6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Уңышҡа юл беренсе аҙымдан башлана
17.04.06


       - Мине өйҙән һөйрәп сығарыуға ҡарағанда, пиццаны йоҙаҡ тишеге аша үткәреү еңелерәк, - тип фәлсәфәгә бирелергә ярата
       минең бер дуҫым. Бер заман ул кем менәндер бәхәсләшеп, бер ай буйына урамға танауын да сығарманы. Ашарға, эсергә һәм башҡа кәрәк - яраҡты уның ишек төбөнә алып килделәр. Тышҡы донъя менән уны интернет бәйләй, һәм уның кеүектәр көндән - көн арта бара.
       Интернет - магазиндарҙың "ҡыҫҡа ыштанлы" саҡтары үтте. Башта, хәтерләүебеҙсә, дискылар, кассеталар һәм китаптар заманы булды. Артабан интернет аша беҙҙең йорттарға кеҫә телефондары һәм көнкүреш техникаһы үтеп инде. Улар артынан аҙыҡ - түлек һәм косметика килде. Электрон түләү системаларының таралыуы был күренешкә ҙур булышлыҡ күрһәтә.
       Бөгөн Өфөлә генә лә ике йөҙгә яҡын интернет - магазин
       иҫәпләнә. Йәнең теләгәнен һайла! Уларҙың йыллыҡ әйләнешен
       эксперттар 10 миллион долларға баһалай, әммә бында ваҡлап һәм күмәртәләп һатыуҙың fase - to - fase формаһындағы "һыу аҫты" өлөшө инмәгән. Йыл һайын интернеттағы сауҙа секторы 10 - 15 процентҡа ишәйә.
       2005 йылда Рәсәй интернеты бер миллиард долларлыҡ алыш - биреш иткән - был үткән йыл күрһәткестәренән байтаҡҡа күберәк. Әйткәндәй, шуныһы ҡыҙыҡ, аноним һорау алыуҙа интернетсылар үҙҙәре интернет - магазиндарҙа 2,6 миллиард доллар тотоноуы тураһында хәбәр итә. Сауҙа алдынғылары араһында көнкүреш техникаһы һәм электроника тора, компьютер ҡорамалдары арттараҡ ҡала, уны балалар өсөн тауарҙар һәм бүләктәр ҡыҫырыҡлай. Үткән йылда косметика менән сауҙа итеү ун тапҡыр (!) - һигеҙ миллион долларға тиклем - артҡан.
       Электрон сауҙала ҡатнашыусыларҙың милли ассоциацияһы иҫәптәре буйынса, 10 миллион рәсәйле интернет аша һатып алыуҙы хуп күрә, был селтәр менән файҙаланыусыларҙың яртыһы тигән һүҙ. Уртаса алғанда, "e - shop"ҡа инеүсе һәр кем йылы на электрон кассала 18 мең һум тирәһе аҡсаһын ҡалдыра. Өфө интернет - магазиндарының әүҙем һатып алыусылары әйтеүенсә, уларҙы ғәҙәти магазиндарҙағыға ҡарағанда түбәнерәк хаҡтар, конкурентлыҡ мөхите йәлеп итә икән, һәм, ғөмүмән, "онлайн шоппингы магазиндар буйлап йүгереүгә ҡарағанда күпкә
       уңайлыраҡ", ти улар.
       Бер - ике йыл элек интернет - магазинға әйләнгән башҡорт сайттарының береһенең хужаһы үҙенең виртуаль супермаркетын в аҡытты һаҡсыл тотоноу маҡсатында булдырыуы тураһында һөйләй. Бынан тыш, әйберҙе йортҡа алып килеү һатып алыусыны
       артыҡ мәшәҡәттәрҙән азат итә. Хәйер селтәр магазины эйәһе сер итеп кенә үҙ бизнесының бөгөнгө етешһеҙлектәре тураһында
       хәбәрҙар булыуын белдерҙе. Йәғни, тауар тураһында ни тиклем  ентекле мәғлүмәт бирелмәһен, уны тотоп ҡарап булмай, ә һаты п алыусыларҙы был ҡәнәғәтләндермәй. Тағы бер кәмселек - тауарҙы оператив һәм теүәл алып килеүгә бәйле проблемалар.
       Тәбиғи, бәләкәй эшҡыуарлыҡтың уңыштары иртәме - һуңмы ҙур
       бизнестың да иғтибарын йәлеп итә. Бөгөн селтәрҙә эре бизнес та үҙенә урын таба. Беренсе булып рунетта электрон коммерцияны энергетиктар үҙләштерҙе.
       - Электрон сауҙаға беҙ ыңғай ҡарашта һәм унда ҡатнаша башлауыбыҙға биш йыл тирәһе, - тип һөйләй РАО "ЕЭС России" асыҡ акционерҙар йәмғиәте рәйесе Анатолий Чубайс. - Беҙҙең һатып алыу күләмдәре бик ҙур: йылына 12 - 15 миллиард долларға тиклем. Интернетта "В2В" - " Business to Business"
       серверы бар. Беҙ һәм беҙҙең эйәрсән предприятиелар был электрон майҙанда бик күп һатып алыуҙар менән шөғөлләнә. Уның ни тиклем ҙур һәм йөкмәткеле һөҙөмтә биреүе хайран ҡалырлыҡ. Әгәр был процесс артабан да цивилизациялы дауам итһә, хаҡты оптималләштереү, коррупция күләмен кәметеү, тәьмин итеүселәр конкурентлығын арттырыу, уны үтә күренмәле итеү мөмкин булыр ине.
       Электрон сауҙа дәүләт иғтибарынан да ситтә ҡалмай. Апрель
       айында Башҡортостан хөкүмәте башлығы ҡарары менән селтәрҙә республиканың рәсми сайты асылды ( http: //goszakaz .bashkortostan.ru/), унда дәүләт заказдары урынлаштырыла.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал