6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Депутаттар ергә тартыла башланы
14.04.06


       Рәсәйлеләрҙең фатир мәсьәләһе һәр кем ала алырлыҡ торлаҡ буйынса өҫтөнлөклө милли проект аша рәткә һалынасаҡ. Илдәге тағы бер төп мәсьәлә әле большевиктар һәм уларҙың ер тураһындағы билдәле декреты заманынан алып рәткә һалына. Һәм һаман да һуңғы һығымта яһалмай. Күп кенә реформаларҙа ер һаман да тотҡарлаусы мәсьәлә булып ҡалыуын дауам итә.
       Кисә Өфөлә ер буйынса парламент тыңлауҙары үтте. Уның инициаторы булып БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың аграр һорауҙар, тәбиғәт ресурстары, тәбиғәтте файҙаланыу һәм
       экология буйынса комитеты сығыш яһаны, сөнки "тикшереү" предметы булып республикала ике йыл элек үҙ көсөнә ингән "Ер
       мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында" закон торҙо.
       Тыңлауҙарҙа БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов, республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары, төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, федераль хеҙмәт һәм ойошмаларҙың республика о ргандары, муниципаль район һәм ҡала округтарының хакимиәт б ашлыҡтары, ер ресурстары һәм ерҙе файҙаланыу буйынса урындағы комитет вәкилдәре ҡатнашты.
       Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев ер мәсьәләһен хәл итеү өсөн федераль һәм төбәк кимәлендә етерлек хоҡуҡи
       база бар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды, һәм ауыл хужалығында "Агросәнәғәт комплексы" милли проектының үтәлеүе уның дөрөҫ һәм тулыһынса ҡулланылыуынан тора.
       - Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе
       хосусилаштырыу быйылғы йылдың 1 ғинуарында башланды, - тип билдәләне Константин Борисович. - Һәм федераль закондарҙы һәм республиканың "Ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында" законын ҡулланыу ергә дәүләт мөлкәтен һәм власть кимәлдәре араһында вәкәләттәрҙең тейешенсә сикләнмәүе йәһәтенән проблемалы урындарҙы асыҡланы.
       Ысынлап та, беренсе сиратта хатта РФ Ер кодексы ла барлыҡҡ а килгән "аҡ таптарҙы" ҡаплай алмай. Ер участкаларын һәм биналарҙы, ҡаралты һәм ҡоролмаларҙы берҙәм иҫәпкә алыу проблемаһы һауала аҫылынып ҡалды - һәр объект өсөн айырым
       ведомство яуап бирә. Һөҙөмтәлә күсемһеҙ милек менән эш итеүҙе рәсмиләштереү процессы бик ныҡ ҡатмарлаша.
       Әммә республиканың закондар сығарыу һәм башҡарма власы
       беренсе сиратта коммерция мәнфәғәтен түгел, ә халыҡ һәм дәүләт файҙаһын ҡайғырта. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге е рҙәрҙе хосусилаштырыуҙы туҡтатыу мөмкин түгел. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең ер менән файҙаланыу тәжрибәһе хөкүмәтте б ик һаҡ ҡыланырға мәжбүр итә. Бөгөн Рәсәй Федерацияһында хосусилаштырылған ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙең яртыһының тип әйтерлек хужалары ерҙе эшкәртеү хәстәрен күрмәй, был үҙ сиратында уларҙың ауыл хужалығы әйләнешенән сығыуына килтерә.
       БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары, БР ер ресурстары һәм ерҙе файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты
       рәйесе Шамил Вәхитов төп мәсьәләне файҙаһыҙ һәм хаталы хәл итеү ихтималлығынан борсолоуын йәшермәне.
       - Башҡортостан бөгөн Рәсәйҙә ер менән иң яҡшы тәьмин ителгәндән төбәктәрҙең береһе. Рәсәйҙә ауыл хужалығы биләмәләре майҙаны буйынса беҙ етенсе урында, әйткәндәй, улар барлыҡ ерҙәрҙең яртыһын тәшкил итә, һәм һөрөнтө ер майҙандары буйынса - һигеҙенсе урында, - тип билдәләне Шамил
       Хөснулла улы. - Бөгөн хөкүмәт граждандарға ерҙе өлөшләтә милеккә хосусилаштырырға һәм уны һөҙөмтәле эшләүсе предприятиеларға ҡуртымға тапшырырға тәҡдим итә.
       БР милек мөнәсәбәттәре министры Раил Сарбаев ергә дәүләт мөлкәтенең республика һәм урындағы мөлкәтенә сикләүҙәр әлегә тиклем тамамланмаған, ә бына федераль өлөшө
       билдәләнде, тип белдерҙе. Мәҫәлән, предприятиеларға үҙҙәре биләгән ерҙе һатып алырға ҡамасаулаусы төп ҡаршылыҡ уның кадастр һәм реаль хаҡының тура килмәүендә йәшеренгән. Ер участкаларына һалым һалыу өлкәһендәге хәл дә үҙгәреш талап итә. Бөгөн ергә түләтелгән һалым иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгә н, сөнки ҡулланылған кадастр баһалау алымы инде иҫкереп өлгөргән. Әгәр РФ МЭРТ редакцияһында предприятие һәм ойошмалар аҫтындағы ерҙе һатып алыу хаҡы тураһында закон
       ҡабул ителһә, Рәсәй буйынса участкалар һатып алыу хаҡы урта са алғанда 2, 7 тапҡыр, Өфөлә, мәҫәлән, биш тапҡыр кәмейәсәк . Өфө ҡалаһы ҡала округының хакимиәт башлығы Павел Качкаев ергә дәүләт мөлкәтен тулыһынса сикләгәнгә тиклем ер участкаларына идара итеүҙә муниципалитет вәкәләттәрен
       билдәләүҙе һораны. Республика прокуроры Сергей Хуртин уның нәҡ ошо аспект буйынса борсолоуына бер аҙ аңлатма биреп үтте . Уның һүҙҙәре буйынса, урындарҙа күҙәтеү органдары ер ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын теркәй, һәм, ябай ғына итеп әйткәндә, хоҡуҡтары булмаған эш менән шөғөлләнергә тәүәккәлләй. "Бар ерҙә лә муниципаль органдар ер участкалары
       тураһында мәғлүмәт әҙерләмәй һәм халыҡты уның менән таныштырмай, - ти Сергей Анатольевич.
       Республикала ерҙе хосусилаштырыу башланыуы закон сығарыусыларҙан башлап чиновниктарға тиклем барыһына ла эш к үп буласағы тураһында һөйләй. "Ай һайын Росрегистрацияға 25 мең тирәһе ғариза килә, үҙебеҙҙе алғы һыҙыҡта эшләгән кеүек тоябыҙ, - ти Федераль теркәү хеҙмәтенең БР буйынса баш идаралағы етәксеһе Светлана Кудряшова.
       Тыңлауҙарҙа ҡатнашыусылар парламент депутаттары социаль
       өлкәлә эшләүсе ауыл пенсионерҙарының мәнфәғәтен дә күҙәтһен ине, тигән теләк белдерҙе, сөнки уларҙың билдәле ер участкаһын бушлай хосусилаштырыуға хоҡуҡлы булыуы шик тыуҙырмай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал