6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
иҡтисад

Өй туйлау кисектереләме
14.04.06


       "Ләкин" тигән һүҙ булмаһа, был 580 кеше һәм уларҙың ғаилә ләре күптән өй туйлар, ә Өфө властары ҡаланың торлаҡ фонды ш унса квадрат метрға артты тип отчет бирер ине инде. Тулыраҡ итеп
       әйткәндә, әгәр ҙә граждандар "Эре панелле йорттар төҙөү" ("КПД") асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән өлөшләтә төҙөлөш тураһында килешеү төҙөмәгән булһа. Хәйер, уларҙы аңларға ла була - аҡсаңды ошондай предприятиеға ышанып тапшырмаһаң, башҡа кемгә тапшырырға мөмкин һуң 2008 йылда "КПД" үҙенең 4 0 йәшен билдәләйәсәк, компанияның етештереү ҡеүәте - республиканың төҙөлөш комплексында иң ҙурҙарының береһе,
       был үҙенсәлек предприятиеға йорттарҙы башынан аҙағына тиклем төҙөп тапшырырға мөмкинселек бирә, республика хөкүмәте лә "алтын акция" хоҡуғына эйә.
       Тик халыҡтың ышаныуҙары юҡҡа ғына булып сыҡты. Һуңғы арала предприятие объекттарҙы килешелгән ваҡытҡа тапшырмай б ашланы. Мәҫәлән, Новиковка, Урал, Инорс - 7 биҫтәләрендәге йорттар, Баланово коттедждар ҡасабаһы буйынса тотҡарлыҡ ике йылдан артып киткән инде. Иң ҡыҙығы шунда, төҙөлөштөң тейешле ваҡытында башҡарылмауы дефолт кеүек ниндәйҙер ғәҙәттән тыш иҡтисади хәл арҡаһында килеп сыҡҡандыр тип уйлау хата. Сәбәптәре ябай: "КПД" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенгең әйләнештәге средстволары, финанс күҙлегенән сығып ҡарағанда, һөҙөмтәһеҙ һәм предприятие өсөн файҙаһы
       булмаған объекттарға ( ресторандар, автосервистар төҙөү) тотонолған. Ғөмүмән, һуңғы ике йылда "КПД" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ҙур баш - баштаҡлыҡтарға юл ҡуйылған: иң ликвид активтар сығарылған, башланған төҙөлөш туҡтатылған... Йәмғеһ е 350 миллион һум ( быйылғы йыл хаҡтарында) ситкә йүнәлтелг ән.
       Һөҙөмтәлә 2005 йыл йомғаҡтары буйынса, предприятиеның килеме үткән йыл менән сағыштырғанда, дүрттән бер өлөшкә ҡыҫҡарған, әйләнеш средстволары ла кәмегән.
       Хәйер, ябай өлөшсөнө бындай хәбәрҙәр аҙ ҡыҙыҡһындыра, уның башында бер генә һорау: мин ҡасан фатирыма күсә алам
       Был һорауға Рәшит Мамлеев йөҙөндә элекке етәкселек асыҡ
       ҡына итеп яуап ҡайтармай. Халыҡ дәғүә менән судҡа мөрәжәғәт итә башлай. Әммә суд практикаһы менән осрашырға тура
       килеүселәргә мәғлүм булыуынса, был бик оҙайлы һәм мәшәҡәтле эш. Килеп тыуған хәлде етәкселек һәм милекселәрҙең
       алмашыныуы үҙгәртә. "КПД" акцияларының 35 процентын Мәскәүҙең "Петротек" компаниялары төркөмө һатып алды, уның г енераль директоры - Рөстәм Сәйҙәшев.
       Бер ай эсендә предприятиела килеп тыуған хәлде рәткә һалы у өсөн кризисҡа ҡаршы программа төҙөлә. Әйтергә кәрәк, быға оҡшаш пландар элек тә төҙөлгәне була, әммә улар тик ҡағыҙҙа ғына тороп ҡала. Яңы программа буйынса өҫтә әйтелгән биҫтәләрҙә йорттарҙы йыл ярым эсендә лә, быйылғы йыл аҙағына тиклем дә төҙөп бөтөргә мөмкин. Барыһы ла финанс күләменән тора. Үҙ көстәре менән "КПД" йорттарҙы 2007 йыл аҙағына тапшырасаҡ. Бының өсөн алдағы өс айҙа барлыҡ профиль булмаған активтар - төҙөлөп бөтмәгән ресторан,
       административ бина һәм башҡа объекттар һатыласаҡ. Уларҙан "КПД" 150 миллион һум аҡса эшләргә ниәтләй. Был аҡсаға тағы
       100 миллион һум өҫтәгәндә, өлөшсөләр быйылғы йыл аҙағында уҡ өй туйлай аласаҡ, тип ышанырға мөмкин.
       Әйткәндәй, аҡса ла бар - етмәгән 100 миллион һумды акционерҙар бүләсәк ( йәғни "Петротек"). Был матур ҡылыҡ ҡылыу түгел, аҡсаны бушҡа ғына бер кем дә сығарып һалмағанын
       беләбеҙ. Быны имиджды финанслау тип аңларға кәрәк. Мәскәү акционерҙары үҙҙәре тураһында "фирманы тарҡатырға килгәндәр" тигән хәбәрҙәр йөрөүенә ҡарамайынса, "КПД" асыҡ акционерҙар йәмғиәтен Башҡортостандың төҙөлөш баҙарында иң а лдынғы педприятиеларҙың береһенә әйләндерергә ниәтләй. Әйткәндәй, акционерҙар йәмғиәте үҙенең төп функцияһы - торлаҡ төҙөүгә әйләнеп ҡайтасаҡ. Һәм быға ышаныс та бар,
       сөнки "Петротек Менеджменттың" генераль директоры Рафаэль Х арисов үҙе Өфө егете һәм тыуған ерендә бизнесты үҫтереүҙе планлаштыра. Һәм быға тәүге аҙым яһалды, ул да булһа - һуңғы
       арала һөҙөмтәһеҙ идара итеү арҡаһында абруйы төшкән "КПД" -
       ның имиджын тергеҙеү.
       Әйткәндәй, өлөшсөләргә йорттарҙы төҙөп бөтөү өсөн аҡса өҫтәргә тура килмәйәсәк. Улар өсөн бер квадрат метрҙың хаҡы
       шул көйө ҡала - 14 мең һум.
       Уңышлы эшләүсе предприятиеның бындай күңелһеҙ хәлгә
       төшөүенең сәбәбе нимәлә тигән һорауға Рәшит Мамлеев яуап бирә алыр ине лә, бәлки, әммә ул саҡырыуға ҡарамаҫтан, бөгө н был хәл тикшерелеүсе "түңәрәк өҫтәлгә" килмәне. Рәсми верс ия буйынса - ауырый.

Ольга Горюнова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал