6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
социум

Граффити: вәхшилекме әллә сәнғәтме
13.04.06


       Өфөлә - эпидемия. Уның ҡасан башланғанын әйтеүе ҡыйын, әммә киҫкен мәле яҡынлаша, ахыры. Ҡурҡмағыҙ, беҙгә ҡош киҙеүе йәки атипик пневмония янамай. Ә бына ҡалабыҙ
       арҡырыһынан буйына тиклем граффити һөйөүселәрҙең ижады
       менән "биҙәлеү" хәүефе алдында тора.
       Үҙ күнекмәләрен ҡала ситендә үткәрһәләр, сәйер символдары н тимер - бетон ҡоймаларға, гараж йәки ташландыҡ ҡаралты
       стеналарына төшөрһәләр ни әйтер инең дә бит. Юҡ, улар
       үҙҙәренең ижадын мотлаҡ үҙәк урамдарҙа күрһәтергә тырыша. Автографтарын яңы ғына ремонтланған йорт, магазин, офис стеналарында ҡалдырыу өсөн ваҡыттарын да, көстәрен дә, шулай
       уҡ буяу һәм аэрозоль алыуға аҡсаһын да йәлләмәйҙәр. Өр - яң ы пластик ишектәр, сауҙа нөктәләренең сағыу вывескалары ла туҡтатмай уларҙы. Граффити "эшмәкәрлегенән" бер кем дә
       ҡотола алмай, тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү ойошторолған дәүләт йәки коммерция учреждениелары ғына булмаһа инде.
       Был асыу килтергес күренеш. Мин үҙемдең ҡаламды яратам һәм уны таҙа һәм матур итеп күрергә теләйем. Европаса биҙәлгән яңы биналарҙы күреп ҡыуанам. Күпте күргән иҫке "хрущевкалар" йәки һуғышҡа тиклем төҙөлгән биналарҙы тәртипкә килтереүсе коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең эшен
       юғары баһалайым. Ремонтҡа бик ҙур аҡса тотонола. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "коммунальщиктарҙың" хеҙмәт емештәре менән оҙаҡ һоҡланырға тура килмәй. Бер нисә көн үтеүгә яңы буялған панелдәрҙә яҙыуҙар барлыҡҡа килә. Көн һайын мин Үҙәк баҙарҙан Киров урамына тиклем араны йәйәү үтәм. Пархоменко, Достоевский, Киров һәм хатта Ленин урамында ла яңынан - яңы "шедеврҙар" күрергә тура килә. Һәм, әйткәндәй, яҙыу стиле бе р үк. Айырыуса был үҙенсәлекле ижад, дөрөҫөрәге, хулиганлыҡ эҙҙәре 39 - сы гимназия районында күп. Күрәһең, төндәрен,
       барыһы ла, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлау органдары ла йоҡлағанда , "граффитсылар" (моғайын, улар хәлле ғаиләлә тәрбиәләнеүсе үҫмерҙәрҙер - буяу һатып алырға байтаҡ аҡса кәрәк) эшкә, кем әйтмешләй, үҙ биләмәләренә билдә һалырға сығалар. Бөгөн һәр бер биҫтәнең үҙ граффити "оҫталары" бар тип әйтергә була. Үҙенсәлекле архитектураһы менән дан тотҡан Черниковка ла
       ситтә алмай.
       Өгөт - нәсихәт уҡырға теләмәйем, әммә нисек итеп быйылғы йылдың республикабыҙҙа Төҙөкләндереү йылы тип иғлан ителеүе тураһында оноторға мөмкин. Тиҙҙән тағы ла Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй составына инеүенә 450 йыл тулыуын билдәләйәсәкбеҙ. Ҡалабыҙҙы тағы ла матурыраҡ һәм таҙараҡ итеү өсөн күпме көс түгелә. Сит ерҙәрҙән күп ҡунаҡтар киләсә к. Һәм әгәр ҙә беҙ "граффити" тигән исем аҫтындағы эпидемиян ы туҡтатмаһаҡ, барыһы ла бушҡа ғына буласаҡ. Бер ҡалаҡ дегет
       бер мискә балды боҙоуға һәләтле булған кеүек, йорт
       стеналарындағы төрлө төҫтәге яҙыуҙар ҙа ҡаланан алған дөйөм тәьҫоратты боҙоуы шик тыуҙырмай.
       "Граффити Өфөлә генә түгел, Мәскәүҙә, башҡа ҡала һәм ауылдарҙа ла сәскә ата. Уны хатта сәнғәттең заманса төрө тип
       тә атайҙар. Граффити сит илдәрҙә лә етерлек" тип миңә ҡарш ы төшөүселәр булыр. Килешәм. Үҙемә лә Германияла ошондай ижад һөҙөмтәләрен күрергә тура килгәне булды. Һәм төпкөлдә түгел, ҡала үҙәгендә. Әммә, киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, унда был күренешкә ҡаршы көрәш алып барыла. Мәҫәлән, видеокүҙәтеү системаһын ҡулланырға мөмкин. Уның ярҙамында хәсрәт - рәссамдар асыҡлана һәм зыянды ҡаплау уларҙың ата - әсәһенә йөкмәтелә. Мәҙәниәтле Көнбайыш шарттарында ла был эште башҡарып сығыу еңел түгел, әлбиттә.
       Граффити - ниндәйҙер кимәлдә социаль протест белдереү,
       ысынбарлыҡ менән килешмәү тойғһон да белдерә. Күптән түгел Францияла һәм башҡа ҡайһы бер Европа илдәрендә булып үткән х әлдәрҙе генә алайыҡ.
       Беҙҙең "граффити - мандарҙың" эшмәкәрлеге иһә бары тик уйлап еткермәүҙән килеп сығыуына иманым камил. Улар мода йәки көтөү инстинктына эйәрә, башҡаларҙан айырылып торорға, "текәлеген" күрһәтергә тырыша. Әйҙәгеҙ, граффити төшөнсәһенең ҡайҙан килеп сығыуына иғтибар итәйек.
       "Граффити" термины латин теленең "graffito", йәғни "сыйып яҙыу" һүҙенән килеп сыҡҡан, уның тамырҙары алыҫ антик ваҡыттарға барып тоташа. Антиклыҡ белгестәре әйтеүенсә, ул дәүерҙәрҙә үк боронғо Рим форумдары "Эвклепий - Римдың иң
       яҡшы ораторы!" йәки "Йәш хеҙмәтсе һатыла..." кеүек яҙыуҙар менән сыбарланған була. Рим легионерҙары үҙҙәре яулап алған ҡала стеналарында исемдәрен ҡылыс менән сыйып ҡалдырған. Бөгөнгө граффити 60 - 70 - се йылдарҙа Нью - Йоркта хип - хо п мәҙәниәтенең бер өлөшө булараҡ барлыҡҡа килә. Америка үҫмерҙәре йорт стеналарында "тэг" тип аталған ниндәйҙер
       символдар төшөрә башлай. Рәсәйҙә граффити үҙгәртеп ҡороу ососронда, йәмғиәттең бер өлөшөнөң үҙҙәренең сәйәси уй - фекерҙәрен йорт стеналарын һәм төрлө ҡоймаларҙы файҙаланып сағылдырырға тырышыуынан башланып китте. "Ҡаяға төшөрөү сәнғәтен" яратыусыларҙың эшмәкәрлеге һайлау а лды ваҡытында, кемдеңдер "хәстәрле" етәкселеге аҫтында көсәйеүе аптырау тыуҙырмай. Сәйәсәттән бер аҙ ситкә тайпылһаҡ, граффити авторҙарының ижады менән бер рәттән барыһына ла аңлашылыусан социаль йүнәлештәге саҡырыуҙар ҙа о срай, мәҫәлән "No Drugs!" - "Наркотиктарға юҡ!". Әммә бындай
       "йән әрнеүҙәрен" сағылдырыр өсөн махсус әҙерләнгән урындар бар бит.
       Шулай ҙа, граффити яратыусылар менән нимә эшләргә һуң Бәлки, улар араһында буласаҡ билдәле дизайнер йәки социаль реклама оҫтаһы үҫәлер Ҡала буйынса акция иғлан итеп, һүрәт
       төшөрөргә яратыусыларҙы "промзонаға" алып сығырға һәм уларға файҙаланыу өсөн оҙон ҡойма бүлергә һәм граффити стилендәге иң яҡшы һүрәткә конкурс иғлан итергә кәрәктер, ти п уйлайым. Әйткәндәй, донъяның күп кенә илдәрендә бындай конкурстар үткәрелә. Рәсәй ҡалаларында ла ошондай тәжрибә
       осраҡтары бар. Йәштәрҙең энергияһына дөрөҫ йүнәлеш бирергәк әрәк. Мәктәптәрҙә һәм үҫмерҙәр клубтарында ҡалабыҙҙың таҙалығын һәм матурлығын һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр үткәреү ҙә артыҡ булмаҫ ине. Үҙ зауығыңды башҡаларға көсләп тағырға ярамағанлығын, үҙеңде һәм башҡаларҙы ла хөрмәт итә белергә кәрәклеген аңлатыу - иң мөһиме. Был билдәле хәҡиҡәт , әлбиттә, әммә уларҙы ҡабатлау тороу бер ҡасан да
       ҡамасауламай. Әле нәҡ шундай мәл: экологик өмәләр башланды.
       Ҡала таҙалығы тураһында ғына түгел, күңел экологияһы хаҡынд а ла иҫкә төшөрөргә ваҡыт.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал