6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Үҙ йортонда ғүмере ҡыйыла
14.04.06


       Павел Варфоломеевич Точисский ( 1864 йыл, 16 апрель - 191 8 йыл, июль) - ун туғыҙынсы быуаттың 80 - се йылдарында барлыҡҡа килгән тәүге рус социал - демократик ойошмалары тарихында сағыу эҙ ҡалдырыусыларҙың береһе.
       Павел Точисский үҙенең революционерлыҡ юлына йәшлек йылдарында уҡ аяҡ баҫа. 1884 йылдан башлап Павел Точисский Петербургта йәшәй, һөнәрселәр училищеһын тамамлағандан һуң с лесарь булып урынлаша. Марксистар әҙәбиәтен өйрәнә, үҙенең ҡ арашын социал - демократ булараҡ билдәләй, профессиональ
       революционерҙар сафына инә. 1885 йылдың көҙөндә Точисский П етербургта социал - демократтар төркөмөнә нигеҙ һала. Был төркөм бер нисә эшселәр түңәрәген ойоштора, уларҙа марксистлыҡ тәғлимәте өйрәнелә, Петербургтың ҡайһы бер
       предприятиелары менән тығыҙ бәйләнеш булдырыла. Әммә полиция эҙәрлекләүе арҡаһында төркөм 1888 йылға тиклем генә эшләй. Уның ағзалары, Точисский менән бергә, ҡулға алына һәм
       төрмәгә ябыла.
       Төрмәнән сыҡҡас, Точисский полиция күҙәтеүе аҫтында Петербургтан һөрөлә. Оҙайлы "ил гиҙеүҙәр" башлана, уға Екатеринославта, Киевта, Одессала, Һарытауҙа, Мәскәүҙә, Әстерханда, унан һуң Новороссийск ҡалаһында булырға тура килә. Һуңғы йылдарҙа Точисский Тамбов, Әстерхан, Кавказ, Ҡырымда эшләй.
       Бөтә донъя империалистик һуғыш бара. Халыҡ араһында яңы
       революция тулҡыны үҫешә. 1916 йылдың көҙөндә Точисский
       Белоретҡа килә һәм Белорет тау округы заводтары идаралығының төп контораһына эшкә урынлаша. Бындағы хәлдәр м енән танышҡандан һуң, ул үҙ алдына беренсе сиратта заводта р еакция осоронда тар - мар ителгән большевиктар ойошмаһын тергеҙеү бурысын ҡуя. 1918 йылдың май айында унда инде 262
       партия ағзаһы иҫәпләнә, йәғни ойошма РСДРП (б) - ның етенсе ғәҙәттән тыш съезына делегат һайларға хоҡуҡлы була тигән һүҙ . Съезға делегат итеп йәш коммунист Е. М. Бобылев һайлана.
       1918 йылдың март айында Белоретта Советты ҡабаттан һайлау
       үткәрелә: һайланған 73 депутаттың 72 - һе большевиктар йәки улар яҡлылар була. Совет аппараты, уның комиссариат тип аталған бүлексәләре булдырыла, улар барыһы бергә Павел Точисский етәкселегендәге Совнаркомды тәшкил итә.
       Точисский Белореттың башҡорт крәҫтиәндәре араһында эш алып барыуға ҙур иғтибар бирә. Уның тарафынан яҙылған һәм 1918 йылдың 15 мартында Көньяҡ Урал съезында ҡабул ителгән
       ҡарарҙа "Ер тураһындағы декретты һәм РКП(б) Программаһын
       кисектермәйенсә башҡорт телендә баҫтырыу" тураһында әйтелә.
       Ер тураһындағы декреттың башҡорт телендәге тексын алыу өсөн Өфөгә махсус кеше ебәрелә.
       Павел Точисский РСДРП (б) - ның Өфө өлкәһе һәм Өфө губернаһы ойошмаларында әүҙем ҡатнаша. 1918 йылдың икенсе ғи нуарында Точисский, партияның иң өлкән ветераны булараҡ,
       Екатеринбургта өсөнсө өлкә партия конференцияһын аса, ер
       мәсьәләһе буйынса телмәр менән сығыш яһай. "Алға!" гәзите у л ваҡытта Белорет өлкә партия ойошмаһы дүрт мең коммунисты
       берләштерә, был тотош губерна партия ойошмаһының 40 процентын тәшкил итә тип яҙа.
       1918 йылдың яҙында илдә хәлдәр ҡырҡа үҙгәрә: капиталистик илдәрҙең Совет республикаһына ҡаршы хәрби интервенцияһы
       башлана. 1918 йылдың май аҙағында аҡ чехтар фетнәгә күтәрелә. Ырымбур, Өфө, Юғары Уральск, Златоуст һәм Көньяҡ Уралдың башҡа ҡайһы бер отрядтары аҡ гвардеецтар һәм аҡ
       чехтар ҡулында ҡала. Был дәһшәтле көндәрҙә Белорет ҡыҙыл гвардия отрядтарын формалаштырыу үҙәгенә әйләнә, улар
       шунда уҡ фронтҡа оҙатыла. Павел Точисский бер юлы Белорет
       хәрби округы комиссары вазифаһын да башҡара. Уның иңенә ҙур ауырлыҡтар ята. Точисский Өфө штабына хәбәр итеүе
       буйынса, фронттың төрлө участкаларына - Ырымбур, Һамар,
       Златоуст, Миәс һәм башҡаларға - Белорет заводы эшселәре иҫәбенән иң таҙа һәм тоғро 1800 - ҙән ашыу һалдат оҙатыла. Ул арала фронттың яҡынлашыуы өмөттәрҙе тергеҙә, Белореттағы революцияға ҡаршыларҙы "йылыта", иҫке тәртиптәрҙе тергеҙеүгә этәрә. Шулай итеп "Точисскийҙы ҡолатыу буйынса комитет" барлыҡҡа килә. Һигеҙенсе июлдә Белоретҡа ҡыҙылдар яғында һуғышыусы Юғары Уральск казактары килә. Отряд штабында уң эсерҙар етәкселек итә. Белореттың иҫке режим яҡлы кешеләре менән бергә улар большевиктарҙан йыртҡыстарса үс алырға керешә. Июль төндәренең береһендә Павел Варфоломеевич Точисский ҙа үҙ йортоноң тәҙрәһенән атып үлтерелә. Артабан уның яҡлыларҙы ҡулға алыу башлана. Һәм был
       ҡанлы вакханалия 16 июлдә Белоретҡа В. К. Блюхер етәкселегендәге отряд килгәс кенә туҡтатыла.
       Павел Варфоломеевич Точисскийҙың иҫтәлеге Белоретта мәңгеләштерелә. 1958 йылдың 21 ғинуарында Өфөнөң Совет районындағы урамға уның исеме бирелә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал