6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Республиканың "Йыл уҡытыусыһы" асыҡланды
17.04.06


       "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" - профессионалдар конкурсы, иң ҡыйыуҙар, үҙҙәренең педагогик оҫталығын халыҡ араһына сығарып күрһәтергә йөрьәт иткәндәр ярышы. Көсөргәнешле һынауҙар, ғәҙәттә, бер нисә ай дауам итә. Башта
       мәктәп, артабан район этабы, һуңынан - республика кимәлендә ге ярыш көтә. Һуңғыһы - иң яуаплыһы. Жюри республика йәмәғәтселегенең иң абруйлы вәкилдәренән тора.
       Барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үткән 59 уҡытыусы үткән аҙнал а Өфөлә йыйылды. Дүрт көн дауамында улар жюри алдында яуап тотто. Таныш булмаған синыфта үҙ фәнең буйынса асыҡ дәрес
       биреү, дәресте анализлау... Еңеүгә табан "юлды" артабан 20 дәғүәсе дауам итте. Педагогик концепцияны яҡлағандан һәм журналистар менән аралашҡандан һуң 15 кеше ҡалды. Финалға иһә иң көслө тип табылған биш уҡытыусы сыҡты. Улар конкурс лауреаттары, тимәк еңеүселәр тигән һүҙ. Әммә ҡайһыһы иң көслөһө һуң Быны асыҡлау өсөн жюри тағы ла ике һынау билдәләне: мастер - класс һәм күмәк халыҡ алдында лекция уҡыу.
       Конкурсты ябыу тантанаһында уҡытыусыларҙы БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина, Президент Хакимиәте һәм БР Хөкүмәте вәкилдәре тәбрикләне.
       Уҡытыусылар адресына бихисап йылы һүҙҙәр әйтелде. Илдус Илешев, педагогтарҙың хеҙмәтен дәртләндереү өсөн республика етәкселеге мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина конкурсанттарҙың сыҙамлылығын, профессиональ оҫталыҡ
       кимәлен билдәләне.
       Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла уҡытыусыларҙың изгелек һәм б елем сығанағы булыуы тураһындағы фекер менән килеште. Башҡортостанда иғлан ителгән Төҙөкләндереү йылын уларҙың да йылы тип әйтергә мөмкин. Сөнки нәҡ уҡытыусылар үҫеп килеүсе йәш быуындың күңелдәрен төҙөкләндерә.
       Кемдәр һуң улар, конкурста ҡатнашыусылар Уртаса йәштәре - 35 - кә яҡын. Иң "өлкән" конкурсант - Нина Әхмәҙуллина, Өф өнөң 105 - се гимназияһында технология фәненән уҡыта. Иң йәш тәре - Әлмир Миңлеәхмәтов, Асҡын ҡасабаһының 1 - се һанлы ур та дөйөм белем биреү мәктәбенең математика уҡытыусыһы һәм Алла Скалина, 41 - се һанлы Өфө урта белем биреү мәктәбенең тарих уҡытыусыһы. Уларға 25 - әр йәш. 24 конкурсант уҡытыусылар династияһын дауам итеүселәр.
       Барыһы ла тип әйтерлек юғары белемле. Конкурсанттарҙың дөйөм эш стажы - 760 йыл. Уртаса стаж - 12 йылдан ашыу. Нина
       Әхмәҙуллина һәм Гөлсәсәк Сафинаның - Мәсетле районы 1 - се һанлы Оло Ыҡтамаҡ лицейының рус теле һәм әҙәбиәте
       уҡытыусыһы - педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүенә 31
       йыл тулған.
       Эш стажы буйынса иң "йәштәре" - Баймаҡ районы Яковлевка
       ҡасабаһының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә һыҙым дәресе алып барыусы егеттәр Әлмир Миңлеәхмәтов һәм Рөстәм С өләймәнов. Уларҙың уҡытыусы булып эшләүенә өс йыл. Конкурста ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күберәге беренсе
       квалификация категорияһына эйә. Ярышта ҡатнашыусылар араһында күп балалы әсә лә бар. Ейәнсура районының Күгәрсен ауылынан килгән Сания Хөсәйенова дүрт бала тәрбиәләй. Конкурстанттарҙың 12 - һе - ир - егеттәр. "Йыл уҡытыусыһы" исеменә дәғүә итеүселәр араһында көслө зат вәкилдәре йылдан - йыл арта бара.
       Әммә конкурс конкурс булып ҡала. Ул профессиональ сифаттарҙы асыҡлай. Һәм шуға күрә бер кемгә лә жюри ағзаларынан мәрхәмәт көтөргә ярамай. Әммә һуңғылары бер
       еңеүсе менән генә сикләнмәне. Уҡытыусының таланттары күп яҡлы, һәмуларҙы төрлө номинацияларҙа билдәләргә ҡарар ителде: "Илһам һәм педагогик башҡарыу оҫталығы", "Педагогикала халыҡ йолаларын һаҡлаған өсөн", "Толерантлыҡ һәм мәҙәни - ара бәйләнеш", "Педагогикаға тоғролоҡ өсөн", "Йәшлек һәм педагогик перспектива өсөн", "Уҡытыусы - ғилми хеҙмәткәр" һәм "Белем биреү процесында мәғлүмәт технологиялары".
       Ә "Йыл уҡытыусыһы - 2006" исемен Салауаттың 22 - се мәктәбендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса белем биреүсе Елена Шерсткина яуланы. Дүрт финалсы: Илфат
       Исмәғилев ( Малаяҙ башҡорт гимназияһы, информатика уҡытыусыһы), Оксана Иванова ( Өфө районы Октябрь
       ҡасабаһының урта дөйөм белем биреү мәктәбе, иҡтисад
       уҡытыусыһы), Татьяна Юнысова ( Күмертау ҡалаһының 1 - се
       гимназияһы, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), Рәйсә Урманшина ( Ғафури районы Красноусол ҡасабаһының башҡорт гимназия - инернаты, математика уҡытыусыһы) конкурстың лауреаттары тип табылды.
       Конкурсанттарҙы алда көндәлек эштәр, ә Елена Шерсткинаны яңы һынауҙар - Бөтә Рәсәй "Йыл уҡытыусыһы" конкурсына әҙерлек көтә.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал