6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

"Мөғжизәле көҙгө"лә Яңы йыл сағылыш табасаҡ
05.12.03


       Яңы йыл байрамдарына тиклем бик аҙ ваҡыт ҡалып бара. Әгәр
       беҙҙең өсөн ул шау - шыулы карнавал икән, сәнғәт кешеләре ө сөн был эш һәм тағы бер тапҡыр эш.
       Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры "Мөғжизә ле көҙгө" тип аталған яңы йыл тамашаһына әҙерлек эштәрен баш ланы ла инде. Ул ысын шоу булырға оҡшаған. Байрамда башҡорт
       һәм рус труппаһы ҡатнашасаҡ. Театр фойеһында ҡунаҡтарҙы ско морохтар ҡаршы аласаҡ, ә йәшел матурҡай иһә уларҙы төп залда
       көтәсәк. Шунда "Ун ике " әкиәте башланасаҡ та ниде. Декорац ия макеттары һәм костюм эскиздары әҙер тип әйтергә була. Спе ктаклдең ҡуйыусы режиссеры - Мөсәлим Ҡолбаев, ҡуйыусы рәссам ы - Владимир Королев, костюмдар буйынса рәссам - Жанна Вереж никова, композитор - Ришат Сәғитов. Ролдәр ҙә таратып бирелг ән: үгәй ҡыҙҙы Лира Лямкина, үгәй әсәне - Рәсәй Федерацияһын ың атҡаҙанған артисткаһы Людмила Воротникова, батшабикәне -
       Александра Комарова, уның ҡыҙын - Лиза Егорова уйнаясаҡ. Ә бына Ҡарһылыу һәм Ҡыш бабай ролдәрен башҡарыусыларҙың исемдә ре әлегә сер булып ҡала.
       Байрам тамашаһы мәктәпкә тиклемге һәм 11 - 12 йәшлек бала ларға иҫәпләнгән. Хәйер, театр хеҙмәткәрҙәре бында барыһына ла күңелле буласаҡ тип вәғәҙә итә. Яңы йыл байрамы ике аҙна буйы -- 24 декабрҙән 30 декабргә һәм 2 ғинуарҙан 11 ғинуарға
       тиклем дауам итәсәк.
       Йәштәр театры был миҙгелдә тамашасыларҙы тағы ла нимә мен ән ҡыуандырасаҡ тигән һорауға театрҙың художество етәксеһе ә ле камера сәхнәһендә БР халыҡ артисткаһы Ольга Мусинаның Ива н Вырыпаевтың "Валентин көнө" пбесаһы буйынса проекты әҙерлә нә тип яуапланы. Бынан тыш Салауат Юлаевтың 250 йыллығына әҙ ерлектәр дауам итә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал