6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
БАШвестЪ - йәш

Яҙғы "хандра" - күңел асыу өсөн сәбәп
14.04.06


       "Яҙҙы нисек ҡаршы алаһың, шулай үткәрәһең" тигән фекер
       дөрөҫлөккә тап килһә, һеҙгә был оҡшар инеме икән Күп кенә йәш кешеләр ҡайһы ваҡыт бер нисә йыл рәттән яҙын үҙҙәрен насар тойоуҙарын таный. Хәл юҡ, арыта, депрессиянан арыныр әмәл юҡ. Һәм бит әллә ниндәй иҫ китерлек проблемалар булһа бер хәл. Ни өсөн нәҡ яҙ миҙгелендә ошондай хәл килеп тыуа Һәм ниңә нәҡ йәштәр башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ интегә Бәлки был уларҙың психикаһына бәйлелер Юҡҡа ғына үҙ - үҙеңә
       ҡул һалыу, талаш - ыҙғыштар һаны күп осраҡта иң күңелле осо р тип һаналған яҙ миҙгеленә тап килмәй бит. Медиктар был
       йомаҡты яҙғы киҫкенләшеү ( обострение) тип атай. Йәғни өҙлөкһөҙ йоҡоға тарта, уҡыу һәм эш хәлдән тайҙыра, барыһына ла, шул иҫәптән үҙеңә лә бер сәбәпһеҙ асыуың ҡабара. Тормош барып сыҡманы, ғөмүмән нимә өсөн йәшәйбеҙ.. Туҡта - туҡта! Былай ярамай. Нимәлер эшләргә кәрәк, тик нимә һуң
       "БАШвестЪ" гәзитенең даими психологы Әлфиә Садиҡова яҙын барыһының да рухи төшөнкөлөккә бирелеүен миҙгелдәр алмашыныуы, витаминдар етешмәүе һәм хатта яҡтылыҡтың артыуы менән аңлата. Яҡтылыҡ һәм уның тәьҫир итеү кимәле беҙҙең кәйефебеҙгә туранан - тура йоғонто яһауы билдәле. Кеш е үҙен ғәҙәтләнмәгән итеп, уңайһыҙ тоя. Һөҙөмтәлә организм көндәлек ваҡ көсөргәнештәргә ҡаршы көрәшә алмай.
       Психологтың һүҙҙәре буйынса, депрессия төрлө формала булыуы мөмкин: йәки ул асыҡтан - асыҡ агрессия, йәки дөйөм төшөнкөлөк. Икенсеһе хәүефлерәк, сөнки ул йылдар буйына йыйылып, кешене эстән емереүе ихтимал. Ошо сәбәпле күп ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Йәғни, бар ауырыуҙар ҙа нервынан. Һуң кәйефтең саҡ ҡына төшөүе лә иммунитетты ҡаҡшатыуға алып килгәс нимә эшләргә һуң
       Студенттар өсөн хәл итмәҫлек проблема булмауы хаҡында
       барыһына ла мәғлүм. Ә депрессияға ҡаршы улар нисек көрәшә
       икән
       Карина, 24 йәш: - Һатып алыу ысулы ярҙам итә. Беләһегеҙме шундайҙы Йөҙ процентлыҡ дарыу. Тиҙ арала магазинға барып үҙеңә иҫ китерлек берәй әйбер һатып алырға кәрәк. Ҡыйбат һәм
       зауыҡлы булһын. Аҡсағыҙ юҡ икән - берәйһенән яҡшы шарап һәм
       ҙур ҡап шоколад булһа ла алдырығыҙ. Шоколад һәр ваҡыт кәйефте күтәрә һәм аяҡҡа баҫтыра. Тағы ла парикмахерға һәм кометологҡа барыу ярҙам итә тиҙәр.
       Артем, 21 йәш: - Яҙғы депрессия - ул армия. Уға ҡаршы нис ек
       көрәшергә мөмкин булыуын уйлап сығармағандар әле. Уның
       ҡарауы армиянан ҡасырға мөмкин - иҫән ҡалыу өсөн көрәш
       кеүегерәк инде. Иҫән ҡалыу идеяһы менән яныусы кешенең, ғәҙәттә, насар һауа торошо һәм "уңмаған" тормош тураһында уйланырға ваҡыты юҡ. Шундай көләмәс тә бар, беләһегеҙме: "Ике йыл элек миңә хәрби комиссариаттан повестка килде. Шул ваҡыттан алып беҙ әүҙем рәүештә хатлашабыҙ".
       Олег, 18 йәш: - Һәр кем кеүек үк, минең дә ҡайһы ваҡыт кәйефем булмай. Һәм бындай хәл яҙ көнө генә була тип әйтеү дөрөҫ түгел. Кәйефте тиҙ арала һәм арзан хаҡҡа күтәрергә мөмкин. Дуҫтар менән йыйылышып һыра эсеп алырға була. Бынан тыш мине спорт ҡотҡара: футбол, тренажерҙар залы.
       Альбина, 18 йәш: - Яҙын депрессия йыш була. Уны нисек
       аңлатырға ла белмәйем. Көрәшергә тырышып ҡараным, тик шопинг та, дуҫтар ҙа ярҙам итә алмай. Нимә булды һиңә тигән
       һорауҙарына рәтләп яуап та бирә алмайым - ҡыйын инде һәм шуның менән тамам. Нимәлер эшләргә кәрәк, тик нимә Бәлки ярҙам итерһегеҙ
       Данил, 23 йәш: - Яҙ етеп тә егет кеше депрессияға бирелә икән, тимәк уның һөйгән ҡыҙы юҡ. Был күҙгә ташланып тора ла инде. Был шулай уҡ ҡыҙҙарға ла ҡағыла, Барыһы ла ябай ғына.
       Анна, 26 йәш: - Үҙемде китап ҡорто тип әйткем килмәй, әмм ә был дөрөҫтөр, күрәһең. Мин бик тә уҡырға яратам. Детективтар һәм мөхәббәт романдары - минең өсөн алама уйҙарҙан иң яҡшы д арыу.
       Павел, 25 йәш: - Рәхәтләнеп бер сәғәт ваннала ятырға, ҡурылған ҙур ғына ит киҫәге ашап алырға, һуңынан урам буйынд а йөрөп килергә мөмкин. Ошо процедураларҙы эҙмә - эҙлекле башҡарыу яҡшы һөҙөмтәгә килтерә. Депрессия осрағы клиник булмаһа, ярҙам итә.
       Дарья, 24 йәш: - Йәшәгән урыныңды алмаштырып алырға мөмкин. Йылы яҡҡа барып килеү бик һәйбәт һөҙөмтәләр бирә. Климат менән бергә кәйеф тә яҡшы яҡҡа үҙгәрә.
       Иван, 23 йәш: - Яҙғы "хандра" - рәхәтләнеп ял итеп алыу ө сөн
       бына тигән сәбәп бит! Дуҫтарығыҙҙы йыйығыҙ ҙа, йырҙа әйтелгәнсә, иртәнгә тиклем күңел асығыҙ! Супер - алым, үҙем тикшереп ҡарағаным бар.
       Психологтың кәңәше буйынса, проблемағыҙ булып та бер ҡап
       кәнфиттән кәйефегеҙ яҡшырыу яғына үҙгәрмәй икән, йыйылған уй - фекерҙәрегеҙҙе иң яҡын дуҫығыҙ менән уртаҡлашығыҙ: " Күңел йомоҡлоғо йыш ҡына "ҡара һағышҡа" әйләнеүе ихтимал, ә депрессияға ҡаршы яңғыҙ көрәшеүе мөмкин түгел". Ярҙам итмәгәнен һиҙәһегеҙ икән, белгес янына юл тотоғоҙ. Профилактика өсөн витаминдар эсеп алыу ҙа кәрәк. Мәҫәлән, ҡанында В - 12 витамины күп булған кешеләрҙең депрессиянан
       һирәгерәк интегеүе билдәле.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал