6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Власть

Ҡыҙыл фантом
04.07.03


       Һүҙҙәр һәм иллюзиялар юҡҡа сыға, ә факттар ҡала. Бөгөн хә лдәртүбәндәгесә: Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһ ы етди сәйәси ойошманан фантомға әүерелә бара. Ҡасандыр к өслө булған сәйәси бюро бөгөн "ҡыҙыу"эшмәкәрлек күрһәтә, власты "ҡыйыу" тәнҡитләй һ.б. Зюгановтың ун йылға һуҙылғ ан"һүҙ бутҡаһы"нан коммунистар үҙҙәре генә түгел, ә фирҡә
       яҡлылар, илдә үткәрелгән һәр төрлө үҙгәртеп ҡороуҙарға б ашы - тояғы менән ҡаршы булғандар ҙа арыны. Һуңғы ваҡытт а Коммунистар фирҡәһенең абруйы төшөүе үҙәктә генә түгел , ә төбәктәрҙә лә һиҙелә. Был турала уның Дәүләт Думаһыны ң закондар сығарыу эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәр һәм ал дынғы позицияларҙы юғалтыу, "ҡыҙыл поястың" юҡҡа сығыуы а сыҡ һөйләй. Бынан тыш КПРФтың көсһөҙ яғы шунан ғибәрәт: ул йыш ҡына ябай рәсәйлеләрҙең ихтирамы менән ҡулланмаусы лар менән эш итеүсән. Коммунистарҙың лидеры Геннадий Зюг анов Владимир Путиндың үҙенең мөрәжәғәтендә "Эшҡыуарҙарҙ ы "кеше талаусылыр" һәм "ҡан эсеүселәр" тип атаусылар о ялмайынса эре компанияларҙың мәнфәғәтен ҡайғырта" тип әйт кән урынын тыныс ҡына үткәреп ебәрә алманы һәм уның бөтә уй-хистәре йөҙөнә сыҡты. Әйкәндәй, Коммунистар партияһының мөшкөл хәле бөтә илдәг е кеүек үк, Башҡоротстанда ла маҡтанырлыҡ түгел. Заманынд а көслө фирҡә ойошмаһы ваҡыты менән бөтөнләй юҡҡа сыҡты тиергә була, хәлдең бындай боролош алыуына, бәлки, респуб лика бүлексәһендә лидерҙың ара-тирә күренеүе лә булышлы ҡ иткәндер булмау арҡаһында ла, сөнки Дәүләт депутаты Вал ентин Никитин Өфөгә юл төшкәндә генә килә ине. Һайлауҙа р алдынан ғына үҙ эшен әүҙемләштереп, был лидер республик ала насар даны таралғандар менән тығыҙ бәйләнешкә инеүҙән
       дә тарынып тормай. Мәҫәлән, билдәле Александр Аринин м енән. Ниндәй генә партия ағзаһы булып торһа ла был әҙәм р еспубликаның нефть тармағы үҫеше менән айырыуса нығыраҡ ҡ ыҙыҡһына килде, үҙенең гәзите аша республикала барған бар лыҡ ыңғай үҙгәрештәрҙе кире яҡтан күрһәтергә маташыуын й әшермәй. Әммә беҙҙең халыҡ, бәғзе әҙәмдәр уны ни тиклем наҙан итеп күрһәтергә тырышһалар ҙа, башһыҙ түгел. Шуға к үрә, үҙҙәренә кәрәккәндә генә Мәскәүҙән килеп "һүҙ тоҡсай "ҙарын бушатыусыларға провинциалдар хәҙер бик ышанып барм ай. Хәбәр һөйләргә бөтәһе лә өйрәнде, әммә ысынбарлыҡта к үпселек эштәрҙе урындағы властар башҡарғас, уларға ышаныс
       та күберәк. БР Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлауҙарҙа
       "Берҙәм рәсәйлеләр" коммунистарҙың танауына сиртеүе лә о сраҡлы түгел. Әлбиттә, еңеү яулаған фирҡәгә төрлөсә феке р йөрөтөргә мөмкин, әммә шуныһы асыҡ: улар ҡул ҡаушырып у лтырмай, шуға ла урындағы парламенттың 85 процентын тап улар биләй. Ә коммунистар иһә Ҡоролтайға һайланыу бәхет енә ирешә алманы.Шуға ла улар урындағы власть органдарын а, йәнәһе лә, улар һайлау һөҙөмтәләрен үҙҙәренә кәрәгенсә
       "дөрөҫләгән" тип яла яғыуҙан башҡа нәмә тапманы. Ә бит һ айлауҙар башланыр алдынан Никитин иптәш журналистарҙы төб әктең өстән бер өлөшө мотлаҡ коммунистар өсөн тауыш бирәс Ьк, тип ышандырып маташты. Күрәһең, үҙенең армияһының юҡҡ а сығыуын полководец үҙе лә һиҙмәгән. Шул уҡ ваҡытта республиканың барлыҡ райондарынан тиерлек коммунистарҙың сираттағы йыйылыштары, ултырыштары һәм пле нумдары уҙғарылыуы тураһында мәғлүмәттәр килеп тора. Ябай
       коммунистар республика тормошонда һуңғы йылдарҙа урын а лған ыңғай үҙгәрештәр тураһында оло ғорурлыҡ менән һөйләй
       һәм хөкүмәтте урынһыҙ тәнҡитләүгә ҡаршы сыға. Тап улар й әмғиәтебеҙҙең ҡап уртаға бүленеүенән һаҡланырға кәрәклеге н аңлатырға тырыша һәм өндәй. Мортаза Рәхимов ил башлығы , аҡыллы сәйәсмән булараҡ үҙенең ролен тулыһынса үтәрәг т ейеш, тип иҫәпләүҙәре лә оло быуын кешеләренең тормош зир әклеге хаҡында һөйләй. Әлбиттә, комунистарҙың бындай позицияға баҫыуын Валентин Никитин хушһынып етмәй. Уларға өмөтләнеп, киләһе һайлауҙа рҙа ла буш ҡалыуың ихтимал. Ә Дума тормошона өйрәнгәнлек тән , Белинский әйтмешләй, "Рәсәйҙең ярлы ысынбарлығына ҡ айтыуы", ай-һай, ауырға тура килер, моғайын. Яҡшы тормо шҡа саҡырған Никитин ил, республика өсөн нәмәләр эшләне и кән Әлбиттә, был һорау яуапһыҙ ҡаласаҡ, сөнки буш һүҙҙәр ҙән тыш уның биографияһында маҡтанырлыҡ нәмә юҡ. Халыҡты ң ышанысынан яҙыу бик еңел, шуға ла беренсе сиратта быны ң ғәйебен үҙеңдән эҙләргә кәрәктер.

«Башинформ»
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал