Асҡын, Ғафури, Иглин, Салауат һәм Шишмә хужалыҡтарында бер тонна
       орлоҡ та һайланып алынмаған. Ғөмүмән, бөгөнгө көнгә пландың
       61 проценты ғына үтәлгән, тип әйтергә мөмкин.
       Вәхитов сорттарҙы алмаштырыу һәм яңыртыу темаһына ла
       туҡталып үтте. Республиканың дүрт районында юғары репродукциялы орлоҡтоң ҙур өлөшө (20 - 31 процент) тупланған , уларҙағы элиталы орлоҡтар пландың 20 - 53 процентын тәшкил
       итә. Вице - премьерҙың һүҙҙәре буйынса, БР Ауыл хужалығы министрлығы элиталы орлоҡтар кемгә кәрәгерәк, шуларға таратып бирергә тейеш.
       Уның сығышында мал аҙығы етештереү темаһына айырым урын б ирелде. Йыл һайын Республика Йорто стеналарында күп йыллыҡ үләндәр структураһында ҡуҙаҡлылар өлөшөн арттырыу бурысы ҡуйыла. Идеалда уны 85 процентҡа тиклем күтәрергә кәрәк. Һуңғы ултырыш иһә Башҡортостандың туғыҙ районында
       ҡуҙаҡлы культураларҙың бөтөнләй булмауын күрһәтте. Рапс һәм
       май сығарыу орлоҡтары менән дә шул уҡ картина күҙәтелә. Ауы л хужалығы министрлығы һәм БР Хөкүмәтендә был һорау күпме генә күтәрелмәһен, күпмелек райондар, рапс етештереү өсөн
       шарттар уңайлы булыуына ҡарамаҫтан, был эшкә тотонорға ашыҡмай. Асҡын, Иглин, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондарында бер гектар рапс та ҡаралмаған. Мал аҙығы структураһында люцерна, судан үләненә майҙан аҙ бүленә. Ҡоролоҡҡа сыҙам булған был культуралар "мал аҙығы" майҙанының ни бары 9, 4 процентында сәселә. Архангель, Асҡын, Балаҡатай, Борай райондарында улар
       бөтөнләй юҡ.
       - Беҙҙә был культура орлоҡтары етерлек күләмдә, - тип билдәләне Шамил Вәхитов. - Стәрлетамаҡ орлоҡ станцияһында 17 тонна, Өфө станцияһында - 40, Баймаҡта - туғыҙ тонна орло ҡ
       һаҡлана.
       Дөйөм алғанда, республикала яҙғы сәсеү эштәрен үткәреү йәһәтенән Башҡортостан Хөкүмәте хафа белдермәй. Төбәк агросәнәғәт йүнәлешендә эшләй, һәм ауыл хужалығы эштәрен алып барыу буйынса тәжрибә етерлек. Өҫтәүенә ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәргә йола буйынса дәүләт кимәлендә яҡлау күрһәтелә. Мәҫәлән, быйыл ауыл хужалығының сезонлы эштәренә республика бюджетынан 400 миллион һум бүлеү ҡарала, тип белдерҙе БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары. Яҙғы сәсеү эштәренә 230 миллион һум күләмендә бюджет кредиттары биреү күҙ уңында тотола.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал