6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
мәҙәниәт

Вәсил Ханнановтың төп юбилейы
13.04.06


       Вәсил Ханнанов - ғәҙәти кеше түгел. Өҫтәүенә, Өфөнөң бил дәле рәссамы ла. Яҡшы ойоштороусы һәм хайран ҡалдырыу оҫтаһы булараҡ, ул проект артынан проект төҙөй - Башҡорт опера һәм балет театрында "Интимлыҡ өлкәһе" исеме аҫтында үткән япмалар (простыня) күргәҙмәһе булһынмы, Төркиәлә үткән төрки
       телле илдәр рәссамдарының етенсе сессияһы сиктәрендә ойошторолған "Айҙар балҡышымы", һәр сараһы ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра...
       Вәсилдең уй - ниәттәрен һәм ҡаҙаныштарын тиҙ арала һанап сығыу мөмкин түгел, улар уның тормошондағы иҫтәлекле даталар
       кеүек үк, йылдан - йыл арта бара. Мәҫәлән, үткән йылда Өфө рәссамдарының "Сыңғыҙхан" төркөмө үҙенең 15 йыллығын билдәләне, Вәсил - был төркөмдө рухландырыусыларҙың береһе. Үҙенең юбилейға арналған китабын ул "Сыңғыҙхан - 15 йыл һуғышһыҙ" тип атаны.
       Быйыл Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, РФ Рәссамдар союзы ағзаһы, республика, Рәсәй һәм халыҡ - ара
       күргәҙмәләрҙә ҡатнашыусы Вәсил Ханнанов үҙенең тыуған көнөн
       дуҫтары һәм картиналары араһында үткәрергә булды. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, иртәгә, сәғәт 17. 00 - дә Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында рәссамға 50 й әш тулыуына арналған күргәҙмә асыла.
       Юбиляр үҙе махсус рәүештә бер кемде лә саҡырырға һәм "юбилей сәбәпле шау - шыу күтәрергә" йыйынмай.
       - Мине ҡотларға байтаҡ кеше киләсәген беләм, унан килеп күргәҙмә менән танышыу ҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, - тип баҫалҡы ғына белдерә Вәсил Ханнанов. - Һәр кемгә шатмын. Өҫтәүенә төрлө йылдарҙа яҙылған эштәремде йыйҙым, ҡарарлыҡ нәмә бар.
       Серҙе алдан асырға йыйынмайбыҙ, бары тик рәссамдың ижади а ктивында 10 шәхси күргәҙмә булыуын ғына билдәләп китәйек. Уның әҫәрҙәре Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Ҡазандағы заман сәнғәте музейында,
       Төркиәләге "Туран" Халыҡ - ара бойондороҡһоҙ культурология
       фондында, АҠШ рус заман сәнғәте музейында, Силәбе өлкәһе галереяһында, Краснодар дәүләт сәнғәт музейы һәм Рәсәй, Австрия, Германия, АҠШ, Төркиә, Франция, Швейцария коллекционерҙарының шәхси музейҙарында һаҡлана. Вәсил Ханнановтың инициативаһы һәм туранан - тура ҡатнашлығында Өфөлә Наил Лотфуллин исемендәге заман сәнғәте музейы асылды. Бөгөн Вәсил юбилейы менән генә мәшғүл түгел, ул үҙенең сәнғәт тураһындағы журналының сираттағы һанын баҫыуға әҙерләй. Тәүге һанының исем туйы Наил Лотфуллин исемен йөрөтөүсе музейҙа үткәйне. Журнал йылына дүрт тапҡыр сыға һәм тулыһынса республикалағы сәнғәт яңылыҡтарына арнала.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал