6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Байрамға әҙерлек тураһында
17.04.06


       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә инеүенә 450
       йыл тулыуын билдәләүгә әҙерлек ғәйәт ҙур төҙөлөш эштәре менән биҙәлеүенә ҡарамаҫтан, ул ябай техник сара ғына булып ҡалырға тейеш түгел. Ғалимдар, журналистар, яҙыусылар һәм шағирҙар, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, бер һүҙ менән әйткәндә, республиканың - идея - сәйәси тормошона ҡыҫылышы б улған һәр кем мәғлүмәт - аңлатыу эше тураһында ла уйларға
       бурыслы, юҡһа байрам итеү әһәмиәте буйынса ысынбарлыҡтағы т арихи ваҡиға тап килмәгән шау - шыулы, бер тапҡыр ғына үткәрелә торған акцияға әйләнеүе ихтимал. Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтендә дәүләт һәм йәмәғәт
       лидерҙары юбилейға әҙерлектең идея нигеҙҙәрен тикшерҙе. Кәңәшмәне БР Президенты Хакимиәте етәксеһе Радий Хәбиров
       алып барҙы. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республикала байрам саралары башланыр алдынан Башҡортостандың һәм тотош Рәсәйҙең күп милләтле халҡына 16 быуатта башҡорттарҙың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә инеү фактының тарихи, сәйәси, әхләҡи, мәҙәни һәм иҡтисади мәғәнәһен, шулай уҡ был факттың бөтә Рәсәй халҡы яҙмышындағы әһәмиәтен аңлатыу өсөн мөмкин т иклем күберәк көс һалырға кәрәк, тигән фекер менән килешеүен белдерҙе.
       - Юбилейҙың матди кәүҙәләнеше асыҡ сағылыш алды, Өфөлә
       генә биш ҙур төҙөлөш башланды, әммә беҙ байрамға республиканың бар халҡын, илебеҙҙең барлыҡ граждандарын
       йәлеп итергә теләйбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиро в. Йәғни, нәҡ идея һәм мәҙәни компоненттар алда көткән тантаналарҙы берләштереүсе нигеҙ булып торасаҡ.
       - Нигеҙҙә, һис һүҙһеҙ, дөйөм Рәсәй патриотлығы ята, тыуғ ан Башҡортостанға һөйөү һәм уның тураһында хәстәрлек күреү, төбәктә һәм илебеҙҙә халыҡтарҙың дуҫлығы һәм татыулығы һәм ы сын демократик федерализм уның органик өлөшө булып тора, - т ип билдәләне республика Президентының Баш советнигы Фәүҡәт Ҡыҙрасов. - Беҙ был бөйөк тарихи сикте киләсәк быуындар өсөн дә әһәмиәтле эштәр менән билдәләргә тейешбеҙ. Барыһынан тыш, юбилей төбәктең күп аспектлы йәлеп итеү һәләтлелеген арттырыуға стимул булырға тейеш.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, юбилей йылының
       пландары тураһында һүҙ йөрөтөп, 2007 йылдың июнь айында Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы уҙғарыу планлаштырыла, тип белдерҙе. Шул уҡ айҙа Мәскәүҙә үтәсәк Башҡортостан Республикаһы Көндәре һәм баш ҡалабыҙҙа уҙасаҡба йрам тантаналары ла идеологик мәғәнәлә мөһим урын биләргә т ейеш.
       Кәңәшмә барышында республика парламентының вице - спикеры Салауат Кусимов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, республиканың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Нияз Мәжитов, БР Х өкүмәте эргәһендәге Дини мәсьәләләр буйынса совет рәйесе
       Вячеслав Пятков, шулай уҡ БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт
       комитеты рәйесе Юлай Ильясов тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Д өйөм алғанда, Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуына әҙерлек буйынса барлыҡ саралар ҙа концептуаль идея - сәйәси платформаға эйә булырға
       тейеш, тигән ҡарарға килде кәңәшмәлә ҡатнашыусылар. Бер һүҙ
       менән әйткәндә, улар исем өсөн генә түгел, ә Башҡортостан һ әм Рәсәйҙең күп милләтле халыҡтары мәнфәғәтен яҡлаусы юғары маҡсат менән үткәрелергә тейеш.
       Мәғлүмәт йәһәтенән байтаҡ эште академик эшмәкәрҙәргә үҙ өҫтәренә алырға тура киләсәк. Дәүләт етәкселәренә Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыу фактына ваҡыт менән сикләнмәгән контекста ниндәй аңлатма бирелә, тигән һорауға йыш яуап бирергә тура килә. "Рәсәй дәүләте үҙ составына башҡорттарҙың инеүенән һуң ғына Көнбайыш һәм Көнсығыш араһындағы мөһим сауҙа юлдарын контролдә тотоусы ҙур һәм көслө империя һыҙаттарын ала, уға тиклем иһә был дәғүә итеүҙәр ярайһы уҡ шикле була, - тип билдәләне кәңәшмәлә ҡатнашыусылар. - Һәм әгәр ҙә беҙҙең урындағы тарихсылар был күҙгә ташланып торған процестарҙы тейешенсә һүрәтләп, рәсәйлеләрҙең аңына индерә алмағандар икән, быны уларҙың ҙур етешһеҙлеге тип һанарға мөмкин".
       Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләүгә әҙерлек буйынса ойоштороу комитетының киләһе ултырышында һүҙ телевидение, башҡа киң мә ғлүмәт саралары, ижади берләшмәләр һәм йәмәғәт ойошмалары, милли - мәҙәни үҙәктәр һәм дини ойошмалар, министрлыҡтар, идаралыҡ һәм ведомстволарҙың аңлатыу һәм пропаганда эшенең йөкмәткеһе һәм формалары тураһында барасаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал