6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Төркиәлә тыуған, Германияла йәшәй, Башҡортостанда эҙләй, үҙе татар
13.04.06


       Тыумышы Төркиәнән булған, бөгөнгө көндә Германияла йәшәүсе татар кешеһе үҙенең Башҡортостандағы туғандарын эҙләй. Огузхан Ялчын ҡәрҙәштәрен табырға ярҙам итеүҙәрен һорап Бөтә донъя татарҙар конгресының башҡарма комитетына мөрәжәғәт итә. Уға үҙенең ата - бабалары ҡасандыр Өфө губернаһы Стәрле өйәҙе Ҡорманай ауылында йәшәүҙәре мәғлүм. Б ыл хәлле генә ауыл ҙур йылға буйында урынлаша, халҡы башлыса игенселек менән шөғөлләнә. Ун туғыҙынсы быуат урталарында ауылда йәшәүсе ҡырҡлап ғаилә көсләп христианлаштырыуҙан һәм ерһеҙлектән ҡасып Төркиәгә китә, шунда үҙҙәренең икенсе тыуған илен таба. Огузхан Ялчындың ҡарт олатайы ла ғаиләһен алып сит яҡҡа юллана. Ауылда уларҙы ң туғандары аҡһаҡал Әбделхәким ҡала. Уның ҡустыһы хәрби училищеға инеү теләге менән Мәскәүгә юл тота. Төркиәгә сығып
       киткәндән һуң туғандар араһында бәйләнеш өҙөлә.
       Огузхан Ялчындың ҡартатаһы һәм атаһы сит яҡтарҙа ла үҙ телен онотмай. Огузхан үҙе лә тыуған телен яҡшы белә. Ул үҙенең тарихи төйәген күреү теләге менән яна һәм унда ҡалыуҙары ихтимал булған туғандарының яуабын көтә.
       Башҡортостан Республикаһында Ҡорманай исемле ауылдар Ауырғазы районында һәм Мишкә районында урынлашҡан. Уға оҡшаш Ҡорманайбаш, Көрмәнкәй һәм Ҡормантау, ярашлы рәүештә, Миәкә, Дәүләкән һәм Ғафури райондарында бар. Огузхан телгә алған Стәрле өйәҙен бөгөнгө Стәрлетамаҡ ҡалаһы
       тип алғанда, Бөтә донья татарҙар конгресының башҡарма комитетында әлеге ауыл Стәрлетамаҡҡа яҡын Ауырғазы йәки Миәкә районындалыр, тигән фекерҙәләр.
       Был турала мәғлүмәтте Ҡазандағы телефон буйынса Бөтә
       донья татарҙар конгресының башҡарма комитетына: (8432) 64 -
       63 - 47 йәки "БАШвестЪ" гәзите мөхәрририәтенә - e - mail ga zeta@bashvest.ru, Өфөләге телефондар (3472) 73 - 32 - 62, 72
       - 93 - 65 буйынса шылтыратып хәбәр итә алаһығыҙ.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал